RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Совет һалдатында рухи көс булды

02.09.2013 Совет һалдатында рухи көс булды

2 сентябрь – Икенсе Бөтөн донъя һуғышы тамамланған көн
Отставкалағы подполковник, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүкәт Макулов 1924 йылдың 1 авгусында Башҡортос­тандың Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында тыуған. 1940 йылда, 16 йәше тулыр-тулмаҫтан, уҡытыусы булып эшләй башлаған. 1942 йылдың авгусында уны һалдат хеҙмәтенә алалар. 1943 йылдың авгусы аҙаҡтарына тиклем минометсы-сержант сифатында Украина­ның Харьков өлкәһе ауылдарын һәм Змиев ҡалаһын фашист илбаҫарҙарын азат итеүҙә ҡатнаша.
Еңеү көнөн Шәүкәт Насибулла улы сит ил телдәрен камиллаштырыу мәктәбендә ҡаршылай. 1945 йылдың авгусында, 39-сы армияның 5-се корпусы составында, Оло Хинган тауҙары аша үтеп, Маньчжурияны Япония империалистары хакимлығынан азат итешә. Артабан Порт-Артур-Дальний районының хәрби комендатураларында ҡытай теле тәржемәсеһе булып хеҙмәт итә. Ленинградта Юға­ры офицерҙар мәктәбен тамамлағас, Төньяҡ Кавказ хәрби округына ебәрелә.
1955 йылда оборона министрына ғариза яҙып, тыуып үҫкән иленә – Башҡортостанға ҡай­та, журналистикала эшләй, әҫәр­ҙәр яҙа.
Яугирҙың бер нисә иҫтәлеген тәҡдим итәбеҙ.


Күпер

Ошо көндәрҙә полкташ дуҫтарым – 1945 йылдың авгусында Монголия сүлдәрен үтеп, Хинган тауҙары аша данлыҡлы Порт- Артурға барып еткән Тәлғәт Ғүмәров һәм Зәйнәғи Ҡанбәков менән осрашырға насип булды. Уларҙың икеһенә лә быйыл 76 йәш тулды. Әлбиттә, Ҡытайҙа үткән йылдарҙы хәтерләнек, ете йылға һуҙылған һалдат тормошоноң ҡыҙыҡлы һәм ауыр мәлдәрен иҫкә алдыҡ. Далицзятунь исемле власть үҙәгендәге хәрби комендатурала тәржемәсе булып хеҙмәт иткәндә башымдан үткән бер ваҡиға хәтеремдә.
...1947 йылдың йәйендә хәрби комендант майор Свадковский мине Ляодун ярымутрауының Цзиньсянь өйәҙенә алып китте. Был тирәлә август айы иң хәүефле миҙгелдәрҙең береһе һанала: туҡтау­һыҙ ямғырҙар яуа, зил-зиләле елдәр иҫә, ҡытайса әйткәндә, "тайфун" күтәрелә, үҙәндәрҙе туфан баҫа...
Тайфунға эләкмәһәк тә, беҙҙең машина һыуҙа йөҙөп барҙы шикелле.
Юлдашыбыҙ – власть полицияһы начальнигы Чжан Сян исемле егет – беҙ үткән һәм алдыбыҙҙа булған йылға-һыуҙарҙың, тауҙарҙың һәм ауылдарҙың атамалары тураһында һөйләп бара. "Люйштунь" ауылы исемен ул, ''йәшел урман ауылы", тип аңлатты. Тимәк, беҙ барып туҡтаясаҡ ауыл ғәжәйеп матур шиғри исем йөрөтә икән. Әммә алдыбыҙҙа тағы бер бәләкәй генә ауыл пәйҙә булды.
– Быныһы Луншань ауылы, – тине Чжан Сян һәм тәржемә итеп бирҙе: "Лун" – аждаһа, "шань" – тау. Ерле халыҡ һөйләгән легенда буйынса, йылға уртаһында тайфундар ваҡытында, имеш, аждаһа йөҙөп йөрөй һәм тауҙарҙағы йәшел ағастар менән күрешергә ынтыла...
Луншань ауылына етәрәк, Чжан Сян тағы йәнләнеп китте:
– Алдыбыҙҙа күпер! Күрәһ­е­геҙме, мин һеҙгә күптән күрһәтергә теләгән "Сулян цяо" күпере...
Беҙ таш күпер алдына килеп туҡтаныҡ. Чжан Сян машинанан беренсе булып һикерҙе. Беҙ уның артынан атланыҡ. Чжан Сян, тулҡынланыуын йәшерә алмайынса, ғәҙәттәгенән көслөрәк тауыш менән:
– Сулян цяо күпере, – тине, – ошо урындағы крәҫтиәндәрҙең революцион данын күрһәтеп тороусы һәйкәл! Уны ҡырҡ бишенсе йылдың авгусында, бер нисә ауыл халҡы йыйылып, беҙгә азатлыҡ алып килеүсе Совет армияһы частарын ҡаршылау өсөн бер нисә көн эсендә һалып ҡуйған. Күрәһегеҙме, күпер­ҙең уң яғындағы аҡ ташҡа ҡытайса өс иероглиф яҙылған. Таш киҫеүсенең алтын ҡулдары һеҙҙең тарихҡа мәңгелек эҙ ҡалдырған...
Был иероглифтарҙың өсөһө лә миңә таныш ине, әлбиттә: "Су лян" – "Советтар Союзы", "цяо" – күпер. Иероглифтарҙың өсөһөн бергә ҡушып тәржемә иткәндә "Был күпер Совет Армияһы хөрмәтенә төҙөлдө" тигән мәғәнә килеп сыға.
Юлдашыбыҙ Чжан Сян был ер­ҙәр­ҙә Японияның Квантун армияһын тар-мар иткән совет ғәскәрҙәрен ҡытай халҡының иҫ киткес шатлыҡ менән ҡаршы алыуын, таш күпер аша сыҡҡанда: "Сулян һалдаттары! Рәхмәт һеҙгә, япон сяобицсыларын изге еребеҙҙән ҡыуған өсөн", – тигән ҡыуаныслы һүҙҙәр ҡысҡырыуын һөйләне. Уның хикәйәтенән күңел дәфтәремә байтаҡ фажиғәле ваҡиға булыуын яҙып ҡуйҙым. Япондар оккупацияһы заманында бында япон коменданты менән Ҡытай алпауыты Цай исемле ста­рос­та хакимлыҡ иткән.
Чжан Сян был ике йыртҡыстың крәҫтиәндәргә күрһәткән яуызлыҡтарын һөйләгәндә юл ситтәрендә, йылға буйында үҫеп ултырған саған ағастарына күрһәтеп:
– Был тирәлә ғәжәп матур сағандар үҫә, – тине. – Уларҙы юл буйлап йәки йылға тирәләй һанаһаң, йөҙләп-меңләп булыр. Был ике тиран "Сулян цяо" күперен һалған өсөн генә тирә-яҡ ауылдарҙың унарлаған кешеһен саған ағастарына аҫып үлтергән... Ул саҡта мин тауҙар араһында япон полицияһына ҡаршы төҙөлгән партизан отрядында инем. Минең атайым, 70 йәшлек ташсы ҡарт, совет һалдаттары Юшуй йылғаһын тотҡарлыҡһыҙ үтеп алға барһын өсөн, ошо күперҙе һалыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Старостаның ҡуштандары күперҙең төҙөлөп бөтөүен дә көтмәйенсә, Цайға хәбәр итә. Тик был юлы старос­та атайҙы саған ботағына эләктерә алмаған. Совет ғәскәрҙәренең һөжүме шул тиклем тиҙ һәм ынтылышлы булған: япон полицияһы менән алпауыт-староста төндә үк ауылдан сығып тайған.
Ҡытайҙа бәләкәй балаларҙан алып ҡарттарына тиклем яратып уҡый торған шиғри әҫәрҙәр, китаптар әҙ түгел. Беҙ Ҡытайҙа хеҙмәт иткән ҡырҡ бишенсе-илле өсөнсө йылдар­ҙа халыҡ иң яратҡан, бигерәк тә йәштәр күгендә йондоҙ булып балҡыған бер шиғыр бар ине. "Совет Ҡыҙыл Армияһына дан!" тигән был шиғыр­ҙың авторы – күренекле ғалим, тарихсы, яҙыусы, беҙҙең илдең яҡын дуҫтарының береһе Го Можо. 1942 йылдың февралендә баҫылып сыҡҡан был әҫәр­ҙе Ляодун ярымутрауында нәшер ителгән "Шихуабао" ("Голос правды”) баҫмаһының хәрби хеҙ­мәткәр­ҙәре 1949 йылда руссаға тәржемә итте. Ошо әҫәрҙең беҙҙеңсә ике строфа һүҙмә-һүҙ тәржемәһен килтермәксе булдым:

Пекинда ла беҙ еңеү
йырын йырларбыҙ,
Шанхай, Нанкин уға ҡушылыр,
һары диңгеҙ аша урғылыр ул, –
Океан тулҡындарын тултырыр.
Даның сикһеҙ һинең,
Ҡыҙыл Армия,
Халыҡтарға, илдәргә
Мәңге үрнәк булырһың.
Һинең алда беҙ баш эйәбеҙ,
Азатлыҡ, ғәҙеллек улы һин!
Шуны иҫтә тотайыҡ: бөйөк Ҡытай әҙәбиәтенең был шиғри юлдары беҙҙең Советтар иле өсөн генә түгел, бәлки бөтөн прогрессив кешелек донъяһы өсөн иң ауыр, иң ҡурҡыныс көндәрҙә – 1942 йылдың 23 февралендә, автор яҙғанса, Ҡыҙыл армия көнөндә, ижад ителгән.
Йә инде, мөмкинме һуң был шағирҙы ундарса йылға алдан күреүсе күрәҙә йәки бәйғәмбәр тип атамаҫҡа! Минеңсә, беҙҙең Совет Армияһы (хәҙер Рәсәй армияһы) Европа һәм Азия илдәре халыҡтары өсөн мәңгелек өлгө булып ҡала. Быға беҙҙең иманыбыҙ камил.
...Илле алты йыл ваҡыт үткәндән һуң Цзиньсян өйәҙендәге "Сулян цяо" күперен, майор Свадковский менән мине оҙатып йөрөгән Чжан Сян дуҫыбыҙҙы хәтерләүем юҡҡа ғына түгелдер, моғайын. Сөнки Зәйнәғи Ҡанбәков, Тәлғәт Ғүмәров кеүек полкташтарым Ҡытайҙағы дуҫлыҡ күпер­ҙәрен һаҡлаусы һалдаттар булды.

Ғорурлыҡ

Ҡала урамдарының береһендә күрҙем был әзмәүерҙәй егетте. Уға утыҙ йәштәр самаһы, оҙон буйлы. Мул тормошта йәшәүсе йәштәрҙә генә була торған тулы алһыу йөҙлө ине. Оҙон ҡуңыр сәсе яурынына таралып төшкән. Ҡулдары күпереп тора. Бармаҡтарының бишеһендә алтын йөҙөктәр ялт-йолт итә. Джинс салбарын киң ҡайыш менән быуған. Өҫтөндә – ҡара вельвет куртка. Үҙебеҙҙең илдә тегелгән матур һәм сыҙамлы вельвет куртка.
Ләкин... күҙҙәрем ни күрә? Куртканың һул яҡ кеҫәһе өҫтөндә уҡалап сигелгән өс хәреф ялтырай түгелме? Эйе, уның түшенә "USА" тигән инглиз хәрефтәренән тамға тегелгәйне. Тимәк, куртканы АҠШ-та тегелгән тип иҫәпләргә кәрәк.
Йәш кешенең күкрәгенә шундай билдә тағыуы, урамда кәпәренеп йөрөүе йөрәгемә утлы уҡ ҡаҙағандай тәьҫир итте. Был күренеш миңә 1945 йылда Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә китеп барғанда булған бер ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө.

* * *
Мәскәү – Хабаровск поезы Урал тауҙарын, Себер киңлектәрен иңләп, тайга урмандарын ярып, Байкал күленә яҡынлашып килә ине. Оҙон сәфәрҙә юлдаштар менән танышып, дуҫлашып китәһең бит. Вагонда беҙ ҙә туғанлашып бөттөк. Купенең өҫкө полкаһында йоҡлап ятҡан сержант Алексей Колесов алыҫ Чехословакия еренән Иркутск өлкәһенә – тыуған ауылына ҡайтып бара. Аҡ финдарға ҡаршы һуғышта уҡ снайпер-разведчик булып һуғышып, миҙал алған. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында Сталинградтан Прагаға барып еткән был егеттең ҙур хыялы бар: тиҙерәк ауылға ҡайтып етергә лә техникумға уҡырға инергә, агроном дипломы алып, колхозда иген үҫтерергә...
Егерме ете йәшлек Алексей һуғышта күргән-кисергәндәрен артыҡ хәтерләргә яратмай, ә ҡасандыр булған ауыл хәлдәрен ихлас һөйләй, яратҡан ҡыҙын һағынып иҫкә ала.
Икенсе юлдашым – Алексейҙан өс-дүрт йәшкә олораҡ Аркадий Мартынов Иркутск ҡалаһын уҙғас, Байкал станцияһында төшөп ҡаласаҡ. Ул көндөҙ йоҡламай, төндәрен дә уфтанып, туҡтауһыҙ тәмәке тартып сыға. Аркадий ҡырҡ икенсе йылдың ҡышында яраланып әсиргә төшөүен, фашист концлагерҙарында ниндәй михнәттәр күреүен беҙгә һөйләгәйне инде.
– Һеҙ – бәхетле егеттәр, – тине ул, һағышлы йөҙөн төнгө тәҙрәгә төбәп. – Ана, Алексей күкрәге тулы ордендар менән ҡайта. Уҡыр, өйләнер, бала-сағаһы булыр. Һин – лейтенант, тыуған илгә хеҙмәт итерһең, һеҙгә бөтә юлдар асыҡ. Минең эш хөрт, лейтенант. Бына үҙем ҡайтып барам, ә башым тулы ҡайғы. Ҡайтҡас, кеше күҙенә нисек күренермен? Нәфрәтле тамға: "пленный"...
– Ҡайғырма, Аркадий, ата-әсәңә һинең иҫән-һау ҡайтыуың шатлыҡ. Хәлеңде аңларҙар. Документтарың бар, бөтәһе лә тәртиптә.
– Тәртиптә... – Аркадий көрһөнөп ҡуйҙы. – Ә хәрби кейемдәр: гимнас­терка, пилотка, шинель? Береһе лә үҙебеҙҙеке түгел бит.
Мартынов ҡырҡа хәрәкәт менән Америка гимнастеркаһын һалып ташланы ла өҫкө һәндерәгә һикереп менде, тынысланырға теләп, салҡан ятты.
– Беләһеңме, лейтенант, – тине ул, бер ни тиклем ваҡыт күҙҙәрен йомоп ятҡандан һуң. – Беләһеңме, Америка ғәскәрҙәре командованиеһы совет әсирҙәрен немец лагерынан азат иткәс, ниңә үҙ кейемдәрен кейендер­ҙе? Совет һалдаттары Рәсәйгә ҡайтмаҫ, тип иҫәп тотто улар. Американдар беҙҙең братты үҙ яҡтарында ҡалдырырға нисек кенә димләмәне! Офицерҙары, дипломаттары, разведчиктары төрлө юлдар менән агитация алып барҙы. Советтар Союзында һеҙҙе каторга көтә, тип тә ҡурҡыттылар, Көн­байышта “ожмах” вәғәҙә иттеләр, ләкин беҙ уларҙың әкиәтенә ышанманыҡ. Беҙгә, фашист концлагерҙарында үлем ҡосағында йәшәгән кешеләргә, тыуған илдең һөргөнө лә Америка "ожмахы"нан ҡәҙерлерәк ине...
Мартыновтың был һүҙҙәре мине тәрән уйланырға мәжбүр итте. Совет кешеһенең үҙ Ватанына мөхәббәте бөтөнләй башҡа шул. Был мөхәббәттең тәмен сит ерҙәр­ҙә ҡайғы-хәсрәт күреп, күп михнәт кисергәндән һуң айырыуса ныҡ тояһың. Патриотизм донъяла иң ҡәҙерле кеше – әсәне яратыу хисе менән бер ул...
...Поезд Иркутскиға яҡынлаша, тип иғлан иттеләр. Алексей Колесов, һәр саҡтағыса шат күңел менән урынынан торҙо ла тиҙ генә йыуынып инде, әйберҙәрен тоғона тултырҙы.
– Йә, егеттәр, һеҙҙең менән хушлашыу ваҡыты ла килеп етте, – тине ул. – Лейтенант, хәйерле юл һиңә. Әле һинең оло-оло тауҙар үтеп, алыҫ-алыҫ ерҙәргә барып етәһең бар. Ә Аркадий менән ҡайтанан осрашырбыҙ – яҡташтар бит, Байкал күрештерер...
Колесов, һоро шинелен иңенә һалып, Аркадий алдына баҫты һәм ҡулын бирҙе.
– Теләгеңә рәхмәт. Мин дә күрешербеҙ тип уйлайым, – тине Аркадий.
Ул өҫтәл аҫтындағы сумаҙанын асып, ҡара йәшел төҫтәге яңы шинель сығарҙы. Шинелдең яғаһына "USА" тигән хәрефтәр яҙылғайны.
– Алеша, һиңә үтенесем бар...
Колесов уға ғәжәпләнеп ҡараны. Мартынов дауам итте:
– Бына өр-яңы шинель һиңә, Алексей. Һин инде армияла хеҙмәт итмәйәсәкһең. Ауылда кейеп йөрөргә дан! Буҫтауы бик шәп. Төймәләрен генә алмаштырырһың. Был шинелде ал, Алеша! Үҙеңдекен миңә бир – алмашайыҡ! Мең һум өҫтәп бирәм үҙеңә...
Колесов аҙыраҡ икеләнеп торҙо, ниңәлер иңендәге шинелен ҡапшап алды. Ә Мартынов, уға сит ил шинелен тотҡан ҡулын һуҙып, яуап көттө.
– Юҡ, булмай, Аркаша, – тине Алексей. – Алмаша алмайым. Үҙең күреп тораһың: минең һалдат тоҡсайы менән һоро шинелемдән башҡа бер нәмәм дә юҡ. Ул, Аркадий, Ватанға, хәрби антҡа тоғролоҡ символы. Һин – һәйбәт кеше, ләкин шинелемде бирә алмайым. Үпкәләмә, Аркадий!
Мартынов яҡташы Колесов менән ҡоро ғына хушлашты. Алексей поездан төшөп, беҙ Иркутскиҙан ҡуҙғалып киткәс, купела уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты.
– Миңә лә төшөргә ваҡыт етеп килә, – тине Аркадий Мартынов.
Уның күңелен нисек итеп күтәрергә һуң! Ҡоро һүҙ менән генә йыуатып булмаясаҡ: егеттең кәйефе бөтөнләй ҡырылғайны.
Ул тәҙрәгә табан боролған арала һиҙҙермәйенсә генә сумаҙанымды асып, запас гимнастерка менән салбарымды сығарҙым.
– Аркадий, бына минән һиңә бүләк булһын, – тинем. – Ә бүләкте ҡабул итмәй булдыра алмайһың...
Ҡабул итте Аркадий бүләкте. Шунда уҡ өҫтөнә кейеп, биленә ҡайыш быуҙы. Запас итегем бар ине, уны ла йәлләп торманым.
Аркадий Мартынов менән мин Байкал станцияһында һаубуллаштым. Купела яңғыҙым тороп ҡалдым. Өҫкө полкала юлдашыма американдар биргән гимнастерка менән салбар һәм йәшел шинель ятып ҡалды...
Юҡ, алманы ул Америка кейемдәрен. Әсирлектә хайуан иҫәбенә йәшәп, кеше ышанмаҫлыҡ яфалар күрһә лә, уның рухи көсө һынмағайны, ғорурлығы бөтмәгәйне.

* * *
Был ваҡиғанан һуң утыҙ биш йыл ваҡыт үтеп китте. Ҡала урамында вельвет курткаһына сит ил фирмаһы эмблемаһы тағып йөрөүсе йәш кешене күрмәгән булһам, бәлки, уны хәтергә лә алмаҫ инем. Ләкин ҡырҡ бишенсе йылғы ваҡиғаның хәҙер мин күргән күренешкә туранан-тура бәйләнеше бар.
Был егеттә ниңә заман ғорурлығы юҡ икән? Башын тәкәббер күтәреп ҡайҙа атлай ул? Уны күргән кешеләр ошо һорауҙы биргәндәй тойолдо миңә.

Шәүкәт Макулов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”