«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Яҙыусы. Юрист. Спортсы. һәм... матур ҡыҙ



11.01.2017 Яҙыусы. Юрист. Спортсы. һәм... матур ҡыҙ

Яҙыусы. Юрист. Спортсы. һәм...  матур ҡыҙҺеҙ һүрәттә күргән һылыуҡай – Гүзәлиә Әбүбәкерова 1995 йылдың 10 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.
Әле ул Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы белгесе. Белеме буйынса юрист. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. ушу-саньшоу һәм тай боксы буйынса Башҡортостан чемпионы. "В" категориялы водитель. Уҡыу, фән, ижтимағи эшмәкәрлек өлкәһендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2016 йылда Владимир өлкәһендә Бөтә Рәсәй йәштәр форумында булып ҡайтты.
Мәктәптә уҡығанда уҡ радио, телевидениела интервью биргәне булды. Балалар өсөн башҡорт телендә яҙылған хикәйәһе китапта баҫылып сыҡты.
Ҡустыһы Баязит өсөн бына тигән апай. Буш ваҡытында фото төшөрөргә ярата.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға