«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Ҙур маҡсатҡа юл бәләкәй еңеүҙән башлана



03.04.2015 Ҙур маҡсатҡа юл бәләкәй еңеүҙән башлана

Ҙур маҡсатҡа юл бәләкәй еңеүҙән башланаҘур маҡсатҡа юл бәләкәй еңеүҙән башланаИшембайҙа тыуып үҫкән Алина Байдәүләтова тәүге һүҙҙәрен йырлап, беренсе аҙымдарын бейеп баҫҡан, күрәһең. Юғиһә күңеле менән йыр-моңға ғашиҡлығын, бейеүгә әүәҫлеген башҡаса аңлатырлыҡ түгел. Ҡыҙ “Алтынай”, “Берғамыт” бейеү ансамблдәрендә яратып шөғөлләнә, быйыл фортепиано буйынса сәнғәт мәктәбен тамамлаясаҡ. “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, “Башҡорт бейеүенә һөйөү” номинацияһында билдәләнгән. 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткәрелгән “Оҙон сәс” конкурсында ла Алина башҡа конкурсанттар менән бер рәттән һынау тотто.
Береһенән-береһе һөйкөмлө һылыуҡайҙар уҡытыусылары, жюри ағзалары, дуҫтары алдында бәйге этаптарын үтте. Ҡайһылары – күңел түренән сыҡҡан шиғыр юлдары, икенселәре йыр аша үҙҙәре менән таныштырҙы. Улай ғына ла түгел, ете ҡыҙҙың бөтәһе лә үҙҙәре әҙерләгән күлдәктә дефиле ойоштороп, ҡул эштәренә оҫталыҡтарын да күрһәтте. Ә бына йыр-бейеү башҡарған һылыуҡайҙар­ҙы класташтары исемдәрен ҡысҡырып, алҡышлап, плакаттар күтәреп дәртләндереп ултырҙы. Улар дуҫтарына сәхнәлә ҡаушап ҡалмаҫҡа ярҙам итте. Ҡыҙҙарҙың сығыштарын баһалаған жюри ағзаларына еңелдән булманы. Конкурста ҡатнашыусылар­ҙың һәммәһе лә оҙон сәсле, сибәр, ысын башҡорт ҡыҙҙары бит. Шулай ҙа Гүзәл Кинйәбаева менән Айгүзәл Ибраһимова өсөнсө-икенсе урын­дар­ға лайыҡ тип табылды. Иң сағыу конкурсанттарҙың береһе Алина Хужәхмәтова беренсе баҫҡысҡа баҫты. Ә бына был көн Алина Байдәүләтова өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды: еңеүсе тажын ул тыуған көнөнә бүләк булараҡ ҡабул итте. Үҙ алдына ҙур маҡсаттар билдәләп, ниндәй генә өлкә булмаһын, еңеүгә бәләкәй, әммә ышаныслы аҙымдар менән барыусы Алина был юлы ла һәр кемде яғымлылығы менән арбағандыр.
– Ҡыҙыбыҙ – ҙур ғорурлығыбыҙ. Уның бөгөнгө уңыштары – ҙур киләсәгенә юл, – ти һылыуҡайҙың ата-әсәһе Гөлнара менән Илдар Бай­дәүләтовтар.

Гөлназ ЮЛАЕВА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға