«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » “Киләсәктәре уң, бәхеттәре мул булһын”



14.11.2016 “Киләсәктәре уң, бәхеттәре мул булһын”

“Киләсәктәре уң, бәхеттәре мул булһын”Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында тыуып үҫкән апалы-һеңлеле Зәлиә һәм Нурзилә Ғәбитоваларҙы игеҙәктәр тип уйлаусылар күп булды. Зәлиә беренсе синыфҡа уҡырға барғанда, 6 йәшлек Нурзилә илай-илай апаһы артынан мәктәпкә йүгерер ине. Ниһайәт һеңлеһе теләгенә иреште һәм апаһы менән бергә уҡынылар.
Һәр саҡ етди ҡарашлы, ябай, бөхтә кейенгән, иптәштәренә ярҙамсыл Нурзилә менән Зәлиә мәктәп, ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Өй эштәрен бөтөрә һалып, мәктәпкә барып ингәнсе, һәр бер дәресте күңелдәрендә теүәлләп, ҡабатлап иҫкә алыуҙарын үҙ күҙҙәрем менән йыш күрҙем.
Ике туған бала саҡтан уҡ бәйләү, сигеү, аш-һыу оҫталары булып үҫте. Нурзилә 6-сы класта салфеткалар сикһә, Зәлиә беренселә үк тырышып-тырмашып йөн ойоҡбаш бәйләп кейеп йөрөй торғайны.
Ҡыҙҙар өйҙә яҡындарын бәйләнгән әйберҙәре, бәлеш-торттары менән ҡыуандырып, мәктәпте яҡшы билдәләренә тамамлап, ата-әсәһен ҡыуандырып, хәҙер Магнитогорск ҡалаһындағы Носов исемендәге дәүләт техник университетында уҡый. Нурзилә – буласаҡ химик-технолог. Ул артабан икенсе хыялын – юрист белемен алыуҙы ла тормошҡа ашырырға теләй.
Зәлиә лә ҡалышырға уйламай, буласаҡ һөнәре – документовед. Англия, Төркиә, Германияны күреү теләге көслө, шуға күрә инглиз телен дә өйрәнеүҙе маҡсат иткән.
Бер-береһенә оҡшамаһалар ҙа, игеҙәк булмаһалар ҙа, бер синыфта уҡыу сәбәпле иптәштәре лә, уҡытыусылар ҙа уларҙы йыш бутай торғайны. Тырыш ҡыҙҙарҙың киләсәктәре уң, бәхеттәре мул булһын!

Зөлфиә ӘМИНЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға