RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Парижды ла күрҙек беҙ...»

29.06.2012 «Парижды ла күрҙек беҙ...»

Республикабыҙҙың башҡорт мәктәптәрендә «Башҡорт мәҙәниәте», «Тормош һабаҡтары» предметы уҡытыла башлауға быйыл егерменсе йыл. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә был фәнде бик ихлас ҡабул итте. Уҡыусыларҙың ихласлығын, дәресте яратыуын һуңғы йылдарҙа үткәрелгән олимпиада һөҙөмтәләре айырыуса асыҡ күрһәтә. Башҡорт мәҙәниәте буйынса үткәрелгән быйылғы олимпиада 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышына арналды. Һәр уҡыусы, ошо ваҡиғаға ҡағылышлы ирекле теманы һайлап, үҙ аллы эш башҡарырға тейеш ине. Ғәжәп тәрән йөкмәткеле, киң ҡоласлы башҡарылған яҙма эштәрҙә шул тиклем ҡиммәтле мәғлүмәттәр бар – улар менән башҡаларҙы ла таныштырғы килә. Шул маҡсаттан «Йәшлек» гәзите биттәрендә бер нисә эштән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Жюри ағзаһы Мәрйәм БУРАҡАЕВА.

Әлшәй еренән француз яуына барып, арыҫландай алышып, иҫән-һау ҡайткан ҡайһы бер яҡташтарыбыҙҙың исемен Үҙәк дәүләт архивынан табыу бәхете тейҙе беҙгә. Икенсе полк буйынса Сәпәштән (ҡайып) подпоручик Әйүп ҡайыпов, ҡотлозаман Ишкилдин, ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Мукай Сапҡынов, Ғайса Әхмәтов исемле батырҙарыбыҙ барлығын белдек. Ун өсөнсө полк буйынса зауряд-хорунжий Юлдаш Рәхмә­туллин, урядник Дәүләтша Игеҙәков, зауряд-сотник Яхъя Килдеғолов – ҡыпсаҡ-Асҡар­ҙан яуға киткән уҙамандар. Әлеге көнгә тик Яхъя Килдеғоловтың ғына нәҫел осона сыға алдыҡ. Архив сығанаҡтарына таянып төҙөгән шәжәрәнән күренеүенсә, беҙҙең класта батырҙың бүләһе уҡый. Ул – Алмас Иманғолов.
Яҡташтарыбыҙҙан бигерәк тә Әйүп батырҙың яҙмышы аяныслы. 1823 йылда ул суд-янъялға ылыҡтырыла, нахаҡ бәлә һәм ғәйеп тағыла, старшиналыҡ вазифаһынан бушатыла. Ике йыл яуҙа йөрөп, быуын-быуындарға етер дан йыйған яҡташыбыҙ, дворян, IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры Әйүп ҡайыпов үҙ илендә үҙенең хаҡлығын алты йыл буйы иҫбат итә алмай был донъянан китә... Сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның бер ҡобайырында ошондай юлдар бар:
Мең һигеҙ йөҙ ун икелә
Уҡ-һаҙаҡтай ир инең.
Илем тиеп, Рәсәй тиеп,
Утҡа, һыуға керер инең.
Был ҡобайыр һүҙҙәре, һис шикһеҙ, Яйыһыбы нәҫеленән булған намыҫлы, тура һүҙле старшина Әйүп ҡайыповтың яҡты иҫтәлегенә бағышланғандыр, тип уйлайым. Рәсми ҡағыҙҙарҙа Әйүп ҡайыповтың тыуған ауылы Сәпәш булһа ла, халыҡ һаман да әүәлгесә ҡайып тип йөрөтә. Ватан һуғышының 200 йыллығы айҡанлы ауылдың ҡайып тигән тарихи исеме рәсмиләштерелһә, батырға һәйкәл ҡуйылһа, бик сауаплы эш булыр ине. Үрҙә әйтелгән һәм башҡа бик күп башланғыс менән ошо ауылда тыуып үҫкән атаҡлы сәсәниә Розалия Солтангәрәева бынан ун йыл элек сығыш яһағайны. Тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә әле лә һуң түгел!
1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы, башҡорт улдарының ҡаһарманлығы хаҡында бик күп йырҙар, бәйеттәр, ҡобайырҙар ижад ителгән. Үкенескә күрә, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Әлшәй яугир­ҙары тураһында йырҙар һаҡланмаған. Ватан һуғышына бағышланған бәйеттәр араһынан бигерәк тә уҡытыусым 1990 йылда үҙебеҙҙең ауылдан яҙып алған ике бәйет − «Кутуз бәйете», «Ағас бәйете» оҡшаны. Әйткәндәй, 1990 йылда уҡытыу­сым тарафынан йыйылған байтаҡ назымды, мөнәжәтте, бәйетте Р. Солтан­гәрәеваның «Әлшәй районына экспедиция материалдары. 2004 йыл» китабында күрергә мөмкин.

КУТУЗ БӘЙЕТЕ

Оло алыш тынып торған бер мәл ине,
Арыҫлан ирҙәр салҡан ятып хәл ала ине.
Шул сағында һүҙ артынан һүҙ ялғанған,
Сәрдәр ҡаһым Кутуз батшаны маҡтаған.
Тыңлаусылар кинәт кенә тора һалып,
Һөйләп биреүен һорағандар, уратып
алып;
ҡаһым батыр ялындырып булашмаған,
Тамаҡ ҡырып, яйлап ҡына һүҙ башлаған:
− Беҙҙең ғәскәр ир-егетлек күп
эшләгәс,
Мәхшәр саҡта ҡурҡыуҙарға һис
төшмәгәс,
Кутуз батша башҡорттарҙы ныҡ яратты,
Тапшырырға хәрби бүләк ул саҡыртты.
Барҙыҡ унда, һүҙ күп булды,
ҡурҡыныс саҡ,
Йәшермәйем, бәхәстәр ҙә
булғандыр саҡ.
Көллөһөн дә һөйләп булмаҫ
бәйнә-бәйнә,
Ваҡыт барҙа әңгәмәләр булыр йәнә.
Был юлы мин төшөндөрәм бер өлөшөн,
Яу алдынан күрелгән бер Кутуз төшөн:
Бейек тауҙың ҡаяһында бөркөт булған,
Яуыз йылан бер ояға бит уҡталған:
Бер сабыйҙы һә тигәнсе йотоп ҡуйған.
ҡарап тора, әйтерһең дә, ашап туйған.
Бүрәнәләй йылан көсөнә сыҙаша алмай.
ҡорбандарға ташланырға тағы самалай.
Ғорур бөркөт шул саҡ ғәйрәт, асыу илә
Бәдбәхет йәндең өҫтөнә осоп килә.
Китә бәрелеш, бөркөт йыланға ташлана,
Кемуҙарҙан көрәш вә тартыш башлана.
Йылан һаман бөркөт ояһына яҡынлай,
Кесек йәндәрҙе ашауҙан һис тартынмай.
Оса икән бер ҡарсыға был тирәнән,
Ошо хәлде күреп ҡалған бит кинәттән.
Икеһе бергә − ҡарсыға бөркөт илә,
Һөжүм ҡылғандар яуызға ғәйрәт илә.
Теткәндәр бергә йыландың тетмәһен,
Ырғытҡандар үҙ өңөнә, бүтән кермәһен,
Кутуз батша һөйләп бөткәс торҙо ла
Ауыр баҫып тәҙрә ҡырына барҙы ла.
Назурә илә ҙур киңлеккә ҡараны.
Ғәскәрендәге тәртипте барланы.
Шунан беҙгә ҙур уңыштар теләне.
Хаиндарҙан һаҡ булырға өндәне.

АҒАС БӘЙЕТЕ

Мең һигеҙ йөҙ ун ике ине,
Донъя күрке беҙҙеке ине.
Төнө буйы ат көттөк,
Өйҙөрәк буйын бер иттек.
Бесән әүенгә һалған,
Тәбиғәт нәүемгә талған,
Төн уртаһы саҡ ине,
Күк йөҙкәйе пак ине.
Әммә төн һандуғасы
Йыр-моң сәсте туйғансы;
Кинәт булды ҙур тынлыҡ,
Илаһи был ни шомлоҡ?
Баш эйгән һәммә нәбат,
ҡоштар йырламай ҡабат.
Асман табан бән баҡһам:
Мәшриҡҡә мәғриб яҡтан
ҡандай ҡыҙыл юл ятҡан...
Йәнем хозуры осто китте,
Күңелем ҙур ҡаза көттө.
Тирмәләргә беҙ ҡайтһаҡ,
Халыҡ аяҡҡа баҫҡан.
Ул арала таң атты,
Илгә сапҡынсы ҡайтты:
Ярҙам һорап башҡорттан,
Аҡ батша хәбәр һалған,
Тәкәбберләнеп, француз
Илебеҙгә уҡталған.
Башҡорт башҡортҡа баҡты,
Ырыуға оран осто,
Илгә фарман таралды,
Уҡ-ян билгә аҫылды,
ҡылыс-хәнйәр ҡайралды.
Сәфәр сыҡтыҡ бергәләп,
Эркелешеп, меңәрләп,
Яу яланы киң икән,
Майҙан тулы ҡан икән.
Алыш саҡтар күп булды,
Донъя үлеккә тулды.
ҡурҡып, ҡойолоп ҡалманым,
Дошманды боғаҙланым.
Күргәндәрҙе һанап булмай,
Баштан ашҡан, тоҡҡа һыймай,
Һөйләйем бер әңгәмә,
Ныҡ һеңгән йөрәгемә:
Һуғыш ҡыҙған заман ине,
Балут ауылы утта ине.
Ерәнес француз ағаслыҡтан
ҡара ҡыпсаҡ Ғариф дуҫты
ҡибла яҡтан атып йыҡты.
Француз яуыз ҡарай баштан,
Төп-төҙ туры бер ағастан.
Уҡ-һаҙағым шунда борам,
Төҙләп кенә бер тондорам.
Теймәне бит, яҙа һыҙҙы,
Ыңғырашып ботаҡ һынды.
Ирен ҡымтып ҡабат атам,
Дошманымды мин ҡолатам.
Алыш бер аҙ һилгә ҡалғас,
Өҙөк хәлгә хәл ялғанғас,
Ашыҡтым мин ағасыма.
Яҙа киткән төҙ уғыма.
Дошман ята йән бирә алмай,
Мылтығына үрелә алмай.
Миңә ымлай: һыу бирең, ти,
ҡабат былай йөрөмәм, ти.
Урыҫ ерен тапап ингән,
Саф ағастың башына менгән,
Ғәзиз йәнгә әжәл сәсә,
Йәлләтергә бит маташа,
Һынған ағас ботағынан,
Һут аға бит бахырымдан.
Ялғап үҙе үҙәге менән
Бәйләп ҡуйҙым билбау менән.
Француздың сәсенән алып,
Хәнйәремде ҡындан алып,
Башын һындан айырып алып,
Ботаҡҡа аҫып ҡуйҙым,
Шунда гонаһым юйҙым.
Өйҙөрәктең ағасҡайын
Ғәфү ҡылғыл, ағасҡайым!
Яраларың төҙәлер ул,
Йөрәк уты уңалыр ул,
Йәлләмәгеҙ дошманды.
Юлбаҫарға ни кәрәк, −
Килмешәккә шул кәрәк!
Кәрәгеңде алдыңмы,
Башһыҙ кәүҙә ҡалдыңмы?

Диана ТАТЛЫБАЕВА,
Әлшәй районының ҡыпсаҡ-Асҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”