«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Зилә Мортазина: “Ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам”



17.04.2017 Зилә Мортазина: “Ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам”

Зилә Мортазина: “Ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам”
Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып үҫтем. Былтыр Сибай медицина колледжын тамамланым. Әле Магниторск ҡалаһында медицина-санитар часында шәфҡәт туташы булып эшләйем.
Эшем бик оҡшай. Генри Фордтың “Ваҡыт үҙен бушҡа уҙғарғанды яратмай” тигән һүҙҙәрен тормош девизы итеп алдым. Эш һәм ял минуттарының һәр береһен файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Буш ваҡытта китап уҡыйым, бәйләйем.
Киләсәктә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ниәтләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға