«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Билдәһеҙ һалдаттың туғандарын табайыҡ!



21.11.2014 Билдәһеҙ һалдаттың туғандарын табайыҡ!

Билдәһеҙ һалдаттың  туғандарын табайыҡ!Башҡортостандың эҙләү отрядтары фонды Бөйөк Ватан һуғышының билдәһеҙ һалдатының шәхесен асыҡларға саҡыра. Беҙҙең эҙәрмәндәргә Вологда өлкәһенән Анатолий Скорюков үтенес менән мөрәжәғәт иткән.
Һалдаттың исем-шәрифе билдәһеҙ, фотоһүрәттә бер ниндәй ҙә яҙыу юҡ. Егетте фотоға 1941 йыл тирәһендә Польшаның Белосток ҡалаһындағы немецтарҙың тотҡондар өсөн концлагерында төшөргәндәр. Был фотоһүрәт артабан Белосток янындағы 1941 йылдағы хәрби бәрелештәр тураһында мәғлүмәт йыйыусы Польша сик буйы һаҡ хеҙмәте офицерының шәхси коллекцияһында булған.

Кем дә булһа был егеттә үҙенең туғанын таныһа йәки уның тураһында башҡа төрлө мәғлүмәтте белһә, 8-917-443-89-89 телефонына шылтырата йәки bashpoisk2006@gmail.com адресы буйынса яҙып ебәрә ала.
Э. БУЛАТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға