«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Хәтер – мәңгелек



17.02.2019 Хәтер – мәңгелек

Халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуыуына – 110 йыл

Йөҙҙәре май ҡояшына, әсе елдәргә ҡара янып иген сәскән хеҙмәт батырҙары байрамы – һабантуй була бөгөн! Таһир Күсимов килә. Ур-ра! Ошоғаса уҡып-ишетеп кенә белгән ҡаһарман – Советтар Союзы Геройын әлегәсә күргәнем юҡ ине. Халҡы теленән төшмәгән батыр ниндәй икән ул?

1982 йылдың йәйе иртәһендә “Октябрҙең 40 йыллығы” кол­хозының барса халҡы хозур тәбиғәтле Теләш ауылына те­рәлеп, тауҙар ҡуйынына һыйынып ятҡан Олатай яланына йыйылды. Тау башынан шишмә­ләре урғы­лып, Ҡырҡты тауын һыулап тарап, яланға йүгереп, өс йылға хасил булып, мөйөшөндә мең йәшлек ҡарағасы һаҡта торған оло ялан – ошо ерлектә йәшәгән һәр кемдең ожмахҡа тиңләгән урыны. Ҡырҡты буйлап теҙелеп киткән Ҡансура, Ҡандығая, Ҡушай, Шүрәле, Айһылыу, Көнһылыу һәм башҡа тау теҙмәләре һәр береһе үҙенсә серле. Үрҙәргә алып менгән арба юлдары ата-бабаларыбыҙҙың йәй­ҙәрен шунда көн итмешен һиҙ­ҙерә... Сатра, Суҡмуйыл, Аналыҡ йылғалары шарлап аға. Ошондай ҙа гүзәл тәбиғәтле урынға әбйәлилдәрҙең ғорурлығы – күрше Күсем ауылы Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовты һабан байрамына саҡырыуҙарына ап­ты­райһы түгел. Данлыҡлы яҡташыбыҙ өсөн боронғоса тирмә лә ҡоролған. Батырыбыҙҙы ололап, йылҡы ла һуйылған, буҙа ла ҡойолған, самауыр ҙа әллә ҡасан уҡ үҙенә саҡырып, шыж-быж килеп боҫрап ҡайнай.

Аналыҡ йылғаһы буйлатып һәр ауыл үҙенә урын алып, хеҙмәт батырҙарын һынландырған фото­һүрәттәр, боронғо әйберҙәренән күргәҙмәләр ҡуйған. Килендәр аҫҡан ҡаҙандар тәңгәленән төтөн юғарыға үрмәләне, тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлап, байрам кәйефен күтәрҙе. Йылға буйына сәхнә эшләгәндәр. Байраҡ күтәрергә бейек ҡолға ла ялан батырын көтә.
– Киләләр! Киләләр! Таһир Күсимов килә! Бала-саға, барса халыҡ, бал ҡортолай гөжләп, машина килгән яҡҡа ынтылды. Яҡташтары иғтибарын Геройға йүнәлтте. Колхоз рәйесе маши­наһының ишеген асыуын һәр кем түҙемһеҙлек менән тулҡынланып көттө. Ниһайәт, баш ҡала ҡунағы күренде. Яйлап үҙенә магнит кеүек тартып торған тыуған төйәге тупрағына аяҡ баҫты ул. Йәйләүҙә йәйрәп йәшәгән ата-бабалары төйәге – бәрәкәтле, йомарт Олатай яланы. Фашистарҙың көлөн күккә осороп ҡалтыратҡан “ҡырағай” башҡортто күреп, һәр береһе урынынан ҡалҡынды, бала-саға герой ҡоса­ғына ҡаршы сапты. Мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, бөркөт ҡа­рашлы, күкрәге тулы орден-миҙал, Алтын Йондоҙо ҡояш нурҙарына йыл­тыраған батырҙы һәр кем күҙенән үткәрҙе. Бәһлеүәндең һоро күҙҙәре һағышлы, уйсан. Шул уҡ ваҡытта еңел, етеҙ атлауынан төйәгенең тау һауаһын күкрәгенә тултырып иркен һула­ғанын, йыл буйына бер күрерҙәй булып һағын­ғанын әллә ҡайҙан төҫмөрләргә мөмкин. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, йән-фарман сапҡан биш-алты йәшлек малайҙың башынан һыйпап, яҡташ Геройыбыҙ сәхнә буйында күрһәтелгән урынға урынлашып, таяғын ситкә һөйәне.

Әлбиттә, Советтар Союзы Геройының һабан байрамына кил­мәй ҡалғаны юҡ, тиҙәр. Билдәле ҡаһарман шәхес яңғыҙы ғына йөрөмәҫ. Башҡорт иленең “иңдәрҙән-иң” данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия бейеүҙәре ансамбле, һис шикһеҙ, уға юлдаш. Данлыҡлы кол­лек­тивтың ялан сәхнәһендәге сығы­шын хеҙмәтсәндәр ҡунаҡ ҡа­һар­­манға ҡушылып ҡарап кинәнде. “Ҡороҡсолар”, “Йәй­ләү­ҙә”, “Башҡорт һы­байлылары”, “Гөлнәзирә” кеүек башҡорт сәнғәтенең алтын фондын тәшкил иткән, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт әһеле Фәйзи Ғәскәров бөртөкләп йыйған бейеүҙәрҙе бейеүселәр, ауыл хеҙмәтсәндәрен хөрмәтләп, иген батырҙарына дан йырлап, дәртләнеп бейене. Алты ауылды берләштергән “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозы халҡы һәр бейеүҙе оҙаҡ алҡышланы, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып сығарып, ҡарап туйманы.
Аңғармаҫтан яҡташ баһадирға күҙ һалдым. Ҡул сапмаһа ла, эскерһеҙ сабыйҙарға тартым ихлас йылмайыуынан эске ҡыуанысын тойомларға мөмкин. Ҡарағыҙ әле, иптәштәр, ошолай ҙа ожмах төбәгендә тыуғанмын мин, эш­һөйәр яҡташтарым бар, тип бар тирә-йүнгә ҡысҡырмаһа ла, йөҙөнән дә яҡташтарының саҡы­рыуҙарына сикһеҙ рәхмәте сағыла ине.

...Халыҡ иғтибары үҙәгендә булған Герой тыныс ҡына тирә-яҡты күҙәтә. Бәлки, сит-ят ерҙәрҙә һуғыш тынған арала командиры, Шайморатов генералдың, ваҡыт табып, һәр ерҙә емереклек, төтөн быҫҡығанда ла һабантуй үткәрмәй ҡалмағанлығы иҫенә төшкәндер. Тамырҙарында ҡандары ҡайнап торған ир-егеттәр ихлас көрәшә ине шул. Яу яланында дошман­дарҙы елдән етеҙ елеп ҡырған кавалеристар һуғыш тынған арала Украина далаларында игенен дә урышты, бесәнен дә әҙерләште. Ниндәй һабантуй көрәшһеҙ булһын инде?! Бар кавалеристар ҙа Шайморатов генералдан еңелде. Үҙе уны башы аша күтәреп алып ырғыта алды бит! Йәш һөйәк, ташып торған дәрт, башҡорт ҡанында ҡыҙған еңеү сәме уны еңдергән. Сәм, әлбиттә, сәм һәм таһыллыҡ... Сәме булмаһа, фашист эттәрен тураҡлай алыр инеме?! Юҡ, әлбиттә, мең тапҡыр юҡ!
Таһир Күсимов көрәш май­ҙанына ыңғайланы. Һәр көрәш­сене, энә күҙәүенән үткәргәндәй, баштан-аяҡ күҙәтте. Етмеш бер йәшендә лә, эргәһендәге түрә-ғара менән сағыштырһаң, тфү-тфү, алпамыша ла баһа... Күҙ теймәһен!

Эргәнән иһаһайлап ат сабыштырғандары ишетелде. Ул саптарҙар эргәһенә ыңғайланы. “Башҡорт ат өҫтөндә тыуа” тигәндәре дөрөҫтөр, бала сағынан тиңдәштәре араһында Таһир ғына ауылындағы тай-тулаҡтың ажарын алып өйрәтә алды. Айыуһаҙы ауылында ҡоҙаһы менән байҙың аттарын көтөүен ғүмергә оноторлоҡ түгел! Украина далалары... Дала тултырып һыбайлылар дошманды ҡыуалай... Үҙенә тәғәйенләнгән һәр атты, сабый кеүек тәрбиәләп, үҙенә буйһондорҙо бит. Һөйкөмлө лә, сыҙамлы ла, талымһыҙ ҙа башҡорт аттары үҙҙәрен менгән һыбайлыларға һәр саҡ тоғро ҡалды, яу яланынан ташлап китмәне. Тиңһеҙ алыштарҙа уларҙы юғалтыуы еңелдән булманы, ай-һай, еңелдән түгел ине. “Казбек”, “Лондон”... Сабыш аттарын ентекләп ҡарағас, Ҡар­луғасына оҡшаған атҡа “еңеүсе” мөһөрөн һуҡты. Ошо ат еңер... Иңбаштарына ҡыҙҙырып һуғылған РКК тамғаһы менән Әбйәлилдән күпме ат яу ҡырына оҙатыла. Күпмеһенең һөйәк­кәйҙәре сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалды. Өсөнсө булып елгән үҫмер ҡапыл алға ынтылды. Финиш. Герой кавалерист күр­һәткән көрән Турысай – еңеүсе! Ур-ра! Кавалерист һуғышсы яңылыша буламы? Бер күреүҙән таный ул еңеүсе атты! Еңеүсене атынан төшөрөп күккә сөйҙөләр.

...Яу яландарын тултырып, башҡорт аттары елә! Һыбай­лыларҙың ҡулдарында ҡылыс ялтырай! Көстәр тигеҙ түгел ине, әлбиттә. Ажғырып килгән танк­тарҙы һыбайлыға туҡтатыуы еңел­дән түгел. Шайморатов гене­рал­дың һуғышта үҙ тактикаһы: ҡараңғылыҡтан файҙаланып, төндәрен аңғар­маҫтан уларға ташланыу, ҡоралдарын алыу. Винтовка, әҙме-күпме шартлатҡыс та граната... Әсе дөрөҫ­лөктөң мөһөрө ҡаты: тиңһеҙ алыштарҙа биш-алты меңләп һыбайлының, аттарының биш-алты йөҙө генә тере ҡалды бит.

...Уның менән дәһшәтле һуғышҡа ингән яугирҙы ла белә инем. Хәтер ептәре алыҫта ҡалған студент йылдарына барып үрелде. Кем ул? Башҡорт кавалерия дивизияһында эскадрон командиры, Сибай педагогия училищеһы директоры Бәҙри Мөжәүир Мәмбәтҡолов. Ил яҙмышын хәл иткән совет һалдаты ҡайҙа ла үҙ бурысын намыҫлы башҡарған, әлбиттә. Белем алыуға үтә лә талапсан булды. Биш минут һуңлаған өсөн дә студенттарын саҡыртып, ҡаты ғына итеп иҫкәртер ине. Шул уҡ ваҡытта Мәмбәтҡолов тәнәфес ваҡыт­тарында студент­тарҙың ҡайҙан булыуын, ата-әсәһен, уҡыу торошон, нимәгә мохтажлығын даими белешеп торҙо һәм кәрәк ваҡытта ярҙам да күрһәтте. Һыбайлы һалдат, әлбиттә, уҡыу йортонда һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар, тау буйҙарында хәрби уйындар уйнатты һәм таш һәйкәлдәрҙе тәрбиәләүгә айырыуса иғтибарлы ине.

Генерал Күсимовтың ҡаты алышта яу яланында ятып ҡалған Бәҙри Мөжәүир улын эҙләтеп таптырып, бер үк ялан госпиталендә дауаланыуҙары – яҡташыбыҙҙың һалдаттарына ҡарата иғтибарлы булыуы, ҡәҙерләүе, хәстәрләүе – һоҡланғыс күренеш. Бәҙри Мөжәүир улы, тыйнаҡ башҡорт яугиры, һуғыш юлдары хаҡында асылып һөйләп тә бармаған. Күп һанлы мәғлүмәттән уның фин һуғышында ла булыуын, Ленин, өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике тапҡыр “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, К. Ушинский миҙалдары кавалеры, БАССР, РСФСР мәк­тәптәренең атҡаҙанған уҡы­­тыусыһы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы икәнлегенә инандым. Ҡурҡыу белмәҫ ике Шайморатов һалдаты... Илен, һыуын, ерен ысын йөрәктән яратҡан, һаҡлаған – Ватан ғорурлығы бит улар!

Ҡолғаға ла үрмәләнеләр. Йәш-елкенсәк арҡан тартышты. Ҡыҙҙар ауыҙҙарындағы ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе. Әммә иң мөһиме, яҡташ, күрше ауыл Геройының ныҡлы арҡаһын, һаҡлауын тойоу, бер-бер артлы меңәрләгән гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртеп, ярайһы уҡ уңыш яулаған ялан батырҙарын сәхнәгә саҡырып бүләкләү, иң күп иген урыусының байрам флагын күтәреүе – һабантуй ҡунағына хөрмәт күрһәтеү, игенселәрҙең хеҙмәтенә дан йырлау булғандыр.

1983 йыл – Советтар Союзы Геройы, легендар шәхес Таһир Тайып улы Күсимовтың “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозына һабан­сылар байрамына һуңғы килеүе булды. Эй, ғүмерҙең үткәне... Бер нисә йылдан һуң, мәрхүм булғас, яҡташтары колхоз исемен “Таһир Күсимов”ҡа үҙгәртеп, уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Үҙгәртеп ҡороу осоронда район колхоз-совхоздары юҡҡа сыҡҡанда ла беҙҙең яҡташ Герой исемен йөрөткәне бар әле... Тик ул элеккесә түгел, ә яуаплылығы сикләнгән “Таһир Күсимов” йәмғиәте тип йөрөтөлә...

Геройҙың ауылында Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғ. Ғилманов ойошторған мемориаль музей – данлыҡлы батырға һәйкәл.

Ил Президенты Б. Ельциндың, колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп, кооперативтарға берләшергә, фермер хужалыҡтары булды­рырға, тигән указына ярашлы, коллектив хужалыҡтар тарҡалды. Хәҙер игенселәрҙең хеҙмәтен данлаған һабан байрамдары ла был яланда үтмәй. Көҙгә табан теләштәрҙең ҡойған кәбәндәре генә ҡасандыр ошо Олатай яланына һабантуйға килгән Советтар Союзы Геройы Таһир Тайып улы Күсимовты хәтерләтә... Ошо ялан яҡташ геройыбыҙҙан килер быуынға иҫтәлек булған да баһа. Хәтер – мәңгелек!





Автор: З. Бәшәрова
Фото: Фотолар ғаилә архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға