RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һандуғаслы, кәкүкле яҙҙарҙы көтөп алыр ине

25.07.2014 Һандуғаслы, кәкүкле яҙҙарҙы көтөп алыр ине

Һандуғаслы,  кәкүкле  яҙҙарҙы көтөп  алыр инеЙыр-моң илаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмә­туллин әҙерләгән йырсылар араһында бик тә үҙенсәлекле бер талант эйәһе бар ине. Ул Мәүлитбай Ғәйнетдинов булыр. Үҙенең класын тамамлап, сәхнәгә сығыр-сыҡмаҫтан уның хаҡында Мәғәфүр ағайҙың: «Мәү­литбайға бөгөн үк халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемде бир ҙә ҡуй инде!» – тигәне хәтер­ҙә. Остазының теләге, һуңлабыраҡ булһа ла, бойомға ашты. Мәүлитбай Ғәйнетдинов хаҡлы рәүештә шул маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бөгөн уны бөтә илебеҙ талантлы киноактер тип тә таный. Сөнки ул «Ел аулаусы» фильмында төп ролде бик уңышлы башҡарғайны.
Башҡортостан радиоһының хөрмәтле тыңлаусылары хәтерләй торғандыр. Ундағы музыкаль редакцияла мөхәррир, һуңынан комментатор булып эшләгәнемдә эфирға әленән-әле талант эйәләре менән әңгәмәләр сығара инем. Күп һанлы геройҙарымдың береһе Мәүлитбай Ғәй­нетдинов булды. Һеҙҙең иғти­бар­ға тәҡдим ителгән был хәтирә уның менән әңгәмәләрем ниге­ҙендә әҙерләнде.

Йырсының иң мөһим принцибы

Сәхнәләштәре, туған-тыумасаһы, таныштары яҡшы белә торғандыр: Мәүлитбай сәсән теллеләрҙән түгел ине. Һүҙ йыр-моңға, ижадҡа ҡағыл­ғанда ғына теле сиселә ине. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола торғайны. Үҙе хаҡында сираттағы радио­тапшырыу­ҙы әҙерләүебеҙ шуға миҫал:
– Мәүлитбай йырҙың көйөнә лә, тексына ла үтә талапсан, тип әйтәләр, – тип ауыҙ асып, һорау бирергә лә өлгөрмәнем, имтихан билеты һорауына яуапты ятлап алған уҡыу­сы һымаҡ, ул шунда уҡ һүҙемде эләктереп алды ла:
– Мин, ғөмүмән, халыҡ йырҙарын нығыраҡ яратам. Композитор йырҙарына килгәндә, һәр тәҡдим ителгән йырҙы йырлап булмай… Үҙеңә килешлеһен, күңелгә ятышлыһын һайлап алаһың, – тип әйтә һалды ла, һүҙен былай тип дауам итте. – Әҫәрҙе үҙ репертуарыңа алып йырлаһаң, ул тик үҙеңдеке генә, үҙеңсә яңғырата алырлыҡ булһын.
Мәүлитбай Ғәйнетдиновтың ха­лыҡсан ижадында иң мөһим принцип шулдыр, моғайын. Бына ни өсөн, башҡаларҙы ҡабатлап, модаға ингән һәр йырға йәбешеп ятмай икән ул. Үҙ ижадына ҡарата йырсының артыҡ талапсан булыуы бик тә мөһим, әлбиттә. Тик быны һәр кем дә аңлап бөтмәй. Әммә ҡайһы саҡта бәғзе композиторҙарыбыҙҙың: «Бына бит, шундай-шундай йыр яҙғайным, Мәүлитбай Ғәйнетдиновта ята, ул һаман йырламай. Йырлаһа, йырлап ҡуя бит инде ул», – тигәндәрен ишетергә тура килә торғайны. Уларҙың теләктәрен уның үҙенә еткергәйнем – шаптор-шоптор йыр ноталарында ҡаҙына башланы. Ә улар уның өҫтәлендә өйөм-өйөм булып йыйылып киткәйне. Ҡайһы өйөмдә кемдең әҫәре, ҡайһы йыр икәнен хәтеренә төшөрҙө. Уларҙың әле береһен, әле икенсеһен алып йырлап ҡараны ла:
– Бына был яңы йыр кемдең көйөнә оҡшаған? – тине һәм бик тә таныш булған йырҙы йырлап ебәрҙе. – Иғтибар иткәндерһең бит? Йә, әйт, кемдең көйөнә оҡшаған?
Мин, элекке көй авторының исем-атын әйтеп, йырлап та ебәргәс:
– Ә… Бына бөтә бәлә ошонда шул, – тине.
– Эйе… эйе шул, – тим, йырсы менән килешеп.
Һуңғы йылдарҙа йырҙар игеҙәктәргә әйләнә башланы. Күптән күңелгә ингән йырҙарға оҡшаштары артҡандан-арта. Көй тиҙ отоп алына. Һүҙҙәре яңы булғас, уны тәүләп тыңлағанда тиҙ генә айышына төшөнөүе лә ҡыйыныраҡ. Бының өсөн йырсыбыҙ Мәүлитбай Ғәйнетдинов һиҙгерлегенә эйә булыу шарт.
Фәҡәт үҙенең генә йөҙө, үҙенә генә хас көйө булған йырҙарҙы ғына үҙ итте йырсыбыҙ. Шуғалыр ҙа уның барлыҡ радиояҙмалары ла үҙенеке генә булып ҡала килә.

Мәүлитбай үҙ иткән йырҙарҙың уның үҙен халыҡтың үҙ итеүенә булышҡаны

Мәүлитбай Ғәйнетдиновтың ре­пертуарында танылған шағирыбыҙ Мәхмүт Һибәт (Уразаев) шиғырына Абдулла Хәлфетдинов яҙған «Сер­мән яҙҙары», Айрат Ҡоба­ғошов Муса Сиражи һүҙҙәренә ижад иткән «Һағыныуҙарым шулдыр, күрәһең», Хөсәйен Әхмәтовтың «Эх, донъя, гел шулай булһа икән» һәм тағы ла шулар ише тиҫтәләгән йыр бар. Унан башҡа бүтән йырсылар уларҙы башҡарырға баҙнат итеп бармай.
Халҡыбыҙ ижад иткән «Һә­ләүекәй»ҙе, Яҡуп Ҡолмой шиғырына Нәбиулла Мөстәҡимов яҙған «һә­ләүекәй буйы» тигән йырҙы Мәүлитбай Ғәйнетдинов тыңлаусыларҙы үҙенең тыуған төйәгенә әйҙәгәндәй итеп башҡара торғайны. Күңелдәренән генә булһа ла, үҙе кискән Һәләүек буйҙарына сәйәхәт ҡылғандай иттерер булды. Йырҙы тыңлағанда, һәр кем шул йылға буйҙарындағы туғай-болондар хо­зурлығына, былбылдар тауышына илереп, ҡасандыр ошо ҡырҙарҙа ялан тәпәй сабып йөрөгән шуҡ малай­ҙы хәҙер халыҡтың ихтирам- һөйөүен яулаған Мәүлитбай Ғәйнетдинов тигән олпат моң эйәһе булараҡ күҙ алдына килтерә торғандыр, тим.

Әгәр ҙә мәгәр һуғыш булмаһа, ярты етем ҡалмаһа

Ишембай районының Этҡол ауылы Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһендә төпләнгән. Киң күңелле, эш һөйөүсән халыҡ йәшәй унда. Шуға ла «Ҡыҙыл Урал» колхозының уңыштары әленән-әле район һәм республика күләмендә билдәләнә килер булды. Атай-ола­тай­ҙарҙың башланғысын элек-электән матур дауам итә этҡолдар, тыуған төйәктәре ырыҫын ебәрмәй улар.
Ауылдаштарына хөрмәт йөҙөнән колхоз ойоштороуҙа, уны нығытыуҙа ҡатнашҡан активистарҙың, ударниктарҙың рәсемдәрен ҡәҙерләп һаҡлар булды Мәүлитбай. Улар араһында бөркөт ҡарашлы, һомғол кәүҙәле бер уҙаман да бар. Ул Мәүлитбайҙың атаһы Сөләймән ағай булыр. Бына ошондай арыҫлан ирҙәр иңенә төштө ул саҡ тотош илебеҙҙе әсирлек хурлығынан ҡотҡарып ҡалыу. Сөләймән ағай фронтҡа оло улы Миңлеғәле менән бергә алына. Тамуҡҡа тиң ут эсенән, ауыр яралар менән булһа ла, тик улына ғына тыуған йортҡа ҡайтыу насип була. Атай кеше яу ҡырында ятып ҡала.
Беҙҙең быуындың дәһшәтле һуғыш осорона хас башҡа ярты етемдәре кеүек үк, Мәүлитбай ҙа атаһын хәтерләмәй ине. Тик үҫә төшкәс кенә, айырыуса үҫмер сағы ныҡ һиҙҙертә атай юҡлығын. Етемлектең ялҡыны, миллионлаған тиҫтерҙәренеке кеүек үк, уның да ҡанаттарын өтөп-өтөп ала. Йырсының ысын сәнғәт юлына һуңлабыраҡ килеүен фәҡәт бына шул ысынбарлыҡ, ҡәһәрле һуғыштың эҙҙәре менән бәйләйем мин. Әгәр ҙә мәгәр шул аяуһыҙ хәҡиҡәт үҙенекен итмәһә, иманым камил, йырсының моңло тауышы йырһөйәр халҡыбыҙҙы теүәл тиҫтә йылға иртәрәк ҡыуандыра башлаған булыр ине.

Тау-таш ярып, урғылып сыҡҡан шишмә ише..

Күңелдәге моң, хис тә тау-таш ярып, урғылып, сылтырап ағып киткән шишмә ише бит ул! Ҡайҙа ла, ҡасан булһа ла ул үҙ юлын таба.
Мәүлитбайҙың моңло йырҙарына иң әүәл яҡташтары кинәнә. Армия сафтарында хеҙмәт иткәнендә, халҡыбыҙ күңеле кеүек киң, оҙон көйлө йырҙарыбыҙ кеүек талғын ғына аҡҡан Яйыҡ буйҙарын йыш яңғырата һалдат егет.
«Әрмелә Бөрйән районынан ҡурайсы егет (үкенескә күрә, исеме хәтерҙән сыҡҡан) менән бергә тура килдек, әҙерәк кенә буш ваҡыт булдымы, хеҙмәттәштәрем дә, командирҙарым да: «Йәгеҙ, башҡорт халыҡ йырҙарын йырлағыҙ!» – ти торғайны. Беҙ икәүгә ни, шул етә ҡала. Бөрйәнем ҡурайын гөжләтеп ебәреүе була, мин йырлай ҙа башлайым. Йырлап алыу үҙе бер кинәнес. Ниндәй милләттән булыуына ҡарамай, һалдаттар, сержант, старшина һәм офицерҙар ҙа мине кинәнеп тыңлар булды. Йырҙарыбыҙҙың тәьҫир көсө ни тиклем булыуын бына шунда аңланым мин», – тигәне хәтер­ҙә йырсыбыҙҙың.
«Совет Армияһы сафында хеҙмәтемде тамамлайым да тыуған ауылыма ҡайтып төпләнермен», – тип ниәтләй Мәүлитбай. Унда уны һөйөклө әсәһе, колхоздың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәре көтөп тора. Этҡолона ҡайтып, туған колхозының иҫәпһеҙ мәшәҡәтле эштәренә сума: бесәнен дә, игенен дә үҫтерешә, малын да ҡарай. Әммә күңелендәге моңо уны иркенлеккә әйҙәй. Берҙән-бер көндө, аккордеонын ҡултыҡлап, егетебеҙ Өфөгә юллана. Исмаһам, сәнғәт түңәрәктәренә йөрөрмөн, ҙур мәҙәниәт һарайҙары сәхнәләрен ҡырлармын, тигән өмөтлө уй-теләк алып килә уны баш ҡалабыҙға.
Өфөгә килеп төшөү менән, урамдарҙы ҡыҙырып йөрөп, эш эҙләгәндә бер иғланға иғтибар итә ҡуя Мәүлитбай. Янғындан һаҡлау идаралығына егеттәр ҡабул итәләр икән. Дөйөм ятағы булыуы ла әйтелгән.
Янғын һүндереүсе булып эшкә урынлашыу менән, Орджоникидзе мәҙәниәт һарайына үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренә йөрөй башлай. Еңел булмаған төп хеҙмәтенән буш ваҡытын егет бына шулай йырға бағышлай. Өмөтө аҡланыуға ҡы­уана-ҡыуана, сәхнәгә ашҡынып сыға, кинәнеп йырлай. Һәүәҫкәр­ҙәрҙең республика, Бөтә Союз күләмендәге бәйгеләрендә еңеүсе урындар яулай.

Игелекле, изге күңелле меценаттың яҙмыш булғаны

«Талантлы кеше ярҙамға мохтаж, таланттары самалы булғандар үҙ юлын үҙҙәре аса», – тигән бер аҡыл эйәһе. Мәүлитбай Ғәйнетдиновҡа ла ярҙам ҡулын һуҙыусы табыла. Радиостудияла осрашыуҙарҙың береһендә был хаҡта ул шулай тигәйне:
– Мин Өфөгә килеп, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә йөрөгәндә, концерттар менән йыш сығыш яһай инек. Шулай, бер ҙур тантана уңайынан ойошторолған концерт тамам­лан­ғас, бер тамашасы минең яныма килеп, адресын ҡалдырҙы. Шылтыратырға ҡушты. Ул кеше БАЗС тресы хужаларының береһе Сәлих Фәттәхов тигән ағай булып сыҡты. Профессиональ сәхнәгә килеүемә шул игелекле кешегә – Сәлих Ғәлләмовичҡа ғүмер буйы бурыслымын. Уға булған рәхмәтем әйтеп бөтөргөһөҙ.
Шул игелекле һәм изге күңелле Сәлих Ғәлләм улы ысын мәғәнәһендә эскерһеҙ меценат булып сыға. Мәүлитбайҙы үҙҙәренә эшкә саҡыра, уның бер үҙенә ятаҡтан айырым бер бүлмә бирә. Бының менән генә сикләнмәй, йырсыны уҡырға индереү хәстәрлеген дә күрә. Йыр буйынса уҡытыусыһын да таба.
Шулай итеп, Мәүлитбай Ғәйнет­динов 29 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып китә. Мәшһүр йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтул­линдың үҙенән һабаҡ алыу бәхете тейә. Әммә уға училищела уҡыуы еңелдән булмай. Ҡасандыр ете класс уҡып алған белеме күптән «тоҙланған». Урта мәктәп программаһын да үҙләштерергә, йырҙан тыш, музыка буйынса әллә күпме дәрестән дә өлгәшергә кәрәк. Йыр менән талпын­ғанға, сәнғәткә сикһеҙ һөйөү йөрөткәнгә генә еңеп сыға егет ул ауырлыҡтарҙы.
1971 йыл… Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында вокал бүлеген тамамлаусылар һуңғы имтихан тота.
… Бына сәхнәнән тәрән хисле баритональ тенор тыуыш ағыла. Мәүлитбай Ғәйнетдинов йырлай. «Средь шумного бала» – Чай­ковский, «Я не сержусь» – Шуман, «Әсәйҙәр» – Рөстәм Яхин, «Ағиҙел тулҡындары» операһынан Вадим арияһы, рус халыҡ йыры «Ах ты, душечка» һәм тағы ла халҡыбыҙҙың классик әҫәре – «Буранбай».
…Табаҡ та ғына табаҡ, ап-аҡ ҡағыҙ,
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары…
Йыр тамамланды. Тамаша залы күпмелер, илаһи моң тәьҫиренә илергәндәй, өнһөҙ булды ла, кинәт күк күкрәгәндәй булып дәррәү алҡыштарға күмелде. Шул мәлдә дәүләт имтиханы комиссияһы рәйесе, Мәскәү һынлы Мәскәүҙән килгән профессор, имтихан комиссияһының барлыҡ ағзалары залдағы тамашасылар ыңғайына аяҡ үрә баҫып ҡул сапты. Халыҡтың яратҡан йырсыһына әүереләсәк Мәүлитбай Ғәйнетдиновтың йондоҙло сәғәте бына шулай һуҡты. Алҡыштарҙың иң ҡәҙерлеһен татырға насип булыуы ла шул ине. Урау-урау юлдар үтеп булһа ла, йыр-моң юлына аяҡ баҫыуына шунда ныҡлап инанды Мәүлитбай.

Тәгәрмәсле ғүмер

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының ярты ғүмере тәгәрмәс өҫтөндә үтә. Торған ерең, ғаиләңдән оҙайлы ваҡытҡа айырылып тороуҙар… Юл мәшәҡәттәре… Ул мәшәҡәттәр Мәүлитбай Ғәйнет­динов өсөн бер ни ҙә түгел кеүек тойолғандыр, моғайын. Шулай булмайынса һуң, утты, һыуҙы тура мәғәнәһендә кисеп, урау-урау юлдар аша килгән бәхете сәхнә, тамашасылар һөйөүе булды бит.
Гастролдән ашҡынып ҡайтыр ине Мәүлитбай. Ни өсөн тигәндә, өйөндә уны балалары, үҙен һәр саҡ аңлап, ҡәҙерләп торған ҡатыны көтә. Мәүлитбай хаҡында сираттағы радиотапшырыу әҙерләгән сағыбыҙҙа әңгәмәбеҙгә, һәр саҡтағыса, мөләйем йөҙлө Тәлибә ханым да ҡушылып киткеләне. Форсаттан файҙаланып:
– Берүк кенә «Һалдат ҡайта» тигән йырын ала күрегеҙ инде, – тип заявка бирә һалды ла, – улыбыҙ Салауат Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Бәләкәсебеҙ Марат та, һалдат булам, тип үҫеп килә. Радионан Мәүлитбай шул йырҙы йырлаһа, күңелем тынысланып, улыбыҙҙы һағыныуым таралғандай булып ҡала, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
– Була, әлбиттә, – тип әйтергә өлгөрмәнем, йырсыбыҙ:
– Һалдат булыу – ир-егет өсөн үҙе бер дәүер, – тип йәмәғәтенең һүҙен элеп алды ла, шунда уҡ төп темабыҙға күсеп, һүҙен шулай дауам итте. – Гастролдән ваҡытында ҡайтып инә алмаған саҡтар ҙа булғыланы. Әле бер бригада менән ҡайтып төшәһең, ә икенсе коллектив үҙҙәре менән сығырға әйҙәләй. Тор­мошта үҙ яртыңдың һине аңлауы – ҙур бәхет. Тәлибәм минең ижадыма мөкиббән булды, һәр өйрәнгән, яҙыл­ған йырымды уға бағышлап башҡарған кеүекмен. Балаларҙы тәрбиәләү уның өлөшөнә төштө.
– Үҙең шулай, йырсы булараҡ ныҡ «үтемле» булғас, ни хәл итәһең. Һәйбәт коллективтар менән сәфәр­ҙәргә сыҡтың. Бәхти ағай Ғайсин менән ижадташ булыу үҙе генә ни тора! Уның йырҙарын башҡарҙың, бөйөк музыкант менән әҙерләп яҙыл­ған әҫәрҙәрең радио эфирын биҙәй. «Йәдкәр» фольклор ансамблендағы ижадың үҙе бер мөғжизә, һоҡланғыс бер күренеш бит, – тигәйнем ул саҡта.

Моң, ысын талантлы сәнғәт милләт айырмай

Уның менән ойошторған шул радиоәңгәмәлә һүҙ түбәндәгесә барҙы:
– Йырсы һәйбәт йырсы булһын, бар булған һәләтен асып күрһәтһен өсөн уның үҙенә генә тәғәйен музыканты булырға тейеш. Ә былай, кем тура килә, шуның менән, етмәһә, йүнле әҙерлекһеҙ яҙылған йырҙарымдың ҡайһы берҙәре өсөн оялып ҡуям.
Ошо мәл уның грампластинкаһы өсөн Ленинград студияһына барып яҙылған бынамын тигән яҙмаларын хәтерләп:
– Йырсының уңышы аккомпаниаторҙың һәләте менән бәйле. Бына әле талантлы ҡурайсыбыҙ Ишморат Илбәков менән яҙыл­ған йырҙарың иҫкә төштө, бынамын тигән яҙмалар. «Сибай», «Буранбай», Хөсәйен Әхмәтовтың «Эх, донъя, гел шулай булһа икән» тигән әҫәре. Хәбәрҙар булыуымса, уларҙы яҙҙырыр алдынан һеҙгә әҙерләнеп, күнекмәләр эшләү форсаты ла булмаған, – тигәс, ул:
– Эйе, тап шулай булды. Әлеге шул Ленинград студияһына былай юлыҡтыҡ. Мәҙәниәт министры Вилләр Йомағол улы Дауытов мине саҡырып алды ла: «Иртәгә бер нисә йырсы Ленинградҡа грамплас­тинкаға яҙылырға китә. Тиҙ генә йыйын да, һин дә улар менән барып яҙҙырып ҡайт», – тине. Әйтеүе булды, филармонияға йүгер­ҙем, ярай әле унда Ишморатты осраттым. Йомошомдо әйтеүем булды, уйлап та тормай, минең менән барырға ризалашты. Студияға барғас, мин йырлаясаҡ йырҙарҙы бер-ике мәртәбә генә ҡабатланыҡ. Яйлап үтергә ваҡыт юҡ. Әлдә тауыш режиссеры ихлас булды. Уның үтенесе буйынса башҡарыласаҡ йырҙарыбыҙҙың йөкмәткеһен төшөндөрөп биргәс, кәкүк, һандуғас тауыштары яҙылған магнитлы таҫмаларын әҙерләп ҡуйҙы. «Эх, донъя, гел шулай булһа икән» тигән йырға шул тауыштарҙы ҡушып яҙҙырҙы. Беҙҙең йырҙарға һоҡланып яҙҙы. Минең ижадыма иғтибар күрһәтеп, үҙемде ихтирам итеүҙәре өсөн ленинградтарға рәхмәт.
Йырсымдың шул һүҙҙәрен:
– Эйе, моң, ысын талантлы сәнғәт милләт айырмай шул, – тип йөпләнем дә, тапшырыуҙы Хөсәйен Әхмәтовтың ошо һоҡ­лан­ғыс әҫәре менән тамамлап ҡуйҙыҡ.

«Эх, донъя, гел шулай булһа икән…»

Әлеге әңгәмәбеҙ һуңында ошо йырҙы яңғыратыр алдынан Мәүлитбай Ғәйнет­динов, йәшәүгә, йырҙарыма илһамды мин халҡымдан алдым, тип, әллә үҙ моңонан, әллә үҙе башҡарған ошо йырҙың һүҙҙәренән тәьҫирләнеп, шымып тора биргәс, шулай тигәйне: «Һандуғаслы, кәкүкле яҙҙар­ҙы тағы-тағы ла көтөп алырға насип итһен». «Тигәйне» тим, сөнки был әңгәмәбеҙ эфирға бынан байтаҡ йылдар элек сыҡҡайны.
«Һандуғаслы, кәкүкле яҙҙарҙы тағы-тағы ла насип итһен!» – тигәне фәрештәләрҙең «Амин» тигән сағына тура килгәндер. Ул әңгәмәбеҙ эфир киңлегенә йәйелгәндән һуң, Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса, Мәүлитбайҙың теләгәне уның алдына килеүен байтаҡ йылдар насип итте.
Быйыл да кәкүкле, һандуғаслы яҙҙы көтөп алғайны ла… Әммә кем уйлаған быныһы уның һуңғы яҙы булыр тип. Арҙаҡлы моң эйәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлитбай Ғәйнетдинов баҡыйлыҡҡа күсте, ә тауышы, моңо, йыры беҙҙең менән ҡалды. Улар беҙҙән һуң да оҙаҡ яңғырар. Әңгәмәбеҙ һуңында әйтелгән һүҙҙәре иһә уның изге васыяты булып ҡабул ителер. Ә бына ни тигәйне ул саҡта:
– Һәр бер йырсының үҙ һәләте, мөмкинлектәренә ярашлы йырҙары, үҙ репертуары булырға тейеш. Иң тәүҙә йыр башҡа­рыу­сының үҙенең күңелен ҡуҙғатырға һәм ҡуҙғытырға тейеш. Шунда ғына йырҙы яратып йырлайһың, шунда ғына тыңлаусылар­ға ла ул барып етә, уларҙың күңелен әсир итә. Халыҡсан, йөрәккә ятышлы, моңға бай, йәшәү матурлығы, тәбиғәт күренештәрен тасуирлаған, саф мөхәббәт тураһындағы йырҙар күберәк яҙылһын ине.
Быға ни тип әйтәһең инде?
Хаҡ һүҙгә яуап юҡ.

Фәниә СӨЛӘЙМӘНОВА,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
хөкүмәт премияһы лауреаты,
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”