«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » «Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға!»



12.03.2015 «Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға!»

Миләүшә ШӘРИПОВА: «Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға!»

«Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға!»Йәмле Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һылыуы Миләүшә Шәрипова булам. 1993 йылдың ноябрь айында Саян йондоҙлоғонда донъяға килгәнмен.
Әле Башҡорт дәүләт университетында иҡтисадсы һөнәренә уҡыйым. Шулай уҡ ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура институтының реклама бүлегендә лә белем алам. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам, концерт-театрҙарға йөрөргә яратам.
Бәләкәйҙән инглиз телен яратып өйрәнәм, сит ил әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынам. Буш ваҡытымда спорт менән шөғөлләнәм. Аш-һыу өлкәһендә лә үҙемде һынатмайым.
"Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға" тигән маҡсат менән йәшәйем. Үҙ хыялдарыбыҙҙы әйҙәп алға атлаһаҡ, бөтә теләктәребеҙ ҙә тормошҡа ашыр!

Һылыуҡайҙар! “Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” төркөмөнә үҙегеҙ тураһында яҙып, фотоларығыҙҙы ебәрә алаһығыҙ. Адресы – https://vk.com/ye02guzel
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ – “Бәйләнештә” https://vk.com/yeshlek_gazite адресы буйынса гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите проекты” исемле рәсми төркөмө эшләй. Унда республика буйынса яңылыҡтарҙы белергә, аралашырға мөмкин.
Ә 10 – 11-се кластарҙа уҡыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһендә ҡатнаша ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға