«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Регина ӘМИРОВА



22.01.2018 Регина ӘМИРОВА

Регина  ӘМИРОВАМиңә 20 йәш. Өфө ҡалаһында тыуһам да, бала сағым Күгәрсен районының йәмле Теләүембәт ауылында үтте.
Баш ҡаланың 20-се башҡорт ҡала гимназияһын тамамлағандан һуң, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен алдым. Хәҙер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыйым һәм бер юлы эшләйем.
Буш ваҡытымда спорт менән шөғөлләнәм. Волейбол, баскетболды үҙ итәм. Йырларға, бейергә лә яратам. Хыялым – үҙ эшемде асыу.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға