«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»



02.06.2017 «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»

«Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»Айгөл Юлай ҡыҙы Ҡоҙабаева булам. 1998 йылдың 14 ғинуарында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуғанмын.
Әле бала саҡтағы хыялымды – табип булыуҙы тормошҡа ашырам. Башҡорт дәүләт медицина университетының I курсында уҡыйым.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, ҡул эштәре менән булышырға яратам. Мәктәптә уҡығанда “Сиҙәм” бейеү ансамблендә шөғөлләндем, “Байыҡ” телефестивалендә ҡатнаштым.
Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫәбеҙ. Атай-әсәйебеҙгә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт әйтәм. Киләсәктә, уҡыуымды тамамлап, халҡым өсөн кәрәкле кеше булырға хыялланам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға