RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Халыҡ хәтерендә уның яҡты йөҙө…

24.01.2012 Халыҡ хәтерендә уның яҡты йөҙө…

Халыҡ хәтерендә уның яҡты йөҙө…
Ихлас күңелле, дәртле йөрәкле кешеләр тормошто йәмләп, янындағыларҙың яҙмышын имләп тора кеүек. Улар менән донъя яҡты, сағыу тойола. Шундайҙарҙы театрҙа йыш осратыу ғәжәп түгелдер: сәнғәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгәндәр йөрәктәре менән һәр ваҡыт йәш ҡала белә бит. Үҙенең тормошо, хеҙмәте, сағыу ролдәре менән халҡы күңелендә айырым урын биләгән БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы Тәлиғә Бикташева әйтелгәндәргә асыҡ миҫал булып тора.
Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы Бикташева 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Арыҫлан ауылында (хәҙерге Шишмә районы) тыуған. 1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай.
1930 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Тәлиғә Бикташева М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнай. Cәхнәлә ул сағыу, үҙенсәлекле ролдәр тыуҙырыуға ирешә: ҡарлуғас (“ҡарлуғас”, Б. Бикбай), Көнбикә (“Би­сәкәй”, А. Мөбәрәков), Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә. Атнабаев), Илбикә (“Әсә хөкөмө”, Ә. Атнабаев), Ксения (“Борис Годунов”, А. Пушкин), Мәстүрә (“Йырланмаған йыр”, М. Кәрим) һәм башҡалар. Актрисаның хеҙмәте 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарыл­ған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда Тәлиғә Бикташева − Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә 1969 йылда Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә.
Бөйөк актрисаның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, 29 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Баязит Бикбайҙың музыкаль комедияһы буйынса әҙерләнгән “ҡоҙаса” спектаклен уның яҡты иҫтәлегенә бағышлай. Заман­даштары әйтеүенсә, Тәлиғә Бикташеваның яҙмышы ла йыр-моң менән үрелеп барған ошо спектакль кеүек сағыу, мең балҡышлы булған бит.

Рита ХӘСӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”