«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Динара – камиллыҡ өлгөһө!



04.09.2015 Динара – камиллыҡ өлгөһө!

Динара –  камиллыҡ өлгөһө!“Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһы тәрбиәләнеүсеһе, 18 йәшлек Өфө ҡыҙы Динара Зөбәйерова ошо көндәрҙә Ҡытайҙа үткән “Азия супермоделе – 2015” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында “Азияның камиллыҡ өлгөһө – 2015” исемен яуланы.
Динара менән бергә 20 йәшлек Тимур Сәхәүетдинов та ярышҡан. Ул “Шоуҙың иң әүҙем ҡатнашыусыһы” номинацияһында еңде.
Был конкурс Ҡытайҙа ойошторолған “Азия супермоделе – 2015” шоуы программаһына ингән. Ул тауҙарҙа һәм дөгө баҫыуҙарында үтәсәк һәм үҙәк телевидение каналдарында күрһәтеләсәк. Йомаҡтарҙы табыу рухында квест һымаҡ төшөрөлгән сериал өс ай дауам итәсәк.
Азияла барған проектта, Башҡортостан менән бергә, Япония, Малайзия, Монголия, Таиланд, Корея һәм Рәсәйҙең Хабаровск ҡалаһынан да ҡатнаштылар. Динара Зөбәйерова бер айҙан Пекин ҡалаһына осасаҡ һәм Юғары мода аҙналығында ҡатнашасаҡ.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға