RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Башҡортостан данлыҡлы улын онотмаҫ

14.12.2010 Башҡортостан данлыҡлы улын онотмаҫ

Башҡортостан данлыҡлы улын онотмаҫБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында арҙаҡлы башҡорт, донъяға билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап, «Башҡорт халҡының дәүләтселеген һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тарихи мираҫының роле» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ултырышы уҙҙы. Был сараны ҡоролтай башҡарма комитетының тарих, тел һәм рухи мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы ойошторҙо.
Быйылғы йыл ТӨРКСОЙ тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо юҫыҡта төрки донъяһында бик күп сара үткәрелгән. Ғалимдың исемен мәңгеләштереү, хеҙмәттәрен өйрәнеү дауам итә. Әйткәндәй, Вәлидиҙең бөтә хеҙмәттәренән бары тик биш процент самаһы ғына («Хәтирәләр», «Башҡорт тарихы» һәм ҡайһы бер мәҡәләләре) башҡорт, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән.
Башҡортостандың фән эшмәкәрҙәре, ғалимдары араһында билдәле шәрҡиәтсенең тормош һәм хеҙмәт юлын өйрәнеүселәр байтаҡ. Тарих фәндәре кандидаты, БР Президенты Хакимиәтенең эске сәйәсәт идаралығында бүлек етәксеһе Әмир Юлдашбаев «Хәтирәләр»ҙе тәржемә итеп, киң ҡатлам уҡыу­сыһына еткерҙе. БДУ профессоры Марат ҡолшәрипов ҙур эш башҡара, уның етәкселегендә аспиранттар ҙа эҙләнеү-тикшеренеүҙәр алып бара. Әммә Марат Мәхмүт улы белдереүенсә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең мираҫы ниндәй­ҙер кимәлдә өйрәнелһә лә, хәҙер тотош бер институт кәрәк.
«Түңәрәк өҫтәл»дә шәхестең Башҡортостан­дағы милли-азатлыҡ өсөн көрәше йылдарына байҡау яһалды. Зәки Вәлиди 1917 йылда Мәскәүҙә уҙған беренсе бөтә Рәсәй мосолмандары съезын ойоштороуҙа ла ҙур роль уйнай. Ул был турала «Хәтирәләр»ендә лә ентекле яҙа. Нәҡ ошонда Рәсәйҙең федератив ҡоролошо, милли автономиялар төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Башҡорт республикаһы барлыҡҡа килеү ҙә ошо саранан башланғыс ала. Октябрь революцияһының дауыллы мәле «Беҙ, башҡорттар, большевик та, меньшевик та түгелбеҙ, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы үҙебеҙ яҡлаясаҡбыҙ» тигән башҡорттарға ла ҡағылмай ҡалмай. Башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғында ла, аҡтар­ҙа ла һуғыша. Әммә тегеләренә лә, быларына ла башҡорттар түгел, үҙ мәнфәғәттәре мөһимерәк була. Республиканың хоҡуҡтары сикләнә, башҡорт ғәскәре тарҡатыла. Зәки Вәлиди иһә үҙ милли ғәскәре булмаған республиканы күҙ алдына ла килтермәй. Һөҙөмтәлә ул Төркостанға сығып китергә мәжбүр була. Революция юлбашсыһы Владимир Лениндың беҙҙең автономия тураһындағы килешеүҙе «...бары тик ҡағыҙ киҫәге» тип белдереүе лә бында үҙ эҙемтәһен килтерә. Әхмәтзәки Вәлидиҙе беҙ күберәк нәҡ милли-азатлыҡ лидеры тип белә инек. Әммә төрөк донъяһына ул ғалим, фән эшмәкәре булып танылды.
Комиссия рәйесе Рәшит Шәкүр Әхмәтзәки Вәлидиҙең уҡыусыһы, Төркиә ғалимы Тунжер Байҡараның әйткән һүҙҙәрен телгә алып үтте: «Зәки Вәлиди ҡорос ихтыярлы кеше ине. Был – уның иң мөһим сифаты. Ул бер ҡасан да көрәштән тайпылманы һәм һөҙөмтәгә ирешмәйенсә туҡтаманы. Бәләкәй сағынан уҡ үлеменә ҡәҙәр шундай булып ҡалды. Тормош уның өсөн эш һәм көрәш аренаһы ине һәм тормошоноң нигеҙен ғилми эш тәшкил итте. Ул Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡушҡанын һүҙмә-һүҙ үтәне – «ғүмерегеҙ сикһеҙ булғандай эшләгеҙ, һуңғы көнөгөҙҙө йәшәгәндәй доға ҡылығыҙ». Дауаханала ятҡанда ла, әҙерәк кенә хәл инһә, ғилми эшенә тотонор ине».
Үкенескә күрә, Вәлидиҙең ғилми хеҙмәттәре беҙгә бик әҙ таныш. Академик Фәнил Фәйзуллин әйтеүенсә, Төркиәгә конференцияға барғанда бөйөк шәхестең улы Сүбидәйҙең дә әлегә атаһының бөтә хеҙмәттәрен туплап сығарып бөтә алмағанын һөйләүенә шаһит булған. «Түңәрәк өҫтәл» ултырышында «Әхмәтзәки Вәлиди Туған – бөтә төрки донъяһы масштабындағы дәүләт эшмәкәре», «Әхмәтзәки Вәлиди – башҡорт милли хәрәкәте лидеры һәм идеологы», «Әхмәтзәки Вәлиди – хәрби эшмәкәр» кеүек темаларға сығыштар тыңланды, мәктәптә уның тормошон һәм ижадын өйрәнеү мәсьә­ләһенә лә ҡағылышлы фекерҙәр яңғыраны. ҡаҙағстандан милләттәшебеҙ Азамат Рыҫкилдин, «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтенең тарих бүлеге мөдире Азат Ярмуллин, үткән быуаттың 90-сы йылдарында Вәлидиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу сараһын ойоштороусыларҙың береһе Әминә Күсимова, арҙаҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып барыусылар сығыш яһаны.
Ултырышта ғалимдың яҡын туғаны – бер туған Сара һеңлеһенең ҡыҙы Нурия Килмөхәмәтова ла ҡатнашты. Ул, тулҡынланып, хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм Зәки Вәлиди исемен тыуған төйәгенә ҡайтарырға ярҙам итеүселәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткер­ҙе. Был юҫыҡта Әмир Юлдашбаевтың арымай-талмай эшләүе маҡтауға лайыҡ. Үрҙә яҙыуыбыҙса, ул ғалимдың хеҙмәттәрен тәржемә итеүгә ҙур көс һалған. Марат ҡолшәрипов, радио хеҙмәткәре Фәимә Мәжитоваға ла рәхмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Нурия Абдрахман ҡыҙы әйтеүенсә, бабаһы Әхмәтзәки һәр туғанына мөмкин тиклем белем алырға васыят әйткән.
Австрия ғалимы Герберт Янски былай тип яҙған: «Әхмәтзәки Вәлиди Туған – бөйөк ғалим, был бәхәсһеҙ. Ул, шул уҡ ваҡытта, кеше булараҡ та бөйөк». Ысынлап та, кемдәр уны яҡшы белгән – барыһы ла кешелеклелегенә, ғилемгә ынтылышына баҫым яһай. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар артабан да шәхестең исемен мәңгеләштереү маҡсатында «Вәлиди уҡыуҙары»н дауам итергә, «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» энциклопедияһын сығарыу тураһында тәҡдимдәр ҡабул итте. Шулай уҡ Өфөлә монументаль комплекс, бәлки, музей ҙа төҙөү өсөн Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт итергә һүҙ ҡуйыштылар. Әле һәйкәлдең һыны эшләнеү өҫтөндә, уның урынын уңайлы ергә билдәләү мотлаҡ.
Баш ҡалала билдәле ғалимдың юбилейына арналған ҙур тантана, конференция ла үтергә тейеш булған, әммә ниндәйҙер сәбәптәр менән ул кисектерелгән. Төркиә, Үзбәкстан, Кипр, ҡаҙағстан, ҡырым һ.б. дәүләттәрҙә ундай саралар үткән дә инде, Башҡортостанда бөйөк шәхестең юбилейы билдәләнмәһә, дөрөҫ тә булмаҫ. Һәр хәлдә, Әхмәтзәки Вәлиди онотола торған шәхес түгел. Әйткәндәй, «Төньяҡ амур­ҙары» ойошмаһы етәксеһе Илдар Юлбарыҫов белдереүенсә, киләһе йылда Вәлидиҙең һынын Төркиәлә, Анкараның уның исемен йөрөткән паркында урынлаштырыу, Европаның Бонн, Геттинген, Вена, Манчестер университеттарында (Вәлиди был уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйле) иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу күҙаллана.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”