«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Тауыш биреүҙә Эльвина МУСИНА еңде!



18.12.2018 Тауыш биреүҙә Эльвина МУСИНА еңде!

Үткән аҙнаның йомаһынан, 14 декабрҙән алып дауам иткән ҡыҙыу "алыш" һөҙөмтәһендә 39 ҡыҙ араһынан "Йәшлек" гүзәле - 2018" конкурсының номинанты - "Интернет гүзәле" билдәләнде.


Һорау алыуҙа Баймаҡ ҡыҙы, әле Салауат дәүләт башҡорт драма театры артисткаһы Эльвина МУСИНА еңде!
Еңеүсене ҡотлайбыҙ!

Ә ҡалған ҡыҙҙар танауҙарығыҙҙы төшөрмәгеҙ - әле редакция комиссияһы ҡалған 4 номинацияны һайлай. Кем белә, бәлки бәхет йылмайыр...

Скриншоттарҙа сәғәт 3-кә ҡарата тауыштар нисбәте ҡуйылды.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға