«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Диана Сөнәғәтова: "Тормошта алға, алға һәм тик алға атларға!"



09.10.2015 Диана Сөнәғәтова: "Тормошта алға, алға һәм тик алға атларға!"

Диана Сөнәғәтова: "Тормошта алға, алға һәм тик алға атларға!" Белорет районының Шығай ауылында тыуып үҫкәнмен. Бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Әлеге ваҡытта Белорет педагогия колледжының өсөнсө курсында белем алам. Яратҡан шөғөлдәремә килгәндә, бешеренергә (айырыуса торттар әҙерләргә), бәйләм эшен, ҡағыҙҙан сәскәләр эшләргә, йырларға, фотоға төшөргә һәм төшөрөргә яратам.
Киләсәктә үҙемдең һөнәрем буйынса балалар менән эшләргә уйлайым. Тормошта өлгө иткән кешем – әсәйем. Уның һымаҡ, аҡыллы, тырыш, уңған, көслө ҡатын-ҡыҙ булғым килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға