RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алданғанығыҙ булдымы?

14.03.2014 Алданғанығыҙ булдымы?

З. ТимеРОВА:
– Бер тапҡыр алданған булды, телефондың бер һанын яңылыш әйтеп, икенсе номерға 100 һум аҡса киткәйне. Шылтыратһам, ул әллә ҡайҙағы Волгоградтағы бер офистың телефоны булып сыҡты. Телефон аша матур итеп һөйләштеләр, тик аҡсамды минең номерға күсермәнеләр.Ә бер танышым декабрҙә банкынан алған кредитын ҡаплау өсөн “Древпром”ға 12500 һум аҡсаһын тапшырҙы. Яңы йылдан һуң уларҙың офистары ябылды,"В связи с проверкой прокуратуры, офис закрыт" тигән яҙыу эленде. Аҡсаһы елгә осто инде…

Ғ. ИШМОРАТОВА:
– Бер көн минең менән бик ҡыҙыҡ хәл булды. “Мут әҙәмдәр тәүҙә “Водоканал” хеҙмәткәрҙәре булып, өй телефонына шылтырата һәм эсәр һыуҙың таҙалығы хаҡында һөйләй. Ҡулланған һыуға анализды әлегә бушлай яһайбыҙ, заявка ҡалдырығыҙ, тип тәҡдим итәләр. Адресты әйтеү менән мыҡты кәүҙәле ирҙәр килеп тә етә. Улар анализ өсөн проба ала һәм ҡиммәт хаҡҡа мөғжизәле һыу фильтры – ионизатор тәҡдим итә. Ҡорамалдың шишмә һыуындай таҙа продукт сығарыуын иҫбат итер өсөн һеҙгә, йәнәһе, фильтр аша үткән һыуҙы тәҡдим итәсәктәр, ә ысынында иһә уға йоҡо дарыуы ҡушалар. Йоҡонан уянғанда, ирҙәр ҙә, мал-мөлкәтегеҙ ҙә юҡҡа сыҡҡан була…” – тигән иғланды уҡып ултырғанымда эш телефоны шылтыраны. “Алло, был “Водоканал”дан борсойҙар. Һеҙ йәшәгән районда һыуҙың бысранғанын ишеттегеҙме? Һыуға анализ үткәрергә теләйһегеҙме?” – тимәһендәрме. “Һеҙ ойошмаға эләктегеҙ”, – тип яуаплағас, улайһа, өйөгөҙҙәге һыуығыҙҙы тикшертегеҙ, тине ҡатын. Ҡасан бындай мөмкинлеккә эйә буласаҡһығыҙ, етмәһә, бушлай, тип ныҡышты ғына. Мин трубканы ташлауҙы хуп күрҙем, шулай ҙа “Водоканал”ға шылтыратып, һыуҙың таҙалығын белештем. Шөкөр, барыһы ла яҡшы булып сыҡты.

Ҡ. САФУАНОВ:
– Көнө-төнө алдашалар, ҡалала намыҫһыҙ әҙәмдәр бигерәк күбәйҙе. Элек алдаҡсы, көпә-көндөҙ кеше талаусылар сиғандар ғына ине, хәҙер бәйеле аҙғандарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Телевизорҙан, гәзиттән дә хәбәр итеп торалар – бахыр ҡарт-ҡороноң кәфенлеккә тип йыйған аҡсаһын алдаҡ менән урлайҙар, ветерандарҙың миҙалдарына “айыу майы һөртәләр”, улығыҙ авария яһаны, енәйәт ҡылды, тип смс-хәбәр яҙып, ҙур сумма таптыралар һәм башҡалар. Ә беҙҙең ауылда магазинда үлсәү ялғанлай, яҡын тирәлә кибеттәр юҡ, шуға күрә хужаһы хаҡты артыҡ күтәреп ебәрә. Һатыусылар тауар хаҡын яҙып ҡуйыуҙы кәрәк тип һанамай, бер үк тауар­ҙы төрлө хаҡ менән һатып ебәрәләр хатта.

А. ҠАҘАҠБАЕВ:
– Яңы йыл алдынан “Лада Гранта” машинаһы һатып алдыҡ. Күрһәтелгән хаҡы 340 мең һум ине, килешеүгә ҡул ҡуйыуға сумма 520 мең һумға тиклем артҡан! Һатыусылар аңлатыуынса, был суммаға биш йылға КАСКО ингән. Йәнәһе, кредитты ваҡытынан алда түләп бөтһәк, банкыға, дүрт йыллыҡ страховкалауҙан баш тартып, ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ һәм аҡсаны кире ҡайтарасаҡтар. Ләкин һуңынан банкыға мөрәжәғәт итһәк, был ялған булып сыҡты. Автосалондағы мут һатыусыларға берәй ҡасан контроль булырмы икән?!

Ш. БАЙМОРАТОВ:
– Бала саҡтан бер туған Резеда апайымдан алданам, бер ҡатлы бала, ышанам да ҡуям. “Ана, әсәй ҡарбуз, кәнфит алып ҡайтып килә”, – тиһә, мин уҡтай атылып тышҡа сығам. Ә әсәй бөтөнләй ҡайтмаған, йә бер нәмә лә алмаған була. Аҡса йыйһам, алдап шуны тартып ала йәки урлай. Апайым менән көрәшеп, алдауҙарын асыҡлап, кәйефем боҙолған осраҡтар күп булды, уға Төлкө тип ҡушамат таҡтым. Башта, әйтмә, тип әрләй, хатта туҡмай торғайны. Аҙаҡтан өйрәнде, йәше 30-ҙан үтһә лә, һаман да Төлкө тип өндәшәм. Ә бөгөн уның алдашыу­ҙары шаяртыу ҡатыш, быға күнегеп бөткәнмен.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”