«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Әхирәтемә тик бәхет теләйем!



10.06.2016 Әхирәтемә тик бәхет теләйем!

Әхирәтемә тик бәхет теләйем!
Һүрәттәге һылыу ҡыҙ – Гөлшат Исхаҡова. Ул Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан.
Тышҡы ҡиәфәте менән дә, күңеле менән дә матур ул: мөләйем, эшкә егәрле, уңған. Асыҡ күңелле кеше, донъяның тик яҡшы яҡтарын күрә, уның тормошто яратыуы, йәшәү энергияһы, рухи көсө һоҡландыра. Ауылда матур-матур сәскәләр үҫтерә, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һулып барған үҫемлектәргә лә йәшәү көсө өҫтәй.
Гөлшат – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты. Һәр яҡлап та уңған, бер эштә лә үҙен һынатмай. Уҡыуҙа ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ҡышҡыһын М. Кәрим исемендәге премия лауреаты булды, ғилми-тикшеренеү эштәрен алып бара. Бер юлы социаль бүлектә эшләп тә йөрөй. Йәмәғәт тормошонда әүҙем, ойоштороу һәләте лә бар. Йыл һайын төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Әхирәтемдең иң яҡшы сифаттарының береһе – тоғро дуҫ була белеүе. Иғтибар менән тыңлай ҙа, тынысландыра ла, урынлы кәңәштәрен бирә, сер һаҡлай белә, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға