«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Йәштәр белем алһын, тип васыят әйткән ул



11.12.2010 Йәштәр белем алһын, тип васыят әйткән ул

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Әхмәтзәки Вәлиди Туған донъяға билдәле шәрҡиәтсе, тарихсы, ихтирамлы профессор булып танылды. Яҙмыш елдәре был шәхесте Башҡортостандан алыҫҡа алып китһә лә, йылдар үтеү менән уның исеме тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылып, халҡына кире ҡайтты.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Стәрлетамаҡ өйәҙенең Көҙән ауылынан сыҡҡан ябай ауыл кешеһе, егерменсе быуат башындағы шанлы йылдарҙа башҡорт милли-азатлыҡ көрәше юлбашсыһы, философия докторы, Төр­киәнең атаҡлы ғалимы, Германия университеттары профессоры, Манчестер университетының почетлы докторы кимәленә етте. Башҡорт, татар, төрөк, урыҫ теле менән бер рәттән, фарсы, ғәрәп, сығатай һәм башҡа көнсығыш телдәрен яҡшы белеүе менән күптәрҙе һоҡландыра.
Уның милли-азатлыҡ көрәше йүнәлешендәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә илдә федерацияға нигеҙ һалына. Вәлидиҙең хыялы үҙ аллы Башҡорт республикаһын төҙөү була.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған Германия, Австралия, Финляндияның да фәнни-ғилми ойошмалары ағзаһы була, Иран Мәғариф министрлығының беренсе дәрәжә алтын миҙалын яулай, Истанбул университеты янында Ислам тикшеренеүҙәр институтын етәкләй. Ул үҙенең тормошо һәм хеҙмәте тураһында ентекләп «Хәтирәләр» китабында яҙып ҡалдырған.
Бөйөк ғалимдың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ауылы Көҙәндә (Ишембай районы) музей асылған, Өфөләге республика Милли китапханаһы, урам уның исемен йөрөтә. Төркиәлә Анкараның Кечиорен районында Әхмәтзәки Вәлиди Туған исемендәге парк бар, Санкт-Петербургта ла башҡорт улына таш һын ҡуйылған. Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжип Асанбаевтың «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» драмаһы ла репертуарға индерелеп, Вәлидиҙең кисерештәрен, уңыштарын һәм көйөнөстәрен тетрәндергес итеп бәйән итә. 2010 йыл ғалимдың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди Туған йылы тип иғлан ителде, төрлө илдәрҙә ошоға ярашлы саралар, конференциялар уҙғарылды.
«...Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр:
– йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү;
– дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү...
Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә үҫенте ҡалһа ла, яңынан терелеп бөтөн баҡсаға таралыр», – тип яҙған Әхмәтзәки Вәлиди илдән киткән саҡта арҡаҙаштарына. Ысынлап та, уның уй-ниәттәре, кәңәш-нәсихәттәре бөгөн дә актуаль, мөһим һәм уйландыра.
(Ғалимдың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү хаҡында киләһе һанда уҡырһығыҙ).

А. ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға