RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхетте сепрәккә төрөп йөрөтмәйҙәр

13.12.2013 Бәхетте сепрәккә төрөп йөрөтмәйҙәр

Бәхетте сепрәккә төрөп  йөрөтмәйҙәрАтанан ул тыуһа ине,
Ата юлын ҡыуһа ине,
Биленә һаҙаҡ быуһа ине,
Битенә килер оятты
Үҙе белеп йыуһа ине.
(Халҡыбыҙҙың әйтеменән).

Башҡортостан телевидениеһында барған «Үткән ғүмер» циклының сираттағы тапшырыуын яҙыуҙа ҡатнашып, әле генә ҡайтып ултырам. Темаһы Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын хәтерләүгә, ошо оло исем менән бергә иңгә ята торған гражданлыҡ бурыстары һәм әхлаҡи йөк мәсьәләләренә арналған икән. Хәл ҡәҙәренсә һөйләшеүҙә мин дә һүҙ ҡатҡан булдым. Мауығып китеп, байтаҡ Герой менән танышлығым, уларҙың хеҙмәте, шәхсән юғарылыҡтары тураһында һөйләп ташланым. Студиялағы юпитерҙар һүнгәс, ҡыҙыулыҡ һүрелә төшкәс, күңелдә шик әсе ҡамыр кеүек ҡабара башланы. «Быларҙы кемгә һөйләйем һуң әле мин? Үткәндәр, беҙҙең күңелде иләҫ-миләҫ итһә лә, хәҙергеләрҙең күпселегенә юҡ һымаҡ бит инде…»
Рәми ағай:
«Һөйгән… Һөйөлгән…
Инде – һөймәй.
Тик һөйгәнен генә
Һөйләп һөйләй…»
– тип, йәтеш кенә шиғыр яҙып ҡалдырған. Шаҡтай ваҡыт уйланып йөрөп, әле телевидениела улар тураһында сиселеп ҡайтҡан ағай-атайҙарым да әле ҡасан ғына тир һыпырып эшләгән, «донъя – беҙҙеке!» тип йөрөгән, хәҙер иһә – өнһөҙ. Ошо юлдарҙы яҙып ултырыуым да, бәлки, заманыбыҙ кумирҙары тураһында һөйләү зарурлығынандыр.
Иғтибар итәһегеҙҙер, хәҙер Советтар Союзы заманындағы уңыштарҙы, тәртиптәр­ҙе, хатта ҡануниәтте иҫкә төшөрөү, урынлы-урынһыҙ маҡтау ғәҙәткә инеп бара. Бөгөнгө буталсыҡтарға сума барған һайын ҡәҙимге тәртипте һағыныуҙы аңларға мөмкин, әлбиттә. Үткәндәрҙең һүҙҙә булһа ла әйләнеп ҡайтыуы – шул замандарҙа йәшәгән минең кеүек өлкәндәр йөрәгенә шифалы май һымаҡ. Ләкин тормош ысынбарлығы аяуһыҙ, унда уҙған ғүмер сәңгелдәгендә бәүелеп, хыялдар мөхитендә көнитмеш мөмкин түгел. Рәхмәтле хәтер менән үрелеп йәшәһә генә һағыныу бөгөнгө өсөн таяныс була ала.
«Таяныс» һүҙенә баҫым яһауым шунан, сөнки уйлау һәләтен юғалтмаған кешеләр донъяның айҡалып-сайҡалыуын, хатта түңкәрелә барыуын тоялыр тиеүем. Диң­геҙҙәрҙең ҡаҙан һымаҡ ҡайнаған, көҙгө кеүек ялтырап ятҡан саҡтары була. Кешелек йәмғиәтенең гел генә һиллектә йәшәүен күҙ алдына килтереүе ауыр. Тарих китаптарын уҡып ҡына әҙәм балаһын көлдөргән дә, бөлдөргән дә хикмәттәрҙең төпкө асылына төшөнөү мөмкин түгел. Ижтимағи ҡоролоштарҙы, мөлкәти мөнәсәбәттәрҙе, хатта консерватив өлкә һаналған дини тәғлимәттәрҙе ҡаныбыҙға һеңгән ҡанундар ҡалыбына һыйҙырып булмай. К. Маркс, Г. Плеханов, В. Ульяновтар тарафынан классик формулаға һалынған капитализм, тауар-аҡса, етештереүсәнлек һ. б. төшөнсәләр беренсел мәғәнәләрен күп йәһәттән юғалтты. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында һәм ағымдағыһында сәйәси лексиконға ингән «демократия» күренеше әлегәсә сабый ғәҙәте сыҡмаған, оло аҡылы инеп өлгөрмәгән үҫмерҙе хәтерләтә.
Бөгөн донъя ҡосағында фекер йөрөтөргә йөрьәт итеүселәр кешелек тарихындағы нәүбәттәге ҡырҡа боролош тураһында һүҙ алып бара. Сәйәси бәхәстәрҙең ҡораллы бәрелештәргә тош-тош күсеп китеүе өсөнсө донъя һуғышының иғлан ителмәй генә күптән үк барыуы хаҡында фаразлауҙарға нигеҙ бирә. Ер йөҙө картаһының ҡабаттан һыҙғыланыуына ҡағылышлы уйҙырмалар, әммә, раҫланыу тапмаҫ һымаҡ. Әгәр Америка Ҡушма Штаттарының глобаль башлыҡ булыу­ға дәғүә итеүе тураһындағы теоретик һығымталар ниндәйҙер дәрәжәлә ысын тигәндә лә, Ҡытай, Европа Берләшмәһе үҙ көсөндә саҡта быға юл ҡуйылмаҫ ул. Рәсәй иһә, географик дәүмәллеге һәм тәбиғи мөмкинлектәре бүтәндәр менән сағыштыр­ғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, иҡтисади көсһөҙлөгө, йәмғиәтенең тарҡаулығы, идара итеү структураһының халыҡ һәм дәүләт мәнфәғәттәренән айырылғанлығы, сәйәси ихтыяр етмәү арҡаһында юғарыла әйтелгән лидерҙар рәтенә баҫа алмай. Сүриә, Иран йүнәлештәрендәге ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәрҙе, беҙҙең ҡарашҡа, В. Путиндың шәхсән абруйы йәки Рәсәй дипломатияһының уңышы, тип баһаларға иртәрәк. Алман публицисы Карл Берне һүҙҙәре менән әйткәндә, дипломатияны тиктәҫкә генә илеңдең файҙаһы хаҡына патриотик ялғанлау тип йөрөтмәйҙәрҙер. Дәүләтебеҙ барыбер, «һалҡын һуғыш» кәйефенән арынып һәм сверхдержава булыу хыялынан ваз кисеп, бүтәндәр менән тиңдәшле мөнәсәбәттәргә өлгәшә алмай. Рәсәйҙең дәүләттәр ғаиләһендә яңғыҙлыҡта ҡала барыуы төрлө сәбәптәргә бәйле. Шулар араһында иң мөһимдәренең береһе, әлбиттә, иҡтисади йәһәттән йоғонто өсөн көрәш. Уның ни өсөн киҫкенләшә барыуы ла мәғлүм. Ләкин СССР эсендә үҙҙәрен РСФСР-ҙан һәр юҫыҡта иркәрәк тотҡан союздаш республикалар, мөстәҡиллеккә өлгәшкәс, донъяларының етешмәүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙән ниңә ситләшергә тырыша һуң? Туғандар: «Намыҫлы булһаң, намыҫһыҙ менән буталма», – тигән һүҙҙе беҙгә йәбештермәйҙер ҙә инде? Рәсәйҙең сәйәси етәкселеге иһә элекке ватандаштарыбыҙҙың беҙгә һыйынып түгел, бәлки буйһоноп йәшәүен көҫәй.
Ни хәтлем осорҙар үткәреп, төрлө шарттар­ҙа йәшәп, шулай ҙа милли һыҙаттар нигеҙендә формалашҡан менталитетты ҡапылда үҙгәртеү еңел түгел. Мөмкин булһа әле. Егерме йылдан күберәк ваҡыт бүтән ижтимағи-сәйәси ҡоролош мөхитендә көн итһәк тә, барыбер асылда совет кешеләре булып ҡалабыҙ. Хатта ут күршеләр менән аралашмауыбыҙ ғәҙәти хәлгә әйләнә, әммә ҡунаҡсыллыҡ, ярҙамсыллыҡ, кеше ҡайғыһын йөрәккә яҡын алыу осһоҙланмаҫ ҡиммәт булып, асыл төпкөлөндә һаҡлана. Шуғалыр, йәмғиәттәге күп кенә үҙгәреш беҙҙе ҡыуандырмай, ҡайһы бер ғәмәлдәр беҙҙең теләкте иҫәпкә алмай, ихтыярыбыҙҙан тыш башҡарылған һымаҡ. Мөлкәт һәм социаль мәсьәләләрҙәге тиңһеҙлек, властың халыҡтан айырылыуы, олигархик шашыныуҙар халыҡта асыу ҡатыш өмөтһөҙлөктө тамырландыра. Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә йыл хакимдар һәм хакимиәт һүҙенә, ташҡа баҫыл­ғанға ышанып йәшәгән ябайҙар тоталь алдаҡ, яза белмәҫ уғрылыҡ, бер ғалим ағай әйтмешләй, «балаболкалар» араһында ҡаушап ҡалды. Йәмғиәттәге процестарҙың асылын аңлайышлы тел менән төшөндөрөү урынына дәлилһеҙ тәнҡит, үткән юлыбыҙҙы ҡәһәрләү менән мауығабыҙ. Шул уҡ ваҡытта тарихҡа, бөгөнгөгә һәм иртәгәгә үҙ күҙҙәребеҙ менән генә түгел, остаздарыбыҙ зиһене менән дә ҡарарға өйрәнергә кәрәк.
Ошонда күренекле Рәсәй фәлсәфиәтсеһе Иван Ильиндың уҙған быуаттың 50-се йылдарында яҙылған хеҙмәттәренең береһенән өҙөк килтермәксемен: «Коммунистик хакимлыҡ түңкәрелеү менән демократияға шундуҡ күсеү мөмкин түгел, сөнки бының өсөн кешенең иҡтисади йәһәттән мөстәҡил булыуы кәрәк. Әммә хәҙерге ваҡытта халыҡ хәйерселеккә төшкән, ҡәһәрләнгән, яфаларға дусар һәм рухы һынған ҡала һәм ауыл кешеләренә генә әүерелдереләсәк. Бындай халыҡ ысын мәғәнәһендәге демократияға күсеүҙе ғәмәлгә ашыра алмай, сөнки ул сәйәси һәм иҡтисади эшмәкәрлектән ситләтелгән. Шуға күрә оҙайлы мәхшәр осоро киләсәк һәм хакимлыҡ йылғырҙар, карьерис­тар, авантюристар ҡулына эләгәсәк. Патриотизм тойғоһо булмаған, оятһыҙ һәм намыҫһыҙ, фәҡәт үҙенең генә байығыуын берҙән-бер маҡсат итеп ҡуйған кешеләр ҡулына һәм ошо мәхшәрҙә ғәйепле һәм ғәйепһеҙ бик күптәр харап буласаҡ… Милләт йәне менән дә, тәне менән дә сирле, һәм сәләмәтлеген нығытыу өсөн Рәсәйгә бер нисә тиҫтә йыл кәрәк буласаҡ…»
Етмеш йыл әүәл яҙылһа ла, әлеге этюд бөгөнгө көндөң күсермәһе тиерһең.
Береһен икенсеһе ҡыуып, көндәр, айҙар, йылдар үтә торор. Халыҡ хәтлем халыҡ, ил тиклем ил ғүмер баҡый, мейеһен һыу алған кеүек, миңрәүләнеп йөрөмәҫ. Әлегә иһә бар донъяла – бола, фетнәләр, илебеҙҙә үлтереш, талау тантана итә. Был мәхшәр бер саҡ үтерме, үтмәһә, ул ни менән бөтөр?..
Һәр көн, һәр минут һайын тотам да ҡалмай эҙәрлекләүсе бәлә-ҡазаларға, әллә күңелебеҙ туңып, күнегеп тә барабыҙ, ахыры. Ләкин фажиғәгә өйрәнеү мөмкинме икән? Декабрь башында Өфөлә сабый йәшендәге игеҙәк ҡыҙ балалар, олатайҙарына эйәреп, урамды тәғәйенһеҙ урында сығабыҙ тигәндә, автомашина аҫтында ҡалып, һәләк булды. Иҙгеләнгән балалары өҫтөнә эйелгән әсәнең, ҡапыл уларҙан тайшанып, һикереп тороп, йән әсеһенән ҡысҡырыуы тауышһыҙ теле­кадр­ҙар аша ла йөрәкте ярғандай булды. Ошо мәлдә, әйтерһең, күҙ алдыма вайымһыҙ ҙа, өҙгөләнгән дә, бәхетһеҙ ҙә, тапалған да Рәсәйҙең һыны килеп баҫты.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”