RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телен белгән – илен бирмәҫ!

13.12.2013 Телен белгән – илен бирмәҫ!

Телен белгән – илен бирмәҫ!Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбендә республика кимәлендә таратырлыҡ интернет-конкурс үткәрелде
Хәҙерге йәш быуын күп ваҡытын ҡайҙа үткәрә? Был һорауға яуап табыр өсөн оҙаҡ баш ватырға тура килмәй. Сөнки барыһына ла яҡшы мәғлүм – балалар һәм йәштәр социаль селтәрҙәрҙә ултыра. Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы интернеттан ҡыуып та сығарырлыҡ түгел, айырыуса «Бәйлә­нештә» селтәренә башкөлләй инеп сумғандар. Уҡыусыларҙы әрләп тә, әүрәтеп тә, тыйып та мониторҙан айырып алып булмағанын аңлаған Бөрйән районының әлеге лә баяғы алдынғы белем усағы – Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары мәсьәләне үҙҙәренсә хәл итә – интернет ресурстарын файҙаға бороп ебәрә. Тап шул маҡсат менән ойошторолған саралар­ҙың береһе – «Телен белгән – илен бирмәҫ» конкурсы.
– Уҡыусыларҙың фәлсәфәүи фекерләү һәләтен үҫтереү, телгә һөйөү тәрбиәләү, шиғыр жанрына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты һүҙ көсө аша тәрбиәләү, ижади шәхестәр менән йәнле аралашыу, милли матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн үткәрелгән интернет-конкурста бик күп уҡыусы ҡатнашты, – тип һөйләй мәктәп директоры Инсур Үтәбаев. – Беҙ шуға өмөтләнгәйнек тә. Интернетҡа ингән һәр бер бала үҙенең мөмкинлектәрен һынап ҡараһын, кеше битендәге статустарҙы күсереп алып ултырғансы, үҙенең статустарын булдырһын, фекерләргә өйрәнһен, ижад ҡомарын үҫтерһен, тип тырышабыҙ һәр хәлдә.
Зиннур Боҫҡоновтың фотоһы буйынса «Бер һүрәттә – мең мәғәнә» тип аталған беренсе һайлап алыу турынан һуң, «Аҫылташтар сүпләгәндә» тип аталған икенсе тур иғлан ителгәйне. Тәбиғәтте һаҡлауға арналған шиғырҙар ижад иткән һәләтле балалар араһынан «иң-иң»дәрҙе алтын йыуғандағы кеүек иләктән генә иләп алдыҡ, һәм финалға ун шиғыр авторы саҡырылды: Нурзилә Усманова, Ҡәҙриә Ҡасимова, Айгөл Сөләймәнова, Юлдаш Билалов, Айрат Асҡаров (Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы), Лилиә Ҡаһарманова (Бөрйән, Байназар), Данил Әбсәйдиев (Белорет), Әлфиә Низамова (Әбйәлил, Байым), Эльвина Уйылданова (Әбйәлил, Рауил), Айһылыу Исхаҡова (Бөрйән, Байғаҙы). Финалға үтеүселәрҙән тыш, «Рух мәктәбе»нә Розалия Насибуллина менән Айзидә Шәйәхмәтова ла саҡырыу алды.
«Үҙ халҡыма ораным» исемле өсөнсө тур – финал – Әбделмәмбәт мәктәбендә уҙҙы, шуға балаларға ла, беҙгә лә интернет ауынан ысҡынып, Бөрйәнгә юлланырға тура килде. Йәш шағирҙарҙың кеме ең һыҙғанып, кеме баш тырнап, жюри биргән темаға (аныҡлап әйткәндә, дегәнәк тураһында) шиғыр ижад итер өсөн бер бүлмәгә инеп китте, «Таң» гәзитенән Айһылыу Ғарифуллина уларға бағауыл-ҡарауыл булып арттарынан эйәрҙе, ә беҙ мәктәп буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. «Ҡыпсаҡ-ТВ» тәҡдим иткән яңылыҡтарҙы ҡараныҡ, роботтар менән таныштыҡ, беренсе һәм икенсе синыф уҡыу­сыларының шиғри «күстәнәс»енән ауыҙ иттек. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева, шағирә Лариса Абдуллина ла буш ҡул менән килмәгәйне – балаларға шиғырҙар арналды. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев шул ике арала, ун беренсе синыфтарҙы уйға һалып, «Батырлыҡ менән бахырлыҡ араһы...» темаһына дәрес үткәрергә өлгөрҙө. Бер аҙҙан «Рух мәктәбе» уҡыусылары өсөн Айһылыу апай, Азамат ағай һәм «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин егерме минутлыҡ «оҫталыҡ класы» ойошторҙо. Шулай, мәктәптә үҙ булып, тамыр йәйеп тиерлек, иркенләп, көтөлгән ҡунаҡ яғыбыҙ сығып йөрөп ятҡанда, бәйгенең иң мауыҡтырғыс, яуаплы өлөшө башланды. «Әйтеш тә бар, алғыш та бар» тип атал­ған конкурста беҙгә ҡаршы йәш шағирҙар уйнаны. Хәлдән тайҙырҙы улар беҙҙе: йәш булғас, баштарындағы «шөрөптәре» шәп эшләй, беҙ арлы-бирле итеп ҡыбырлағансы, иҫәпте үҙҙәре яғына ауҙарып та ҡуйҙы («Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Айнар Байбулатов менән «Шоңҡар» журналының өлкән мөхәррире Шамил Яубаҫаровҡа иң еңеле тура килде, фотоаппарат ҡына тотоп йөрөп ҡотолдолар). Әбделмәмбәттең үҙ журналистары шундай өлгөр, әүҙемдәр икән: беҙ уҡыусылар алдында сығыш яһаған саҡта «Аҡбейек» тип аталған гәзитте лә сығарып өлгөрттө, телевидениелары өсөн репортаждар ҙа әҙерләне!
Ә бына шиғриәт бәйгеһенең еңеүселәрен ойоштороусылар һуңғаса сер итеп тотто. Кемдәр улар, тиһегеҙме? Ҡотларға ашығығыҙ: беренсе урынды Лилиә Ҡаһарманова яуланы, икенсе урын Нурзилә Усманова менән Юлдаш Билаловҡа бирелде, ә башҡалар өсөнсө урын алды. «Таң», «Йәшлек», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Ватандаш», Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Рәсимә Алтынбаева, Сәриә Ҡаһарманованың бүләктәре тантаналы рәүештә йәш шағирҙарға тапшырылды. Әйткәндәй, төп бүләк электрон китапсыҡ ине.
Ҡыуаныстан ҡояштай балҡыған балаларға ғына түгел, беҙгә лә оло байрам бүләк иткән мәктәп директоры Инсур Үтәбаевҡа, уҡытыу­сыларға, айырыуса Миңнур Ҡасимоваға ошондай матур сара ойоштороуҙары өсөн ҡайтҡан саҡта мең рәхмәт әйттек.
– Әлфиә ҡыҙыбыҙҙың киләсәгенә битараф түгелбеҙ, конкурста ҡатнашам, тигәс, уның шиғыр яҙыуын, ижад итеүен хуплап, алыҫ тип торманыҡ, килдек һәм бер ҙә үкенмәйбеҙ, – тип ҡыуанды Байымдан килеүсе Мәрзиә менән Ғәзим Юламановтар. – Сара шул тиклем юғары кимәлдә ойошторолған, хатта хайран ҡалдыҡ. Дәртләнеп, илһамланып ҡайтабыҙ. Уҡытыусы Гөлнара Хөснөтдиноваға рәхмәтлебеҙ, ул ҡыҙыбыҙҙы ижад серҙәренә өйрәтә. Бөгөнгө күркәм тамашаны ойоштор­ғандарға иһә мең-мең рәхмәт!
Әйткәндәй, еңеүселәр әҙерләгән уҡытыусылар Зөлхизә Шәми­ғолова, Гөлсәсәк Ғәбиҙуллина, Рәсимә Алтынбаева, Гөлшат Сәғитова, Сәриә Ҡаһарманова, Гөлнара Хөснөтдинова ла буш ҡул менән ҡайтманы, улар өлөшөнә лә алҡыштар, бүләктәр төштө. Ғөмүмән, һәр кем конкурстан оло ҡәнәғәтлек, рәхәтлек тойғоһо менән ҡайтты. Сөнки күңелдәргә тик шатлыҡ, илһам ойотҡоһо һалынғайны. Һәм шул ойотҡо балалар күңелендә ғүмерлеккә ҡалып, тормош юлдарын гел яҡтыртып, байытып торасаҡ, бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”