«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Һылыу, аҡыллы, егәрле, уңған, етеҙ, маҡсатлы



19.06.2015 Һылыу, аҡыллы, егәрле, уңған, етеҙ, маҡсатлы

Һылыу, аҡыллы, егәрле, уңған, етеҙ, маҡсатлыБыл ҡыҙҙың, бөтә сифаттарын һанап бөтөрөп булмаҫ. Көнөнөң бер минутын да бушҡа үткәрмәй ул: “бишле”гә генә өлгәшә, “Прикамье” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы, фән менән шөғөлләнә, БДУ-ның Нефтекама филиалы радиоһының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, нәфис һүҙ оҫтаһы, йәмәғәт эшендә лә әүҙем. Артығын һөйләмәй, әммә күп эшләй.
Һылыуҙың мәҡәләләре “Красное знамя”, “Краснокамские зори”, “Универ” гәзиттәре биттәрендә донъя күрә. Йыл һайын “Студент яҙы” фестивален ойоштороп, ҡатнашып, призлы урындар ала. Ҡалалағы ЮТВ каналы дикторы. Филиалыбыҙ “йондоҙо” былтыр “БДУ-ның Нефтекама филиалы һылыуы” конкурсында еңеүсе булды.
Бына шундай шәп ҡыҙ уҡый БДУ-ның Нефтекама филиалындағы журналистика бүлегендә. “Тормошта ниндәй генә мәлдәр булмаһын, ябайлыҡ һәм кешелеклелекте юғалтмаҫҡа кәрәк. Донъям түңәрәк – бөтә теләгән нәмәм дә бар. Мин бәхетле!” – ти тырыш ҡыҙ. Был, әлбиттә, уның үҙ тырышлығының һөҙөмтәһе. Ә шундай һылыуҙың исеме – Айгөл Зарипова.
Айгөл – оптимист, гел яҡшы һөҙөмтәләр булырына ышана. Был уның ныҡлы, татыу ғаиләһенән дә киләлер. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шуны эшләр, тиҙәр бит.
Роза ХӨСНУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға