«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Төрөк ҡалаһында Ғабдулла Туҡай урамы бар



27.09.2011 Төрөк ҡалаһында Ғабдулла Туҡай урамы бар

Төркиәнең Тарсус ҡалаһында Ғабдулла Туҡай бульвары асылды. Уны асыуҙа Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов менән Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Лилиә Саттарова ҡатнашты.
Былтыр бында ТӨРКСОЙ инициативаһы буйынса бер урамға башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исеме бирелгәйне.
Быйыл «Шарлауыҡ янында» халыҡ-ара шиғриәт кисәһендә Тарсус ҡалаһы менән ҡырғыҙстан Республикаһының Джелалабад ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм бер урамға Джелалабад исемен бирергә ҡарар ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға