RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Республиканы данға күмгән шәхес

29.06.2012 Республиканы данға күмгән шәхес

АРеспубликаны данға күмгән шәхес
прель аҙағы ине, ул миңә шылтыратты:
– Беҙҙең өйгә килә алаһыңмы? Бына хәҙер үк…
Барһам, Муса Ғайса улы авиация полковнигы формаһында, ниндәйҙер осрашыуға китергә әҙерләнгән. Шат йылмайып, күптән түгел баҫылып сыҡҡан «Штурмовиктар һөжүмгә бара» тигән китабын һуҙа. Баҫмала уның ҡулы менән шундай һүҙҙәр яҙылған: «ҡоралдаш туғаным Ғәлиев Ильяс Сөнғулла улына. Тәрән ихтирам менән авторҙан… 24.04.84 йыл». Быныһы – бүләк иткән китаптарҙан икенсеһе. Беренсеһе («Ветерандар сафта ҡала») Офицерҙар йортонда тапшырыл­ғайны.
Гарнизонда хеҙмәт иткәндә Муса Ғайса улы менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Даими рәүештә уға эш буйынса мөрәжәғәт иттек. Төрлө сараларға, күберәк йәш офицерҙарҙы, Ватан һаҡсыларының үҫеп килеүсе быуынын хәрби һәм сәйәси яҡтан тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса осрашыуҙарға саҡырҙым. Ә ул даими рәүештә ваҡыт һәм мөмкинлектәр тапты. Офицерҙар йортона хәрбиҙәр, яҙыусылар, журналистар менән осрашыуға, сәләмәтлеге торошона, эше күп булыуға ҡарамаҫтан, килеп етә, авиация һәм армияның данлы традицияларын арымай-талмай пропагандалай торғайны.
Легендар һәм бөйөк осоусыларҙың береһе, күк йөҙө ҡаһарманы Муса Ғайса улы Гәрәевҡа 9 июлдә 90 йәш тулған булыр ине. Уның исеме республикала, илебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙән алыҫтар­ҙа ла киң билдәле.
Ул Башҡортостандың Илеш районы Иләкшиҙе ауылында тыуған. Ни бары 65 йыл йәшәне – 1987 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә вафат булды. Ләкин тиңһеҙ ауыр һуғыш йылдарында уның 250 хәрби осош яһауын хәтергә төшөрһәң, был ғүмерҙең ни тиклем ҡиммәт һәм оло булыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Һәр осоштоң һуңғы тапҡыр булыуы ихтимал бит. Тормош юлының ысын хаҡын шулай ғына ла аңларға мөмкин.
Хәрби-һауа көстәре кадры итеп уны 1940 йылдың декабрендә теркәйҙәр. «Ил – 2» самолетында сержант Гәрәев үҙенең беренсе хәрби осошон 1942 йылда ут эсендәге Сталинград күгендә яһай. Дошмандың иҫәпһеҙ-һанһыҙ зенит артиллерияһы атып тороуға, һауала фашист самолеттары өҫтөнлөк яулап алыуға ҡарамаҫтан, Муса ышаныслы оса, хәрби заданиеларҙы уңышлы үтәй. Йәш, тәжрибәһе әле аҙ булған, 76-сы штурм авиаполкы осоусыһы сифатында ул Сталинград һуғышында тимер юл станцияһына, фашистарҙың аэродромына һәм оборонаһының алғы һыҙығына туғыҙ хәрби осош яһай. Һис шикһеҙ, был хәүефле бурыс була. Әммә тап ошо осоштар уның летчик булараҡ сынығыуында ҙур роль уйнай. Бында Гәрәев үҙенең иң беренсе, ихтимал, иң ҡәҙерле хәрби бүләген – «Батырлыҡ өсөн» миҙалын ала.
Дон буйы далалары, бигерәк тә Миус-фронт йәш осоусының хәрби оҫталыҡ һәм батырлыҡ юлында алдағы, иң юғары баҫҡысты тәшкил итә. Гәрәевтың күк йөҙөндәге батыр һәм ҡыйыу хәрәкәттәре командование тарафынан күп тапҡыр маҡтап билдәләнә.
Ошо һуғыштарҙа күрһәткән тиңһеҙ ҙур оҫталығы өсөн уға офицер званиеһы бирелә, шунда ‒ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Звено командиры булып билдәләнә. Шулай итеп, ҙур хәрби юл үтелә, ә алда Муса Гәрәевты тағы ла ҡатмарлыраҡ һәм камилыраҡ бейеклектәр көтә.
Донбасты азат итеү өсөн барған алыштарҙа Гәрәевҡа лейтенант заниеһы бирәләр. Арыуҙың ни икәнен белмәгән егет дошман колонналарының сигенеүсе сафтарына көн һайын 3 – 4-әр тапҡыр һөжүм яһай, улар өҫтөнән бик түбән генә осоп үтә, гитлерсыларҙың ғәскәрҙәрен һәм техникаһын ҡыра.
Көньяҡ һәм 4-се Украина фронттарында авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары вазифаһында Муса Гәрәев күмәк осоштарҙы юғары оҫталыҡ менән үткәрә, үҙенең етәкселегендә осоусы­лар­ға шәхси өлгө булып, хәрби хәрәкәттәр барышында үҙ экипаждарын дошман­ға емергес һөжүмдәр яһарға өйрәтә. Шунда уҡ, Ватанды һаҡлауҙағы изге эштә тиңһеҙ батырлыҡ һәм ҡыйыу­лыҡ өлгөләре күрһәтеп, 95 уңышлы хәрби осош башҡарып сыға.
ҡырымды һәм Севастополь ҡалаһын азат итеүҙә гвардия өлкән лейтенанты М. Гәрәев 15 тапҡыр дошман аэродромына ҡыйыу штурм яһай, фашистарҙың һыуҙа йөҙөү ҡоролмаларын тар-мар итә. Армия гәзиттәре: «Уға минут һайын үлем янай… Шулай ҙа, хәүефкә ҡарамаҫтан, бурыс ҙур һөҙөмтә менән үтәлде», – тип яҙа.
Белоруссия һәм Литва күгендә капитан Муса Гәрәев эскадрильяһы 655 хәрби самолет-осош үткәрә, бер генә экипажы ла юғалтыу кисермәй. Уның осош документтарында шундай яҙыу барлыҡҡа килә: «Һуғышта тәүәккәл, ҡыйыу һәм сыҙамлы. Теләһә ҡайһы һауа шарттарында дошмандың тере көстәренә һәм техникаһына үҙенең һөжүмдәре менән ҙур юғалтыуҙар килтерә».
1944 йыл аҙағында 3-сө Белоруссия фронты 1-се Һауа армияһы 76-сы гвардия штурм авиация полкы эскадрилья командиры капитан Муса Гәрәев «немец оккупанттары менән һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы, батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн, «Ил – 2» самолетында 164 уңышлы хәрби осош яһағаны, шулар барышында дошмандың тере көстәренә һәм техникаһына ҙур юғалтыуҙар килтергәне өсөн хөкүмәттең иң юғары бүләгенә – Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән уға был юғары исем 1945 йылдың 23 февралендә бирелә.
«Көнсығыш Пруссияла немец ғәскәр­ҙәре төркөмдәрен үтәнән-үтә тар-мар итеп сыҡҡанда, эскадрильяға етәкселек итеп, майор Гәрәев үҙен һөжүм оҫтаһы итеп күрһәтә һәм һис ауырлыҡтарһыҙ штурмовиктар төркөмдәрен һуғышҡа алып бара… Һуғыш яланы өҫтөндә һөжүмдәр­ҙе яҡшы үткәргәне өсөн ер өҫтө командованиеһынан күп рәхмәттәр ала…» (Хәрби документтан).
1945 йылдың 19 апрелендә авиация полкы штурманы Муса Гәрәевтың «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби бурыс­тарын өлгөлө үтәгәне өсөн» икенсе тапҡыр Алтын миҙал менән бүләкләнеүе, икенсегә Герой исеме алыуы бик лайыҡлы күренеш була.
Шул уҡ йылдың 1 майында Герма­ния­ла Ростенберг эргәһендәге хәрби аэродромдың бетон майҙансығында тигеҙ сафҡа теҙелгән бөтә полк алдында һауа армияһы командующийы, генерал-полковник Т. Хрюкин Башҡортостан егетенә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһында ике Указ уҡый һәм М. Гәрәев гимнастеркаһына бер юлы ике Алтын Йондоҙҙо беркетә.
Ошо бәхетле көндө полкта уны тағы бер күңелле ваҡиға көтә – полк командиры тағы ике бүләк – Александр Невский һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендарын тапшыра.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа М. Гәрәев авиация полкына етәкселек итә. Фрунзе исемендәге хәрби академияны һәм Генштаб Академияһын тамамлай. Муса Ғайса улы күп тапҡыр СССР һәм Башҡорт АССР-ның Юғары Советтары депутаты булып һайлана.
Полковниктың һуңғы хәрби вазифаһы ‒– ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Унда ул үҙен 1965 – 1977 йылдарҙа үҫеп килеүсе йәш быуынға хәрби‒патриотик тәрбиә биреүҙе, хәрби хеҙмәткә алынасаҡ йәштәрҙе хәрби-ғәмәли һөнәрҙәргә өйрәтеүҙе оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Отставкаға сыҡҡас та халыҡ менән бергә булды, бөгөнгө һәм киләсәк Ватан һаҡсыларын тәрбиәләү уның эшмәкәрлегендә төп урынды биләне. Ошо изге эшкә ул гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләрен, шулай уҡ китаптарын бағышланы.
Өфөлә Дан бульварында гранит постаментта уға бронза бюст ҡуйылған. Герой йәшәгән Хоҙайбирҙин урамындағы 4-се йортта мемориаль таҡта асылған. М. Гәрәевтың Еңеү паркындағы ҡәбере ҡәҙерләп һаҡлана. Геройҙы тыуған яғы – Илештә лә онотмайҙар, район үҙәгендә музей булдырылған.
Бөйөк хеҙмәттәре һәм бүләктәре булыуға ҡарамаҫтан, ул «йондоҙ» сире менән ауырыманы. Үҙенең геройлығы, батырлыҡтары тураһында ла һөйләй белмәне. Улар тураһында һүҙ сыҡҡанда ялҡынлы хәрби хеҙмәте, фронттағы ауыр һуғыш юлы тураһында «эш һәм хеҙмәт» тигән һүҙҙәр менән генә хәтергә алыр ине.
Муса Ғайса улы ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ябай, тотанаҡлы кеше булып ҡалды.

Ильяс ҒӘЛИЕВ,
отставкалағы полковник.
Өфө ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”