RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте

15.03.2011 Дуҫ тураһында һүҙ

...Ғилман Ишкинин менән беҙ 1996 йылдың йәмле яҙ көндәрендә таныштыҡ. Ул саҡта Өфөнөң Әй урамында урынлашҡан «редакциялар дөйөм ятағы» ишегенән беҙ – «Толпар» журналы йәштәре – ниҙер тураһында көлөшә-көлөшә һөйләшеп, ҡайҙалыр сығып барабыҙ. ҡаршыбыҙға икенсе бер төркөм – «Шоңҡар» журналының егет-ҡыҙҙары килә. Улар ҙа йәш, улар ҙа көләс. Май ҡояшы йөҙҙәренә күскән тиерһең! Араларында миңә таныш булмаған егеттәр ҙә бар. Күрештек, танышып киттек. Мин үҙ исемемде атағас, таҙа ғына, ауылса әйтһәң, «төптән үҫкән кәүҙәле» береһе бот сабып:
– Бәй, шағир Рауил Фәйзуллин менән әңгәмәләшкән егет һин булаһыңмы ни?! Мин дә уның ижады менән «енләнәм» бит! Иҫ киткес талант, китаптарын бирмәнеме? – тип, мине төркөмөбөҙҙән айырып алып китте.
Йәйге кафе эсендәге өҫтәлдә оҙаҡ ҡына хәҙерге шиғриәт, башҡорт-татар әҙәби бәйләнештәре тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Ғилман Ишкинин менән дуҫлығыбыҙ шунда яралды. Ул, Татарстандың халыҡ шағиры Рауил Фәйзуллиндың «Нюанстар иле» циклындағы бер ниндәй традицион форма ҡалыптарына буйһонмаған бер-ике-өс юллыҡ ассоциатив шиғыр өлгөләре менән рухланып, үҙе лә башҡорт поэзияһында шундай уҡ эксперимент яһап ҡарарға уйлаған икән. Шулай итеп, беҙ фекерҙәштәр булып сыҡтыҡ. Мин уға танышыу өсөн Фәйзуллиндың үҙемдә булған бөтә йыйынтыҡтарын, ирекле шиғыр йүнәлешендә ижад иткән Ренат Харис, Фәиз Зөлҡәрнәйҙәрҙең китаптарын килтерҙем. Юл фажиғәһендә һәләк булған яҡташыбыҙ Фәиз Зөлҡәрнәйҙең яҙмышын, йылдар үткәс, Ғилман дуҫым ҡабатлар, тип кем уйлаған ул саҡта...
Күпмелер ваҡыт үткәс, Ғилман (ун йәшкә өлкәнерәк булһа ла, «ағай» тип әйткән юҡ ине, дуҫ – дуҫ инде!) «Шоңҡар» журналында эшләй башланы. Мин – «Толпар»ҙа яуаплы сәркәтип, эш бүлмәләребеҙ ҙә йәнәшә генә... Кистәрен, эштән һуң ҡалып, төнгә тиклем шиғыр тикшергән дә, тамаҡтар ҡарлыҡҡансы бәхәсләшкән дә (хәйер, Ғилман күберәк тыңлай, ара-тирә үҙенең теүәл һәм үлтергес тура һүҙле репликаларын ташлап ҡуя ине), кәйеф-сафа ҡороп, йырлашып ултырған саҡтар ҙа йыш булғыланы. Әйткәндәй, тауышы моңло ине уның. Далалай оҙон башҡорт көйҙәрен һуҙып ебәр­һә, ирекһеҙҙән күңелдең иң нескә ҡылдары һыҡрай башлай, аңлашылмаҫ бер һыҙланыуҙан күҙҙәргә йәш килә... Ғөмүмән, моң, аңлатып булмаҫлыҡ һағыш уның бар булмышынан, айырыуса күҙҙәренән, һарҡып тора ине. Хәйер, шиғриәт үҙе моң бит ул. Ә Ғилман ысын шағир ине...
Ир-егеттең йөрәгендә биле бәйле ат ятыр, тигәндәй, уның күңелендә шағирәнә моң менән бергә Салауат батырға хас ярһыулыҡ, сәсәндәрсә тура һүҙлелек йәшерелгәйне. Чин-дәрәжәләргә, кемдең кемлегенә ҡарамайынса, ул үҙ һүҙен тураһын ярып әйтә белде. Һәм был яҡлап әле лә күптәребеҙгә өлгө булып тора. Хәтеремдә, «Һуңғы Шүрәле» тип исемләнгән шиғыр йыйынтығымды республика Яҙыусылар союзының татар секцияһында тикшереүгә барғас, совет эстетикаһы ҡанундары менән йәшәгән өлкән йәштәге бер фән докторы: «Ижадыңда гражданлыҡ пафосы етмәй», – тип йәнгә тейгәйне. Шунда Ғилман сәсрәп күтәрелеп, йоҙроҡтарын трибундарса өҫкә ата-ата, бер нисә шиғырымды уҡыны ла:
– Халҡы, теле, иле тураһында әсенеп яҙылған был шиғырҙар гражданлыҡ пафосынан мәхрүм тип ҡарала икән, мин әлеге төшөнсәнең мәғәнәһен бөтөнләй аңламайым, – тип, ғалимыбыҙҙы урынына ултыртты. Йыйынтыҡ секцияла бер тауыштан үтте... Башҡорт халҡының моң-ғәме, шатлыҡ-ҡайғыһы менән йәшәп, эргәләге башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтенә ихтирам һаҡлаған, уларҙың теләк-ынтылыштарын тәрән аңлаған шәхес ине Ғилман.
... Әҙәм заты шулай ҡоролған – дуҫтар­ҙың ысын ҡиммәтен, улар арабыҙҙы ташлап китеп, баҡыйлыҡҡа күскәс кенә аңлайбыҙ. Ғилман менән дә шулай... Әле хәтер төпкөлдәрен аҡтарып ултырам да, үҙемде-үҙем битәрләп ҡуям: иң кәрәкле һүҙҙәр әйтеп бөтөрөлмәгән, ихластан ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашырға килгән дуҫым менән һөйләшеүҙәр һуңғы йылдарҙа дежур төҫ алған икән. Нишләйһең, кеше камил зат түгел, уға һәр ваҡыт ниҙер етмәй, ул донъя ҡыуа. Иң яҡын дуҫ-иштәр менән һөйләшеп ултырыу ҙа ҡайһы саҡ ваҡытты бушҡа уҙғарыу тип һанала. Күрәһең, минең дә шундайыраҡ саҡтар булғандыр... Хәҙер үкендерә лә, тик һуң – терһәкте тешләп булмай... Ләкин Ғилман дуҫымдың бот сабып, башын артҡа ташлап: «Кит әле, әй!» – тип, ихластан шарҡылдап көлөүҙәре бөгөнгөләй ҡолағымда яңғырай. Ирекһеҙҙән артыма боролоп ҡарайым. Тик янда бушлыҡ... Нәҡ Владимир Высоцкий яҙғанса:
«Друг, оставь покурить!» – а в ответ
– тишина...
Он вчера не вернулся из боя...

Илдус ФАЗЛЕТДИНОВ.

Талантлы шағир Ғилман Ишкининдың фажиғәле вафат булыуына 40 көн тулды. Шул сәбәпле бөгөн 16 сәғәттә уның ҡәләмдәш дуҫтары, Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһында йыйылып, Ғилманды иҫкә алыу кисәһе үткәрә. Шағирҙың үҙе, ижады менән таныш булған һәр кемде кисәгә саҡырабыҙ, ти улар.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”