«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА



26.03.2018 Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА

Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА20 йәштә. Бөрйән районы ҡыҙы – Аҫҡар ауылында тыуып үҫкән.
Гөлшат үҙе әйтеүенсә, медицинаны яратһа ла, әле бөтөнләй икенсе йүнәлештә белем ала. Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе курста уҡый. Буласаҡ һөнәре – инженер-технолог. Бер юлы “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” матурлыҡ һәм “Guzal Dance” бейеү студияларында шөғөлләнә, теннис спортын үҙ итә. Үҙе тураһында: “Мин – кеше-хәрәкәт, буш йөрөргә, тик ултырырға яратмайым. Берәй сарала, конкурста ҡатнашырға, ҡапыл уйлағанды тормошҡа ашырырға мине генә ҡушығыҙ”, – ти.
Киләсәктә Гөлшат уҡыуын тамамлап, илгә файҙа килтерергә, тормошта үҙен табып, бәхетле ғаилә ҡорорға теләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға