«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Айгөл ӘХМӘҘИЕВА



20.11.2018 Айгөл ӘХМӘҘИЕВА

Айгөл ӘХМӘҘИЕВА
Айгөл Рәзит ҡыҙы Әхмәҙиева булам. Сығышым менән Хәйбулла районынан. Бала сағым ауылда, атай-әсәйем, өләсәйем янында үтте.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында юрист һөнәрен үҙләштерҙем. Әле баш ҡалала, БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетында эшләйем.
Буш ваҡытымды дуҫтарым менән матур тәбиғәттә, республиканың төрлө урынында үткәрергә яратам.
Илемә, халҡыма файҙалы кеше булырға хыялланам.
Гәзит уҡыусыларға Аллаһы Тәғәлә биргән ошондай йәмле тормоштоң һәр көнөн яратып, һәр минутын файҙалы үткәреүҙәрен, рәхмәтле булып йәшәүҙәрен теләйем!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға