RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шишмәләр яңы еңеүҙәргә әҙер!

21.03.2014 Шишмәләр яңы еңеүҙәргә әҙер!

Шишмәләр яңы еңеүҙәргә әҙер!Шишмә районының Ҡал­маш ауылында тыуып үҫкән 18 йәшлек Азат Ҡарасу­риндың Сочиҙа үткән уйындарҙа Паралимпия чемпионы исемен яулауына һөйөнөп бөтөп тә өлгөрмәнек, яҡташтары тағы ла бер ҡыуаныс кисерҙе – район үҙәгендә өр-яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы ишектәрен асты.
Ике йылда төҙөлгән объекттың дөйөм майҙаны – 5081,3 кв. м. Барлығы дүрт ҡат: беренсеһендә – ҙур спорт залы, 16 урынлыҡ буфет, шахмат клубы, икенсеһендә – көмөш ярҙамында таҙартылыусы бассейн, өсөнсөһөндә – универсаль спорт залы, ял итеү бүлмәһе һәм башҡа ярҙамсы кабинеттар, дүртенсеһендә административ һәм санитар бүлмәләр урынлашҡан. Комплекс республика хөкүмәте инициативаһы буйынса “Башнефть” компанияһы аҡсаһына төҙөлгән. Проектҡа сарыф ителгән дөйөм хаҡ – 164 млн 507 мең һум. Был суммаға бина эсендәге ҡорамалдар, территория эсендәге асфальт юл, газон да инә.
Комплексты асыу тантанаһында Өфөнән килгән хөкүмәт вәкилдәре һәм тирә-яҡ райондарҙан ҡунаҡтар ҡатнашты: республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәр­ҙәнов, “Башнефть” компания­һының власть органдары менән бәйләнеш буйынса департаменты директоры Константин Чистяков, Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Ураз­мәтов, республика йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һ.б.
– Был объекттың төҙөлөүе Башҡортостан хөкүмәте башлығының социаль өлкәлә баш­ҡарған эштәре күрһәткесе булып тора. Республика хөкүмәте үткәргән сәйәсәттең өҫтөн­лөклө йүнәлештәренең береһе – физик культураны пропагандалау һәм күмәк халыҡ араһында спортҡа ыңғай ҡарашты үҫтереү. Ошондай үҙәктәрҙән тыш был маҡсатҡа ирешеү ҡыйын булыр ине. “Башнефть” компанияһы һәм “Система” хәйриә фонды етәкселәренә айырым рәхмәтемде еткергем килә, – тине Рөстәм Хәбиб улы.
Ҡунаҡтар комплекстың һәр ҡаты менән танышты, урындағы халыҡ, спортсылар менән аралашты. Шулай уҡ район данын ил кимәлендә яҡлаған спортсыларға бассейнға бушлай абонементтар тапшырылды. Ком­плекстың директоры Гөлнара Рәйес ҡыҙы Яхина әйтеүенсә, урындағы халыҡ яңы объекттың сафҡа инеүен күптән көткән. Спорт үҙәгенең мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡулайлаштырып төҙөлөүе айырыуса ҡыуандыра. Лифттан алып бәҙрәф бүлмәләренә тиклем улар өсөн махсус эшләнгән. Хатта бассейнда һыу инеү мөмкинлеге бар. Икенсе ҡатта инвалидтар өсөн махсус тренажер залы булдырыласаҡ, тип вәғәҙә итте Гөлнара ханым. Ғөмүмән, районда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең спорт ойошмаһы әүҙем эшләп килә. Уның базаһы ла, әйткәндәй, тап ошо яңы бинаға күсереләсәк. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәй кубогын яулаусы Фәрит Рәхмәтуллин етәкләгән был ойошма яҡташтарын еңеүҙәре менән йыш ҡыуандыра. Мәҫә­лән, улар инде өс йыл республика комплекслы спартакиадаһында беренселекте бер кемгә лә бирмәй.
Шишмә районының физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Виктор Осипов был яңы объекттың, ниһайәт, эшләй башлауына сикһеҙ шат.
– Беҙҙең районда комплекс тәүгеләрҙән булып төҙөлдө. Спортсыларыбыҙ бын­дай уңайлы урынды бик оҙаҡ көттө. Сөнки егет-ҡыҙҙарыбыҙ еңеүселәр затынан, улар араһында донъя, Европа, Рәсәй призер­ҙары бихисап. Мини-футбол буйынса бөтә стандарттарға тап килгән беренсе майҙанға эйә булдыҡ. Эргәлә генә саңғыла, тюбингта шыуыу өсөн тау, һырғалаҡ бар. Март аҙағында яңы спорт залында ауыл командаларының XXII мини-футбол ярышының финалы үтәсәк. Республиканың төрлө мөйөштәренән иң көслө ун алты команданы ҡабул итергә әҙербеҙ. Комплекс асылғандан һуң шишмәләрҙең маҡсаты бер генә – беҙгә икенсе, өсөнсө урындар түгел, тик еңеүҙәр генә кәрәк!
Айрат Ғәзизйән улы Сол­танов – район спортсылары аҡһа­ҡалдарының береһе. Һик­һән йәшен ваҡлаған олатай һаман да дәртле һәм көр күңелле. Йәш сағында волейбол, саңғы, шахмат, шашка спорты менән шөғөлләнгән. Ғүмер буйы балалар уҡытҡан олатай беренсе разрядлы шахматсы һәм саңғысы. Ул шишмәләрҙең яҡшы спорт-һауыҡтырыу комплексына эйә булыуына ҡыуанысын йәшермәне.
“Башнефть” вәкиле Кон­стантин Чистяков журналистар менән осрашҡан саҡта ошондай асылған һәр объекттан ҡырҡылған таҫмалар коллекцияһын йыйып барыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәре буйынса, компания артабан да хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек итеп, яңынан-яңы ком­плекс­тар­ҙы сафҡа индермәксе. Мәҫәлән, быйыл республика территорияһында еңел ҡоролоусы күп функциялы (йәйен – футбол, волейбол, баскетбол, ҡышын хоккей уйнап була) спорт майҙансыҡтары төҙөү ҡарал­ған. Өфө районында ғына шундай бишкә яҡын комплекс төҙөү күҙаллана.
– Республика хөкүмәте ҡай­һы районда ниндәй ҡоролмалар һәм объекттар талап ителеүен яҡшы белә. Шунлыҡтан, улар менән берлектә алып барылған эш күпкә отошлораҡ.
Комплекстың бинаһы ғына түгел, эсендәге ҡорамалдар ҙа “Башнефть” тарафынан финансланды. Беҙҙең проекттар спортсыларыбыҙҙы ҙур уңыштарға дәртләндереп, ярҙам итеп торор, тип ышанабыҙ. Спорт комплекстарын төҙөү компания тарафынан ҡаралған социаль программаның бер өлөшө генә. Беҙ экология, медицина, белем биреү, мәҙәниәт һәм йәмғиәттең башҡа иң мөһим өлкәләре менән ҡыҙыҡ­һынабыҙ, – тине Констан­тин Вячеславович.
Спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә түләүле һәм түләүһеҙ түңәрәктәр бар. Мәҫәлән, шахмат, саңғы, дзюдо, билбау көрәше, каратэ кеүектәре бушлай эшләйәсәк. Төркөмдәр менән шө­ғөл­ләнеүселәр өсөн ташламалар ҡаралған. Дүртенсе ҡатта фитнес залы буласаҡ, тренер­ҙар Өфөнән саҡырыласаҡ. Дөйөм физик әҙерлек буйынса күнекмәләр үтәсәк: степ, йога-фит, пилатес, каланектика, бодифлекс, спорт аэробикаһы – йәнең теләгәненә яҙыл да, йөрө! “Күрше райондарҙан да шөғөлләнергә теләүселәр булһа, рәхим итһен­дәр, көтәбеҙ”, – ти Гөлнара Рәйес ҡыҙы.
Тантана тамамланғандан һуң да яңы бинала шау-шыу, туп тауыштары тынманы – күрше райондарҙан килгән командалар араһында мини-футбол буйынса ярыш башланды.

Миңзәлә АСҠАРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”