RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Батыр исеме онотолмаҫ

29.06.2012 Батыр исеме онотолмаҫ

Батыр исеме онотолмаҫ
Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан Шәмсетдин ҡунафиндың балалары аталарының ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булыуын асыҡланы
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күп йылдар үтһә лә, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһындағы мәғлүмәттәр әленән-әле табылып тора. Мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Оборона министрлығының “Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941 – 45 г.г.” сайтында табырға була. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем уның бөтә михнәттәрен үҙ иңендә кисергән Шәмсетдин ағай ҡунафиндың Бөрйән райо­нының Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе балалары ошо сайт аша аталарының билдәһеҙ ҡаһарманлығы тураһындағы мәғлүмәтте белде.
«1941 йылдың 8 ноябрендә Дьяково ауылы янындағы ҡаты бәрелештә иптәш ҡунафин Шәмсетдин үҙенең ҡул пулеметынан дошмандың ҡырҡлап һалдат һәм офицерын юҡ итте. Үҙ ҡоралын таҙа, яҡшы сифатта тотҡанлыҡтан, уның пулеметы тотҡарлыҡһыҙ эшләне. Ике тапҡыр ҡулынан яраланып, күп ҡан түгеүгә ҡарамаҫтан, батыр пулеметсы иптәш ҡунафин үҙ ҡоралын ташламай дошманға үлемесле ут асыуын дауам итте. ҡамауҙа ҡалған пулеметсы дошман автоматсылары ҡуласаһы аша үҙенә юл ярҙы, мәргән уты менән үҙ отделениеһына ҡамауҙан сығырға булышлыҡ итте.
Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн иптәш ҡунафин хөкүмәт наградаһы – ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә.
733-сө уҡсылар полкы командиры, полковник Таванцев,
Хәрби комиссар: өлкән политрук Шемякин.
24 ноябрь, 1941 йыл».
Шәмсетдин Сиражетдин улы ҡунафин 1918 йылда Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1935 йылда Байназар колхозсы йәштәр мәктәбенең биш синыфын тамамлағас, колхозда һәм район ойошмаларында иҫәп-хисап эштәре башҡара.
Ул 1940 йылдың майында бер төркөм райондаш егет менән ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Әрмәнстандың Ленинакан ҡалаһында урынлашҡан 733-сө уҡсылар полкында хәрби хеҙмәтен башлай. Физик яҡтан таҙа, көслө һалдат булараҡ, Шәмсетдин ағайға шәхси ҡорал – 11 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы Дегтярев ҡул пулеметы тапшырыла.
1941 йылдың 2 сентябрендә 733-сө уҡсылар полкы фронтҡа оҙатыла. 27 сентябрҙә 316-сы уҡсылар дивизияһы составында Днепропетровск өлкәһендә тәүге бәрелештә үк румын бригадаһын ҡыйрата һәм бер нисә йөҙ һалдатын әсирлеккә ала.
Украинаның Ворошиловград (Луганск) өлкәһенең Дьяково ауылы янындағы көсөргәнешле бәрелештәр тураһында шундай мәғлүмәт бар. 1941 йылдың 6 ноябрендә Шәмсетдин ағай хеҙмәт иткән 733-сө полк һан яғынан биш тапҡырға күберәк булған дошмандың төп ударын үҙенә ҡабул итә. Көслө артиллерия һәм авиация утынан һуң еңел еңеүгә өмөт иткән фашистарҙың “СС-Викинг” мотопехота дивизияһы йөҙәрләгән танк ярҙамында разведкаһыҙ һөжүмгә күсә. Авиация һәм артиллерия уты тамуғынан һуң совет һалдаттары позицияһында кемдеңдер булһа ла тере ҡалыуына ышаныуы ла ҡыйын. ҡорос ташҡынды хәтерләткән дошман һөжүмен бер нәмә лә туҡтата алмаҫ кеүек тойолдо. Ләкин фрицтар 136-сы дивизия позицияларына яҡынлашҡас, бомба һәм снарядтар менән һөрөлгән окоптар терелде. Винтовка залптары, пулемет уттары дошмандың пехотаһын ҡыра башлай. Миномет һәм орудиелар ҙа берҙәм ут аса. Көн аҙағына яндырыл­ған 45 танкыһын һәм 1500-ҙән ашыу мәйетен ҡалдырып, дошман сигенә.
Грозный, Майкоп нефтен һәм Кубань икмәген тиҙерәк яулап алырға ынтылған фашистар өҫтәмә көстәр менән 8 ноябрь көнө Дьяково ауылы янында яңы һөжүмгә күсте. Резерв көстәр килгәнсе уларҙы туҡтатырға кәрәк булды. Көстәр нисбәте күп тапҡырға артыҡ булған дошман әсиргә төшөрөү ниәте менән 733-сө полкты ҡамауға ала.
Полк һалдаттары ҙур юғалтыуҙар менән ҡамауҙы йырып сыға. Айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер нисә яугир хөкүмәт наградаларына тәҡдим ителә. Шулар иҫәбендә Шәмсетдин ағай менән берлектә үҙ отделениеһы менән 70-тән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ иткән ҡадир Кинйәбулатов та (ул да, моғайын, Башҡортостандандыр) телгә алына. Пулеметсы ҡ. Кинйәбулатов Ленин орденына тәҡдим ителә.
Ноябрь аҙаҡтарында ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауыр яраланған Шәмсетдин ағай немецтар ҡулына эләгә һәм хәрби әсирҙәр лагерына оҙатыла.
18-се армия составында 136-сы уҡсылар дивизияһы фашистарҙың һөжүмдәрен кире ҡаға барып, һигеҙ ай буйына − 1942 йылдың июненә тиклем Дьяково ауылы янында үҙ позицияларын һаҡлап ҡала алды.
Юғары баш командующий И. Сталиндың 1942 йылдың 16 февралендәге 38-се һанлы бойороғо менән дивизия яугирҙары немец агрессорҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән берҙәмлеге, дисциплинаһы өсөн 15-се гвардия дивизияһы итеп үҙгәртелә һәм ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Үҙенең данлы һуғыш юлын дауам итә барып, ул Бөйөк Еңеүҙе Чехословакияның баш ҡалаһы Прагала ҡаршылай.
Фашист тотҡонлоғондағы түҙеп тора алмаҫлыҡ бөтә ауырлыҡтарҙы оло сабырлыҡ менән кисереп, Шәмсетдин ағай 1943 йылдың сентябрендә хәрби әсирҙәр лагерынан ҡасырға көс таба. әсирлектән ҡотолған яугирҙы армияның махсус бүлеге иләгендә тикшереп, ил алдында намыҫы таҙа икәне иҫбатланғандан һуң, ошо уҡ ай эсендә 262-се гвардия уҡсылар полкына ебәрелә.
Көслө һөжүм операциялары барышында ҡыҙыл Армияның төп көстәре немец ғәскәрҙәрен ҡыуа барып, ил сигенә яҡынлашҡан ваҡытта Германия армияһының ҙур группировкаһы ҡырым ярымутрауын үҙ ҡулында ҡалдырыу өсөн үтә ныҡ фанатизм менән алыша.
1944 йылдың 5 майында Севастополь ҡалаһын штурмлау барышында Шәмсетдин ағай хеҙмәт иткән 262-се гвардия уҡсылар полкы беренселәрҙән булып дошмандың алғы позицияларын яулап ала һәм шул көндә дошмандың 14 һөжүмен кире ҡаға.
Гвардия ефрейторы Шәмсетдин ҡунафинды “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһындағы бойороҡта былай тип әйтеп үтелә: “ҡырым өсөн барған һуғыштарҙа һәр ваҡыт ҡыйыу хәрәкәт итте һәм алға ынтылды, беренселәрҙән булып дошман траншеяларына бәреп инде һәм дошманды ҡыйратты. Уның тарафынан ҡырымды азат иткәндә биш гитлерсы үлтерелде”.
Аҙаҡҡы алған ҡаты яранан һуң дауаланып сыҡҡас, артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған Шәмсетдин ағай 1944 йылдың авгусында санитар поезының склад мөдире итеп тәғәйенләнә. Фашистарҙан азат ителгән Европа илдәренән яралы яугирҙарҙы тыл госпиталдәренә оҙатыу эштәрендә ҡатнаша.
1946 йылда гвардия сержанты ҡунафин тыуған яғына ҡайта. Бер йыл Яңы Собханғол ете йыллыҡ мәктәбендә хәрби әҙерлек дәрестәре алып бара, артабан үҙ ауылына ҡайтып, колхоз бухгалтерияһында иҫәп-хисап эштәрен башҡара.
1954 йылда Бөрйән МТС-ы ойошторолғас, Шәмсетдин ағай механизаторҙар курсын уңышлы тамамлай. 1960 йылға тиклем, МТС-тың алдынғы комбайнсыһы булараҡ, колхоз баҫыуҙарында иген ура, ә ҡыштарын техника ремонтлай. Тик һуғышта алынған ауыр яралар физик көсөргәнешлеккә ирек бирмәй һәм ул яңынан бухгалтер эшенә күсә. Аҙаҡ колхозда ревизия комиссияһы ағзаһы була.
Һуғыштан һуң бөтә яугирҙарға ла, хатта инвалидтарға ла хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа әүҙем эшләргә тура килә. Ниндәйҙер ташламалар тураһында уйларға ла ваҡыт булмай.
9 май Еңеү байрамы көнө итеп рәсми рәүештә 1965 йылдан ғына билдәләнә башланы. Йыл һайын был көндә һуғыш һәм тыл ветерандары балалар алдында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаша. Шәм­сетдин ағай ҙа ҡәҙерле ҡунаҡтар рәтендә хөрмәттең түрендә булды. Тик һуғыш тураһында һүҙ әйтеүҙе һораған саҡта уның тамаҡ төбөнә төйөн тығылып, ике күҙенән йәш бөртөктәре генә тәгәрәй торғайны. “Мин күргәнде башҡаларға Хоҙай күрһәтмәһен”, − тигәндәй ине уның әсе күҙ йәштәре.
Фронттағы тынғы бирмәгән йоҡоһоҙ төндәр, дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп алышып, уларҙы юҡ итеү, яҡын иптәштәрҙең һәләк булыуы, ҡаты яраланып, ҡанһырап ятҡан килеш әсирлеккә эләгеү, фашист концлагерында көс еткеһеҙ эш, аслыҡ, фашист ҡамсыһының тәндәге төҙәлмәҫлек эҙҙәре, әсирлектән ҡасып ҡотолғас, махсус бүлектәге ныҡлы тикшереүҙәр ҡарт яугирҙың хәтерендә тәрән яра ҡалдырып, күңелен йомшартҡандыр. Ил алдында намыҫы таҙа булып та, ҡайтҡас, ҡайһы бер яуыз телдәрҙең ялған ҡушаматтар тағып мәсхәрәләргә маташыуы ла ҡасандыр имән кеүек ныҡ, баһадир кәүҙәле ирҙең донъянан иртә китеүенә булышлыҡ иткәндер.
Шәмсетдин Сиражетдин улы ҡунафин 1974 йылдың майында 56 йәшендә ҡаты ауырыуҙан вафат булды.
Ағайыбыҙҙың тәүге никахынан өс ҡыҙы бар. Фәтихә еңгәй менән йәшәү дәүерендә туғыҙ балаға ғүмер бүләк иттеләр. Һуғыш инвалидының ул ваҡытта пенсияһы ла ҙур булманы. Шулай ҙа тормошҡа зарланманы, оҫта ҡуллы булды, ауылдаштарын ишек, тәҙрә рамдары эшләп ҡыуандырҙы, бал ҡорто тотто, балаларын иртә эшкә өйрәтеп, ишле мал аҫраны. Ул балаларын ныҡ яратты, шул уҡ ваҡытта оҫталыҡ эштәренә лә өйрәтте. Шуға ла улар бик йәштән үҙаллылыҡҡа өйрәнде. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс улы иртә донъя ҡуйҙы. Улдарының барыһы ла тиерлек механизатор һөнәрен үҙ итеп, колхоз осоронда алдынғылыҡты бирмәне. Бер улы – хәрби училище тамамлап, хәҙерге көндә подполковник Хәлил ҡунафин Тверь ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә. Ауылда ҡалған улдарының барыһы ла эшсән, тырыш, йүнсел, татыу ғаилә ҡороп, матур донъя көтә.
Шәмсетдин ағайҙың кеше менән аралашҡанда асыҡ йөҙлө, ихлас әңгәмәсе, йор һүҙле булыуы иҫтә ҡалған. Мандолинала, скрипкала матур уйнаны, мәжлестәрҙә бик моңло итеп йырлар ине.
Шуныһы үкенесле: Шәмсетдин ағайҙың һуғыш һәм хеҙмәт юлын сағылдырған хәрби билеты ла, хеҙмәт кенәгәһе лә, паспорты ла һаҡланмаған. Фронттан алып ҡайтҡан “Батырлыҡ өсөн” һәм “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары ла ышанысһыҙ ҡулдарға барып эләгеп, юҡ булған. Тик таушалып бөткән кадрҙарҙы иҫәпләү буйынса үҙ ҡулы менән яҙылған анкетаһында уның хеҙмәт иткән полкы, ҡаһарманлыҡ күрһәткән урыны интернетҡа индерелгән архив материалдарына тап килә.
Шәмсетдин ағай ҡунафиндың ҡан менән яуланған һуғышсан ҡыҙыл Байраҡ орденын балаларына юллап алып биреүҙә тейешле органдар ярҙам күрһәтер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Гәзит уҡыусыларға теләгем шул: һуғыш һәм тыл ветерандарының наградаларын, документтарын ҡәҙерләп һаҡлағыҙ. Улар, үткән дәһшәтле йылдар­ҙың шаһиты булып, киләсәк быуындарға күсә барһын. Балалар ата-бабаларының, өләсәйҙәренең ҡайһы ваҡытта ниндәй батырлыҡ ҡылыуын белеп үҫһен.

Сәлихйән ДӘҮЛӘТБИРҘИН,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”