RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изгелек эшлә лә, хәбәр ит!

28.01.2014 Изгелек эшлә лә, хәбәр ит!

Изгелек эшлә лә, хәбәр ит!15 – 16 ғинуарҙа “Бәйлә­нештә” сайтында бер төркөм журналист, кә­ңәшләшеп, һөйләшеп, “Изге эштәр көнө” йәмә­ғәт акцияһын иғлан ит­кәй­не. Йәмәғәт ак­ция­һын беренселәрҙән бу­лып беҙҙең Күгәрсен районы күтәреп алды. Район хакимиәте, Те­ләүембәт ауыл хакимиәте, Тәүәкән мәктәбе изге эштәр көнө иғлан ителеү менән әүҙем генә эш башлап ебәрҙе.

Тәүәкән мәктәбендә

Тәүәкән мәктәбенең ал­тынсы синыф уҡыусылары ауылдың оло кешеләре Миң­лебикә Ҡаразбаева, Шәкирә Шәһәрова, Нәжиә Ҡараз­баеваларҙың йорт алдын һуңғы көндәрҙә күпләп яуған ҡарҙан таҙартты. Был әбей­ҙәргә уҡыусылар йыл буйы ярҙам итә икән. Бишенселәр иһә акция барышында ҡоштарға ярҙам итергә булды: магазиндан бушаған һәм кәрәге булмаған ҡатырға ҡумталарҙы алып, тағараҡ эшләп, матурлап, биҙәп, ем һибеп элеп тә ҡуйҙылар. Шул тағараҡтарға хәҙер көн дә онотмай хәстәрләп ем һалып торорға ғына кәрәк. Ошондай изге эштәр баш­ҡар­ған балаларҙы нисек инде изгелеклеләр тимәҫ­һең? Изгелектәре киләсәктә үҙҙәренә артып ҡайтһын, тип теләйек.
Район
хакимиәтендә

Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә был изге эштән ситтә ҡалманы. Бер көндә 12 мең һум аҡса йыйып, уйынсыҡтар, күстәнәстәр алып, Йомағужа ауылында йәшәүсе Бакумецтар ғаиләһенә мат­ди ярҙам күрһәтте. физик мөмкинлеге сикләнгән биш йәшлек баланы ата-әсәһе ай һайын Ырымбур ҡалаһына 60 мең һум самаһына дауаланыуға йөрөтә. Ҡыҙ­ҙың әсәһе Анастасия Алексан­дровна әйтеүенсә, һап-һау тыуған бала дүрт айлыҡ сағында эшләнгән прививканан һуң ДЦП сиренә дусар була. Бәләкәс Полина, ата-әсәһен, яҡындарын ҡыуандырып, былтыр мартта атлай башлаған. Район хакимиәте хеҙмәткәр­ҙәре йыйған аҡса Поли­наның һаулығын яҡ­шыр­тыуға ярҙам булыр, тип ышанабыҙ.

Теләүембәт ауыл
хакимиәтендә

Ауыл хакимиәте башлығы Гөлгөнә Исмәғилева, һәр изге башланғысты хуплап, ауыл халҡын да йәлеп итә алыуы менән һоҡландыра! Күптәр һағайып ҡына түгел, хатта кире тойғолар менән ҡабул иткән йәмәғәт акцияһында әүҙем ҡатнашып, матди мохтажлыҡ кисергән ишле ғаиләлә үҫкән балаларға кейем тапшырҙылар, оло йәштәгеләр­ҙең ишек алдын ҡарҙан таҙартып, “Тәүәкән” предприятиеһының күстәнәстәрен бирҙеләр.

Редакцияла

Был акцияға редакция коллективы ла әүҙем ҡушылды. Төшкө аш мәлендәге ялды файҙаланып, редакцияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙың хәлен белештек, әҙме-күпме булһа ла ярҙам күрһәтеп, һауыт-һабаларын йыуып, күстәнәстәр бирҙек, сәй ҡайнатып, тәмле сәй менән һыйланыҡ, хәл-әхүәлдәрен һорашып, һөйләшеп ултыр­ҙыҡ. Белһәгеҙ икән ҡәҙерлеләребеҙ ошо осрашыуҙы нисек ҡыуанып ҡабул иткәнен! Ошо осрашыуҙан кешегә ни бары иғтибар, ихтирам, йылы һүҙ еткәнен аңларға була ине. Айырыуса оло йәштәгеләргә.
Күп һорауҙарҙы иҫәпкә алып, “Изге эштәр көнө” акцияһы бер айға оҙайтылды һәм “Изгелек айы” тип иғлан ителде. Изгелек ҡылырға ашығайыҡ, дуҫтар!

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Күгәрсен районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”