«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йырҙарың йырланып бөтмәгәйне шул...



16.03.2016 Йырҙарың йырланып бөтмәгәйне шул...

Йырҙарың йырланып бөтмәгәйне шул... 18 мартта Сибайҙа, А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор Ю.Моратовтың хәтер кисәһе һәм “Эх, тормош!..” исемле хәйриә концерты үтәсәк.

Кисәлә артистар Гөлсөм Бикбулатова, Иҙрис Ғәзиев, Фәрүәз Урманшин, Илшат Абдрахмановтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Композиторҙың рухына аят та бағышланасаҡ.
Концерттан төшкән аҡса Юлай Хәким улының ҡәберен төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға