«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Үҙе һылыу, үҙе ҡыйыу...



17.01.2019 Үҙе һылыу, үҙе ҡыйыу...

Тырышҡан – табыр, тиҙәр минең әхирәтем Вәсилә Юламанова кеүек ҡыҙҙар хаҡында.

Ысынлап та, дуҫым һылыулығы, алсаҡлығы, белеме менән дә алдыра. Ул Баймаҡ районы Билал ауылы ҡыҙы. Күптән түгел генә Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ике йыл рәттән Таулы Алтай ҡалаһында үткәрелгән бөтә Рәсәй халыҡ-ара төрки телдәре һәм әҙәбиәте олимпиадаһында ҡатнашты. Быйылғы олимпиада Вәсиләгә абсолют еңеүсе исемен килтерҙе. Әллә күпме әҙәби, тарихи китаптар, төрки телдәрҙең үҙенсәлеге, рун яҙмаларын яттан белеп баһалама ағзаларын таң ҡалдырҙы ул. Төрки ҡәрҙәштәребеҙҙе башҡорт ҡыҙҙарының рухы, сәмлелеге, һәләте менән дә һоҡландырҙы. Вәсилә телеңде йоторлоҡ торттар бешереү оҫтаһы ла, көнсығыш бейеүҙәре менән дә ҡыҙыҡһына. Киләсәктә сәйәхәт итергә, сит телдәр буйынса белемен камиллаштырырға хыяллана.





Автор: Нурзилә Усманова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға