«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Ләйсән ВӘЛИЕВА



26.02.2019 Ләйсән ВӘЛИЕВА

Ҡыҙ бала яҡты донъяға килгәс, уға, киләсәктә ҡатын-ҡыҙ бәхете насип булһын, тип теләйҙәр. Бала саҡта был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап та етмәйһең. Ә инде үҫә төшкәс, һәр ҡыҙ үҙенә үҙе ҡатын-ҡыҙ бәхете юрай. Ул бәхет – әсә булыуҙа, үҙеңдән һуң лайыҡлы тоҡом ҡалдырыуҙа.

Бына мин дә киләсәктә үҙемде әсәй, тормош усағын һаҡлаусы ҡатын тип күҙ алдыма килтерәм. Тормош мәғәнәһен ғаилә ҡороп йәшәүҙә күрәм.
Әле, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләйем.

Тормошта йәшәүебеҙ юҡҡа түгел, осратҡан кешеләребеҙ ҙә юҡҡа ғына осрамаған, һәр бер көн, үткән юлдарыбыҙ тик яҡшылыҡҡа килтерәсәгенә ышанам.



Автор: Әлмира КАШАПОВА
Фото: Т. Аманов



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға