«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Һылыуҙар, тырыштар, булдыҡлылар



07.08.2015 Һылыуҙар, тырыштар, булдыҡлылар

Һылыуҙар,  тырыштар,  булдыҡлыларФотола – игеҙәк сибәркәйҙәр Лиана һәм Диана Зөбәйеровалар. 18 йәшлек ҡыҙҙар, быйыл ғына технология һәм дизайн колледжын тамамлап, Өфө дәүләт иҡтисад сервис университетына уҡырға ингән. “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнгән ҡыҙҙар киләсәктә башҡорт ҡыҙҙарын төрлө костюмдар, күлдәктәр менән ҡыуандырасаҡ.
Диана бөгөн “Азия супер моделе” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыу өсөн Ҡытайға юлланды. Ә Лиана сентябрь айында Төркиәлә үтәсәк мода фестивалендә Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ.

Г. ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға