RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Яңылыҡтар – минең тормошом»

13.12.2013 «Яңылыҡтар – минең тормошом»

«Яңылыҡтар – минең тормошом»«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров, яңылыҡтар хеҙмәте мәктәбен үткәндәр бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, тип иҫәпләй
«Башинформ» мәғлүмәт хеҙмәте агентлығын Алик Фәиз улы Шакировһыҙ бер нисек тә күҙ алдына килтереп булмай­ҙыр. Беҙгә, 90-сы йылдар аҙағында журналистикаға килгән йәштәргә, кеше менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, аралашыуға ябай, ихлас, киң эрудициялы булыуы менән айырылып торған был өлкән коллегабыҙ мәғлүмәт хеҙмәтендә йәнле матбуғат конференциялары үткәреүсе, оператив яңылыҡтар еткереүсе булараҡ хәтерҙә ҡалған. «Башинформ»дың алмаштырғыһыҙ мөхәррире генә түгел ул хәҙер, үҙенең ҡулы аҫтында күптәрҙе журналистика серҙәренә өйрәтте. Бөгөн был егет-ҡыҙҙарҙың күптәре – министрлыҡ-ведомстволарҙа, хөкүмәттә матбуғат хеҙмәте етәкселәре. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты булған коллегабыҙ ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләне.Түбәндә юбиляр ҡәләмдәшебеҙ менән уның тормош биографияһына байҡау яһаныҡ.

– Атайығыҙ Ҡурған, әсәйегеҙ Ырымбур өлкәһе кешеләре. Улар бар ғүмерен Ейәнсура районының мәғарифын күтәреүгә арнаған. Был төбәк күңелегеҙҙә ниндәй иҫтәлектәр ҡалдырҙы?
– Бала сағым Ырымбур өлкәһенән ике саҡрымда ғына ятҡан Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылында үтте. Ғаиләбеҙҙә алты бала – биш малай һәм бер ҡыҙ үҫтек. Атайым Фәиз Зариф улы Шакиров мәктәптә тарихтан уҡытты, әсәйем Наилә Яҡуп ҡыҙы ғүмер буйы башланғыс синыфтар уҡытыу­сыһы булып эшләне. Әсәйем менән атайым Ырымбур педагогия техникумында уҡығанда танышып өйләнешкән. Ырымбурҙың Сурай ауылына эшкә ебәрелгәс, ошонда Башҡортостандан килгән бер уҡытыусы ағай менән эшләй­ҙәр. Йәш ғаиләне ул Ейәнсура райо­нына саҡыра. Бында улар тәүҙә Күгәрсен ауылына килеп төпләнә, һуңынан Байдәүләт, Абзан, Һаҡмар ауылдарында уҡыталар. Ғаиләләре ишәйгәс, Ҡужанаҡҡа килеп төпләнәләр. Мәктәп директоры булған атайым Ейәнсурала дүрт мәктәп төҙөтә.
Башҡорттар, рустар араһында үҫһәк тә, татар телен онотманыҡ, Туҡай, Таҡташ шиғыр­ҙарын ятлап үҫтек. Ғаиләлә туған телгә, белем алыуға иғтибар көслө булды. Беҙ уҡығанда Ҡужанаҡта урта мәктәп булманы. Апайым, ағайҙарым 60-ар саҡрымда ятҡан ауылдарға йөрөп уҡыны. Шулай булыу­ға ҡарамаҫтан, барыбыҙ ҙа юғары белем алыу­ға ирештек. Апайым Светлана – күҙ табибы, Радик ағайым – летчик, Роберт ағайым, БДУ-ны тамамлап, фән менән шөғөлләнде. Хәҙер Себерҙә бер фирманың етәксеһе. Илдар ҡустым Өфө дәүләт авиация техник институтын тамамланы. Рафаэль – Өфө дәүләт нефть техник институтында уҡып сыҡҡандан һуң, хәҙер төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе.

– БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын «Ленинец» – «Ленинсы» гәзитендә башлағанһығыҙ. Йәш журналист булараҡ нимәләр хәтерегеҙҙә уйылып ҡалған? Партия заманында йәштәр баҫмаларына ҡараш нисегерәк ине?
– «Ленинец»та эшләгән осором – ғүмеремдең иң иҫтәлекле мәле. Был абруйлы, популяр баҫмаға эшкә инеп китеү ул ваҡытта ҙур бәхет ине. Уҡытыусыбыҙ, мин диплом яҙған Валерий Пугачев бында эшкә барырға тәҡдим иткәйне. Унда ете йыл эшләнем. Республикала ғына түгел, илдә лә исемдәре билдәле күп журналист йәштәр баҫмаһынан сыҡты. Бында һәр ваҡыт ижади эҙләнеү мөхите хөкөм һөрҙө, яңы эшкә килгәндәрҙе лә эшкә өйрәтеп, тиҙ үҙ итәләр ине. Ул ваҡыттарҙа социалистик ярыш тигән төшөнсә булды. Беҙ уны идеология рангы итмәнек, ә ижади ярышҡа әүерелдерҙек –һәр бүлек номер һайын көн ҡаҙағына һуҡҡан материалдар бирә ине. Күңелле йәшәнек. Йәштәр булғас, йыл һайын, ҡайһы саҡ йылына икешәр ҙә булып китә ине, туйҙар яһалды. Балалар тыуғас, исемдәрҙе лә бергәләп һайлай торғайныҡ. Комсомол йылдарында йәш белгестәргә иғтибар күберәк булды, бушлай фатирҙар бирелде. Гәзиттә тәнҡит мәҡәләһе сыға ҡалһа, шунда уҡ сара күрҙеләр.
Беҙҙең илдә журналист эше бер ҡасан да та табыш килтермәне, ә провинциаль журналистика бер ҡасан да килемле булманы. Республика баҫмаларында эшләү мәртәбәле булһа ла, уртаса эш хаҡы алып эшләнек, фатир алыу ҙа оҙаҡҡа һуҙылды. «Ленинец»та ете йыл эшләгән осорҙа бер-бер артлы ғаиләбеҙҙә ике бала тыуҙы. Һаман ятаҡта йәшәйбеҙ. Торлаҡҡа сират әкрен күсә. Партия өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировтың ярҙамсыһы «Советская Башкирия» гәзите редакцияһына Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советына референтлыҡҡа берәй кандидатура тәҡдим итеүҙе һорап шылтыратҡан. Коллегаларым минең исемде әйткән. Шулай итеп, тиҙерәк фатир алыу теләге менән икенсе эшкә күстем. Республика профсоюздары рәйесе Аршат Ихсанов эшкә алғас, торлаҡ мәсьәләһен тиҙерәк хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Бына шулай мин «ҡыйыҡлы» булдым. Әммә бында оҙаҡ эшләмәнем. «Советская Башкирия» гәзитенең ауыл хужалығы бүлегенә эшкә күстем һәм яратҡан эшемә сумдым. Ошондағы дүрт йылым һиҙелмәйсә үтеп киткән. Был абруйлы баҫмала эшләгәндә ауылда фермерлыҡты үҫтереү проблемаларына арналған материалдарымдың республика журналистары араһында тәүгеләрҙән булып Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына лайыҡ булыуына ғорурланам.

– Һеҙ БАССР Министрҙар Советында тәүгеләрҙән булып ойошторолған матбуғат хеҙмәтен етәкләгән кеше. Республика Президенты һәм Хөкүмәтенең берләштерелгән матбуғат хеҙмәте менән дә етәкселек иткәнһегеҙ. Дәүләт эше журналистиканан алыҫ тора…
– Демократлаштырыу осоро башланғас, матбуғат хеҙмәте кеүек бүлектәр, матбуғат секретары вазифалары индерелә башланы. Министрҙар Советына матбуғат секретары кәрәккәс, гәзиттән мине тәҡдим иткәндәр. Бурысым хөкүмәттең эшмәкәрлеге, ул ҡабул иткән ҡарарҙар тураһында гәзит-журнал­дар­ға материалдар ебәреп тороуҙан ғибәрәт ине. Матбуғат хеҙмәте булдырылғас, элекке коллегаларым ҡыуанды ғына. Сөнки әлегәсә улар менән туранан-тура эшләгән кеше булмаған, мәғлүмәт ала алмай ыҙалан­ғандар. Гәзиттә эшләп килгән профессионалға бындағы эште ойоштороу, ниндәй юҫыҡта материалдар әҙерләп биреү ауыр булманы. Минең урынға берәй чиновникты килтереп ултыртһалар, журналистарға уның менән эшләүе, ҡоро информацияһын эшкәртеүе ҡатмарлыраҡ булыр ине, моғайын. Хөкүмәттә 1994 йылға тиклем эшләнем. Республикала тәүге Президент һайлан­ғас, Президент Хакимиәтен формалаштырыу башланды. Министрҙар Советында мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат мәсьәләләре өсөн яуаплы булған Мансур Әйүповтың етәкселеге аҫтында эшләнем. Һуңынан ул Президент Хакимиәтенә эшкә саҡырҙы. Унда ла матбуғат хеҙмәте кәрәк ине. Ни тиһәң дә, был өлкәлә тәжрибәм бар. Һөҙөмтәлә берләштерелгән матбуғат хеҙмәте етәксеһе булып киттем. Тормош тәжрибәһе туплауҙа, аң-белем даирәһен киңәйтеүҙә, әлбиттә, власть коридорҙарында эшләгән йылдарым файҙаға булды. Үҙемдең коллегаларыма ярҙам итә алыуыма ихлас ҡыуана инем. Телевидение-радиола, Матбуғат йортонда эшләгән журналистарҙы минән дә яҡшыраҡ белгән кеше булмағандыр. Әлбиттә, Президенттың матбуғат хеҙмәтендә материалдар әҙерләүҙә уңға ла, һулға ла китеүҙе тыйған үҙ ҡанундары бар. Шул сиктә генә эшләү ҡатмарлыраҡ булды. Шуға ла тәүҙә ныҡ ыҙаландым. Һуңынан етәкселәрҙең ниндәйерәк материал талап итеүҙәренә өйрәндем.

– Журналистар хәтерләйҙер, республикала тәүгеләрҙән булып электрон матбуғат баҫмаһы ойошторолғас, матбуғат конференциялары гөрләп торҙо. Етәкселәр менән осрашып, хәбәрселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тура яуап ала алды. Ул йылдар­ҙан айырмалы, хәҙер нисегерәк эшләргә тура килә? Сер түгел, «Башинформ»ға килгән йәштәрҙең, атап әйткәндә, һеҙҙең уҡыу­сыларығыҙҙың күпселеге хәҙер төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙың матбуғат хеҙмәте етәкселәре.
– Президент Хакимиәтенән китергә тура килгәс, тағы журналистикаға «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры урынбаҫары сифатында әйләнеп ҡайттым. «Ленинец»та эшләгән дуҫым Евгений Асабин күптән саҡыра ине. Ошонда эшләгәндә мин иң популяр, хәҙерге ваҡытта талап ителгән иң ҡатмарлы жанр – яңылыҡтар әҙерләргә, матбуғат конференциялары ойошторорға һәм үткәрергә өйрәндем. Генераль директор урынбаҫары, мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе булараҡ, ҡулым аҫтында егермеләгән хәбәрсе эшләне. Эш күп булһа ла, ул мине бер ҡасан да арытманы ла, ялҡытманы ла. Киреһенсә, эш булмаған саҡта үрһәләнә башлай инем. Күп нәмәне тәүге тапҡыр эшләп ҡараным. Бында башкөллө яратҡан эшемә сумдым, тип әйтә алам. Бер нисә йыл «Интерфакс»тың Башҡортостан буйынса хәбәрсеһе лә булып торҙом.
Тәүҙә матбуғат конференцияларын үҙем генә үткәрә инем, һуңынан был эште йәштәргә ышанып тапшыра башланым. Беҙҙең эштә иң мөһиме – оперативлыҡ, объективлыҡ. 2007 йылда «Башинформ» мәғлүмәт хеҙмәте агентлығы эшенең принциптары» тип аталған методологик китап та яҙҙым. Беҙгә эшкә килгән һәр кемдең өҫтәл китабы ул хәҙер. Заман менән бергә беҙҙең эш өсөн уңайлыҡтар ҙа арта. Хәҙер һәр хәбәрселә ноутбук, планшет бар. Мәғлүмәтте ул тағы ла тиҙерәк ебәрә ала. Вуз тамамлап килгән йәштәр бында эшкә өйрәнде, тәжрибә тупланы. Ғорурланып әйтә алам, хәҙер улар күп ведомствола, эре компанияларҙа матбуғат хеҙмәте етәкселәре. «Башин­форм»­дан һуң беҙгә бында эшләү бер ни тормай», – тиҙәр. Яңылыҡтар хеҙмәте мәктәбен үткән журналистарҙың бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмауына ысын күңелдән ҡыуанам.

– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө журналистика нимә талап итә?
– Бөгөнгө журналистика икенсе төрлө. Халыҡ күләмле мәҡәләгә иғтибар биреп бармай, уның уҡырға ваҡыты ла юҡ. Нимә, ҡайҙа, ҡасан – шул һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Совет осорондағы кеүек, хеҙмәт кешеләренән герой яһап та булмай. Бында яңылыҡты ваҡытында тиҙ тота алып, дөрөҫ итеп уҡыусыға мәғлүмәтте еткереү шарт. Заман журналистикаһы бөгөн оперативлыҡ менән алдырырға тейеш, тип иҫәпләйем.

– Журналист булыу өсөн талант кәрәкме, әллә «ҡара» тырышлыҡмы?
– Кешегә яҙышыу һәләте тәбиғәттән бирелә, ул – күңел талабы. Һуңынан ул тормош рәүешенә инеп китә. Һәләте булған кеше, ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, барыбер яҙыша. Журналистикала тырышлыҡ та бик кәрәк.

– Һеҙ ғүмер буйына матбуғатҡа хеҙмәт иткәнһегеҙ, ҡатынығыҙ – медицина өлкәһе вәкиле. Балаларығыҙ ниндәй һөнәр һайланы?
– Ҡыҙым Ләйсән – юрист, БР Юғары судында эшләй, улым Искәндәр БДУ-ның Хоҡуҡ институтын тамамланы. Өсөнсө курс­та ул философия менән ҡыҙыҡһынып китте, ошо йүнәлеш буйынса аспирантура тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Ике китап авторы. Хәҙер БДУ-ла культурология кафедраһында уҡыта, бер үк ваҡытта Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре булып тора. Әлеге ваҡытта докторлыҡ диссертацияһын яҙыу өҫтөндә эшләй. Унда яҙыу һәләте бар. Интернетта фәнни китапхана булдырҙы. Балаларым менән ғорурланам. Улар ата-әсәләренән һәр саҡ бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелергә тейештер, шунһыҙ кешелек донъяһында прогресс булмаҫ та ине.

– Яратҡан шөғөлөгөҙ бармы?
– Баянда уйнарға, классик музыка тыңлар­ға яратам. Ғүмер буйы музыкаға ынтылдым. Әсәйем бик музыкаль кеше ине. Журналист булмаһам, моғайын, музыкант булыр инем.

– Тормошоғоҙҙа бойомға ашмай ҡалған теләгегеҙ булдымы?
– Юҡтыр. Бөтә теләктәремә лә ирешеп бөттөм. Үҙемдең ғүмер йылдарым тураһында китап яҙырға уйым бар ине. Былтыр Яңы йыл каникулында уны яҙып, китап итеп нәшер итттем. «Минең Ҡужанағым» тип атала ул. Тормошта үткәндәремә зарланыу гонаһ. Журналист эшмәкәрлегемдең күп йылы «Башинформ»ға арналған. Уның тәүге концепцияһын төҙөүселәрҙең береһе, тәүге модераторы булараҡ, теләгем – ошо мәғлүмәт агентлығының юбилейына ҡарата уның тарихы, хәбәрселәре тураһында иҫтәлектәр яҙыу.

З. ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”