«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА



22.06.2018 Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА

Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА
Хозур тәбиғәтле Белорет ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Әле Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыйым, 10-сы класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Музыка мәктәбенең фортепиано класында белем алдым.
Иң яратҡан шөғөлөм – еңел атлетика. Ҡала, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаштым, гимназияла предмет олимпиадаларында призлы урындарым бар.
Киләсәктә мәктәпте уңышлы тамамлап, Өфө юридик институтына уҡырға инергә ниәтләйем. Илемә, халҡыма файҙалы кеше булырға хыялланам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға