RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Хыялдарың изге ине һинең...

29.05.2012 Хыялдарың изге ине һинең...

Хыялдарың изге ине һинең...
Сәмсел инең һин… Юҡ, көнләшеү тигәндең тамсыһы ла юҡ ине. 7-се клас­та уҡыған саҡта “Илһам” нәфис һүҙ оҫталары конкурсында ҡат­наш­ҡанда, һин башҡа бәйгеселәргә һоҡланып ҡарап ултырҙың да, миңә ҡарап:”Икенсе уҡыу йы­лында 1-се урын мотлаҡ беҙҙеке буласаҡ!” – тинең. Һәм шулай булды ла, 11-се класты тамамлағансы ниндәй генә конкурстар­ға, олимпиадаларға бармайыҡ, һәр ваҡыт еңеүсе булдың!
Ихлас инең… “Йәшлек” гәзитендә “Минең ҡоролтайға мөрәжәғәтем” тигән мәҡәләң баҫылғас, гәзитте тотоп, йылмайып миңә ҡаршы йүгергәнең күҙ алдымда… Ысын башҡорт балаһының үҙ халҡы, иле, теле, милләте, тәбиғәте өсөн янып, үҙәге өҙөлгән, ҡыйыу фекерле патриоттың ялҡынлы сығышы ине ул. Башҡа тиҫтерҙәрең кеүек үҙ телеңдән оялманың. Урыҫ телле гимназияла ла рәхәтләнеп, күкрәк киреп башҡортса һөйләштең. Телде белгән класташтарың да, һиңә эйәреп, үҙ туған телендә яуап бирә, әңгәмәгә ҡушыла ине…
Телгә оҫта инең. Ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, йор, тапҡыр итеп яуап бирер инең…
Матур инең… Башҡорт егеттәренә хас ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡылыс танаулы. Оҙон буйлы үҫмер егеткә күп ҡыҙҙар ғашиҡ ине…
Лидер инең… Иптәш егеттәрең йыш ҡына һинең менән кәңәшләшә ине…
Бәхетле инең… Эргәңдә өҙөлөп торған ата-әсәйең, апайың, яратҡан дуҫтарың, өмөт бағлаған уҡы­тыу­сыларың бар ине.
Хыялдарың матур, яҡты ине… Гимназияны тамамлап, Мәскәүҙә уҡып, Баш­ҡортостаныбыҙ өсөн мил­ли лидер булып ҡайтыр­ға ине һинең уйҙарың.
Эйе, Булат, бөтә яҡтан килгән инең һин! Бөтә нәмәң бар ине, тик үҙең генә юҡ! Ә һинең туралағы уйҙар, хәтирәләр, һине юҡһыныу беҙҙең йөрәктәрҙә ҡалды. Әллә яҙмыш, әллә яңылыш булды һинең китеүең… 2011 йылдың 24 майында ер ҡуйынына инеп яттың, ә 25 майҙа һуңғы ҡыңғырау тантанаһы булды. Һин сығарылыш класс уҡыу­сыһы инең. Бөтә ер шарындағы ҡыҙ-егеттәргә был шатлыҡлы көн булһа, 3-сө гимназия өсөн ҡайғылы көн булды.
Тыныс йоҡла, урының йәннәттә булһын, Булат! Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул…

Фәнгизә НАФИҡОВА,
Өфөнөң 3-сө гимназияһының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”