RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Был донъяла Үлмәҫбайҙар кәрәк…»

19.10.2012 «Был донъяла Үлмәҫбайҙар кәрәк…»

«Был донъяла Үлмәҫбайҙар кәрәк…»
Шағир… Халыҡтың Хоҙай тәхете янына ебәрелгән илсеһе. Тимәк, уның да булмышы кеше зиһене етмәҫ тарафтарҙа йөрөй. Аллаһҡа хөрмәтебеҙҙе, һүҙҙән бигерәк, уй менән генә һиҙҙергән һымаҡ, шағир­ҙың да эске донъяһы, көнитмеше һәм мәшәҡәттәре беҙҙең өсөн күп йәһәттән ябыулы ҡала.
Хәҙерге быуын замандаштар фекере менән үлсәгәндә, сәйер кешеләр инде беҙ. Үҙебеҙгә көн дә һабаҡ биреүсе мөғәллим­дәр­ҙең ҡәҙимге бүтәндәр һымаҡ уҡ тормош алып барыу ихтималлығын күҙ алдына килтереү түгел, уҡытыусының ябай кешеләрсә шатлана һәм көйөнә алыуы, ғаиләлә үҙен нисек тотоуы, көндәлек мәшәҡәттәре беҙҙең өсөн булмаған икән дә. Ә ябай ғына һүҙҙәр­ҙе фекер һәм образ гөлләмәһенә әүерелдереү мөғжизәһенә эйә шағирҙар, ғөмүмән, беҙҙең уҫаллыҡ, көнсөллөк, түбәнселек тамыр йәйгән ерҙә йәшәй аламы икән? Әллә, ысынлап та, уларҙың урыны тегендә, тәхет ҡаршыһында ғынамы?
Шағир тәбиғәте тураһында уларҙы ситтән генә ҡарап хөкөм йөрөтөү дөрөҫ тә түгелдер. Ижад кешеһенең булмышы уның әҫәр­ҙәрендә сағылалыр һәм ҡәләмлене шәхси танып-белеүебеҙ ҙә китап аша ғына мөмкин була. Яҙыусыны осратҡан хәлдә лә, уның менән аралашыуың китапҡа иҫтәлекле имза ҡуйыу менән генә сикләнә. Һәм һүҙ сәсеүсе менән фекер ейеүсе араһында ашатларға йөрьәт итмәҫлек сик һәр ваҡыт ята.
Мостай Кәрим иҫән саҡта уның эргәһендәрәк булырға, ғәм алдында шағир менән бергә күренеп ҡалырға, үҙенең тоҡос фекерен Мостай аҡылы менән ҡанатландырырға әүәҫтәр күп булды. Был, бәлки, гонаһ та һаналмайҙыр, сөнки халыҡ шағирының халыҡтан айырылмай йәшәргә теләүе тәбиғи хәл булһа, бүтәндәрҙең дә яҡтыға тартылыуы ғәйеп түгелдер. Мостай Кәрим өсөн кеше вазифалы менән ябайға, мөлкәтле менән фәҡиргә айырылманы. Айырһа ла, ул батырҙы бахырҙан ғына айыра торғайны. «Ғүмер миҙгелдәре» тигән китабында Мостафа ағай ипле генә бер йорлоҡ менән: «Сибәр ҡатындарға минең хәтер шәп», − тип шаярта. Уның хәтере, әлбиттә, гүзәлдәр тирәһендә генә уралып ҡалманы, бәлки ғаләм киңлегендәге оло мәсьәләләрҙе лә, бер кешенең кескенә йомошон да үҙенә һыйҙыра алды.
Шәхсән үҙемде халыҡ шағирына бик яҡын кешеләр рәтенә индерә алмайым. Күрешкәндә: «Мостафа Сафич», − тип өндәш­һәм, рәсми булып тойолдо. Шуға күрә «Мостафа ағай» тиеүҙе хуп күрҙем һәм оло исемдәр хужаһын әлеге ябайлыҡ кәмһендермәне шикелле. Әгәр үҙен юғарыла тип хис итһә, ағай ишек алдында сыр-сыу килеп йөрөүсе бала-сағаның һәр береһенең исемен хәтерендә тотмаҫ ине.
Мостафа ағайҙың вафатына ҡәҙәр ете йыл ғүмерҙе бер ҡыйыҡ аҫтында үткәрҙек. Форсаты төшкәндә күрә-күрешә йөрөүҙәр, тура килгәндә һүҙ ҡатышыуҙар яҡынлыҡ була алмайҙыр, әлбиттә. «Ниңә ҡасып йөрөйһөң әле? Саҡырғанды көтмә, кил дә ин», − тип ағай ихласлыҡ күрһәтһә лә, оло кешене тиктомалға бимазалауҙың хилаф эш икәнлеген онотоп булмай. Минең өсөн генә түгел, бүтәндәргә лә Мостай Кәримдең иркен фатирына аяҡ баҫыу уҡ хыялға ашҡан бәхет тә, рухыңдың сифатына һынау ҙа булғандыр.
Ил хакимдарын идеаллаштырыу − беҙҙең булмышыбыҙға тамырланған ғәҙәт. Ҙур шағирҙарға мөкиббән китеү, йыш ҡына хөрмәттән ашып, табыныу төҫөн ала. Был ғәләмәт − ғәйепме-түгелме, һәр кемдең үҙ хөкөмөндә, иллә Мостафа ағай, ни ҡәҙәре генә ябай булмаһын, арабыҙҙа сағында уҡ легендаға әүерелгәйне. Әйткәндәй, шағир үҙ шәхесен бөйөктәр һәм классиктар араһына индерергә самаһыҙ тырышыуҙарға ҡаршы төшә килде. «Талант», «йондоҙ» һымағыраҡ ялтырауыҡ һүҙҙәрҙең баһаһын белгәнгә, ағайыбыҙҙың уларға мөнәсәбәте: «Талант, ана − Пушкин, Гете, ә йондоҙҙарҙың яныр урыны − күк көмбәҙе», − тиеүгә ҡайтып ҡала торғайны. Үҙенә төбәлгән ҙурлауҙарға, беҙҙең «аһ» итеүҙәргә Мостафа ағай, башҡорт ирҙәренә хас тыйнаҡлыҡ менән, илтифат та итмәҫ ине. Бер мәл Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, рәссам Ғәлиә Имашева апайҙың улы Урал Имашев менән, Мостафа ағайға юлдаш булайыҡ тип, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғүмәр Теләшевҡа, дөрөҫөрәге, ул эшләгән нефть эшкәртеү заводына ҡунаҡҡа китеп барабыҙ. Күңелле, әңгәмәле генә сәфәр. Юл үтә торғас, әллә һәр һүҙен «йәрхәмбикәләп» барыуыбыҙ оҡшап етмәнеме, әллә эсендәге уйын дауам итеүе булды, ағайыбыҙ: «Һеҙ, егеттәр, мине идеаллаштырмағыҙ әле. Гонаһлы донъяла гонаһһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Төрлөһө булғандыр», − тине лә, Урал менән мине аптырашта ҡалдырып, беҙгә арҡаһын борҙо.
Ул саҡта Мостафа ағайҙың кәйефенең ни сәбәпле үҙгәреп китеүен дә, тел төбөн дә аңлап еткермәгәнмен. Шағир хис-тойғоларын, донъя хәлдәренә мөнәсәбәтен, әҫәрҙәренә һирпкәнгә тиклем, йөрәгендә сабырлыҡ менән йөрөтәлер инде. Халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин һәм дәүләт премиялары лауреаты исемен күтәргән шәхестең үҙ тирә-яғындағы кешеләргә ниндәй ҡараш һаҡлай алыуын тота килеп һораша һалыр әмәлдәр юҡ. Фантазияңа ирек ҡуйып, уның фекерҙәр донъяһына инергә маташыу ҙа файҙаһыҙ. Мостафа ағай, һәммә кешегә ҡарата итәғәтле булһа ла, моғайын, эсендә сиселер мәлдәрҙә лә ысҡынмаҫ серҙәрен һаҡлап ҡалғандыр.
Йә болоҡһорап йөрөгән сағы булдымы, әллә берҙән-бер малайын юҡһыныуҙанмы, Мостафа ағайҙың: «Мин һине, Марсель, Илгизем һымаҡ күрәм», − тип әйтеүе, ҡыуандырыуҙан бигерәк, һиҫкәндергәйне. Тере классиктың һәләтле улы эргәһенә баҫырға кем инде мин? Бәлки, һуғышта ҡалған атайым, етемлектә уҙған бала сағым үҙе лә яу яландарының һөрөм ҡатыш саңын йотҡан шағирҙы тәьҫирләндергәндер? Мостафа ағай һуғыш тураһында тирелеп һөйләп барманы, сөнки яу хәтирәләре хикәйәт түгел һәм бәйән иткән һайын уның буяуҙарын йә ҡуйыртып, йә тоноҡландырып ултырыуҙы әҙәпһеҙлек һанағандыр. Мостай Кәрим ижадында һуғыш, рус әҙибе Виктор Астафьев әҫәрҙәренән айырмалы рәүештә, рәхимһеҙлек, йыртҡыслыҡ, түбәнселек менән тулы түгел ине. Әҙәм балаһының яҙмышына төшә торған иң ҙур ҡаза булһа ла, яу һәм яугирҙар Мостафа ағай ҡәләме осонан юғары рухлы, яҡты ынтылышлы, тапҡыр һүҙле, күңелсәк кешеләр һәм бәләләрҙән өҫтөн торор маҡсат булып тамды.
− Мостафа ағай, беҙ бала саҡта, ауылда йәштәр концерт-маҙар ҡуйырға булһа, кемдер мотлаҡ Үлмәҫбайҙың мажараларын декламацияламай ҡалмай торғайны. Поэманың хатта бер үк өҙөктәре ҡабатлана, ә халыҡ барыбер разый: үҙебеҙҙең һалдаттың булдыҡлылығына рәхәтләнә, үлмәҫбайҙарға ҡаршы торорға йөрьәт иткән фашистың да, бабаһы ише, Чуд күлендә сәсәйәсәген белеү уны ҡалҡындырып ебәрә. Яңылыш­майыммы?
− Әҙәби әҫәр, туған, һин әйткәнсә, фәлсәфәүи фекерҙәр юллап тыумай. Шиғри әҫәр бигерәк тә. Ул хистән һәм фантазиянан туҡыла. Фәҡәт һәр уҡыусы ғына уны үҙенсә аңлай. Ә инде Үлмәҫбайға килгәндә, ул Мостай күҙ алдына килтергән дә, ҡағыҙға төшөргән герой ғына түгел. Бөйөк Ватан һуғышы халҡыбыҙҙы йә үлеү, йә ҡалыу тигән һайланмыш алдына ҡуйҙы. Ниндәй генә көслө идеяға эйәрмә һәм ватансылыҡ бурысын күңелеңә нисек кенә тәрән һеңдермә, донъяла һин таянған көстәрҙән дә ҡеүәтлерәктәре табыла тора. Һуғыштың бер мәлендә, дошман пайтәхет ҡапҡаһын шаҡығанда, Волга ярҙарынан көнсығышҡа ҡараш ташлай алғанда, халҡыбыҙ һыныр сиккә еткәйне. Әллә дошмандың тыны ҡыҫылды, әллә мөғжизә менән үҙебеҙҙең тын иркенәйҙе. Бәлки, Үлмәҫбай шул икенсе һулыштың асылыуы булғандыр… Юҡ, Марсель, был донъя­ла үлмәҫбайҙар кәрәк. Һәр заманда.
Мостафа ағай баҡыйлыҡҡа күскәс тә уның менән осрашыуҙарҙан ҡалған тәьҫораттар матбуғатта ваҡыт-ваҡыты менән күренә тора. Әҙәбиәт белгестәре хәҙер, уның әҫәр­ҙәре сәхифәләрен аҡтарып, авторҙың уйына инеп тә сыҡмаған һығымталарға юлыға. Мостай әҫәрҙәрендәге тапҡыр фекерҙәр һәм йөмләләр кескәй генә китап булып күренеп ҡалды. Әгәр Мостай Кәрим әҫәрҙәренең һүҙлеге лә нәжерләнһә, йәнә лә хуп булыр. Һәр хәлдә, халыҡ шағирының ижтимағи эшмәкәрлеге лә онотолмаҫ, тигән өмөт һаҡлайһы килә, сөнки Мостай тураһында уйланып та, беҙ һаман, күтәрелергә ҡыймай, ошо атамалағы бейек тауҙың итәгендә генә торабыҙ.
… Мин эшләп ултырған бүлмәнең тәҙрәһенән Мостай ағай ултыртҡан ҡайындар, ҡарағайҙар күренеп тора. ҡуйы йәшел ылыҫлы ҡарағайҙар бигүк буй тарта алмаһа ла, ҡайындар уғата тилбер күтәрелде. Һау булһаҡ, бер нисә йылдан уларҙың осо Мостай ағай тәҙрәһен сиртер. Әлегә ҡайындар, йәшкелт-һары тәңкәләрен аҫып, көҙҙө оҙата һымаҡ. ҡапыл ғына өрә башлаған ел япраҡтарҙы елберләтеп осора ла, улар һалҡын ерҙе ҡаплай. Япраҡтар, бәлки, шулай, йәшәү һаҡлар тамырҙарҙы килер һыуыҡтарҙан ҡурсаларға теләйҙер? Ысын­дан да, тамырыбыҙ ғына иҫән булһын.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”