RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Һәр геройым – йөрәк тартмаһында»

22.11.2013 «Һәр геройым – йөрәк тартмаһында»

«Һәр геройым – йөрәк тартмаһында»Уның йәшәү мәғәнәһе, ғүмер асылы, кешелек ҡиммәттәре хаҡында төшөргән фильмдары бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Бер уйлаһаң, телевидениела быны барыһы ла эшләй ала кеүек. Әммә Гөлназдың эштәре бер кемдекенә лә оҡшамаған, береһен дә ҡабатламай. Ул ябай, үҙенсәлекле генә итеп геройының характерын асып, уның тормошонан бәләкәй генә деталдәр табып, беҙгә был шәхесте икенсе юҫыҡта аса. Тамашасыны тетрәндерә, уйға һала алыуы ла, уның тырышлығынан да бигерәк, таланты, эҙләнеүҙәре, ижади эшләүенең һөҙөмтәһелер ҙә, моғайын.
Түбәндәге әңгәмәлә тележурналист, режиссер, күп һанлы телефестивалдәр лауреаты Гөлназ Ғәлимуллинаның күңел донъяһына байҡау яһаныҡ.

«Ни өсөн Мәскәүҙә
эшләйемме?»

– Гөлназ, үҙеңдән интервью алырға тип, «Тамыр» телеканалына шылтыратҡас, хеҙмәттәштәрең һине, Мәскәүҙә эшләй, әммә беҙҙең менән бәйләнеште бөтөнләй өҙмәне, тине. Танылған телевидение оҫталары һине конкурста еңеп сыҡҡан фильмдарың аша яҡшы белә. Үҙәк телеканалдар әллә яңы проекттар өҫтөндә эшләргә саҡырҙымы?
– Былтыр ике фильмымды «Тэфи»ға тәҡдим иткәйнеләр. Шунда РЕН – ТВ журналисы О. Барковская тапшырыуҙарымды оҡшатып, үҙ студияһында эшләп ҡарарға тәҡдим яһаны. Барырғамы, юҡмы, тип оҙаҡ ҡына икеләнеп йөрөнөм. Февралдә Мәскәүҙә «Панацея» Бөтә Рәсәй конкурсында жюри ағзаһы сифатында ҡатнашырға тура килде, шунда торҙом да ҡалдым. Әле Башҡортостан юлдаш телевидениеһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләйем. Мәскәүҙә продакшнстудиялар күп. Улар тапшырыуҙарҙы федераль каналдарҙың махсус заказы буйынса эшләй. Беренсе канал, ТВЦ, РЕН – ТВ каналдары өсөн документаль фильмдар эшләйем. Бында үҙемде яңы юҫыҡта астым. Сценарий текстарын эҙмә-эҙлекле яҙырға өйрәндем. Режиссер булараҡ, яңы аппаратура менән таныштым. Әммә «Тамыр»ҙа эшләгән осорҙо һағынам. Тапшырыу­ҙарымды йөҙөп йөрөп, автор, режиссер, монтажлаусы булараҡ, хатта рәссам бармаҡ осонда тойоп картинаһын яҙған кеүек, барыһынан да ирекле эшләй ала инем. Мәскәүҙә ҡанундар икенсерәк. Төшөргән материалды монтаж режиссерҙары тамамлап ҡуя. Шуға айырым ғына бер проект өҫтөндә эшләйем тип әйтә алмайым.
Нисек кенә булмаһын, эшемдә камиллашыуымды тоям. Киләсәктә был миңә, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк. Бәлки, яңы циклымды булдырырмын.

– «Профили» авторлыҡ циклы «Тамыр»­ҙағы иң уңышлы проекттарыңдың береһе булды. Ундағы геройҙар – яҙмыш һынауҙарынан баҙап ҡалмай, һынмаҫ рухы менән йәшәргә ынтылған кешеләр. Тамашасы улар­ҙың ҡорос характерына һоҡлана, еңел булмаған яҙмыштарының шаһиты булып тетрәнә. Журналист, телережиссер булараҡ күп көс һалыуың күренеп тора… Был эшеңдең идеяһы нисек тыуҙы?
– Был хаҡта бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине. Серҙе асыр ваҡыт еткәндер, күрәһең. Ҡапыл сирләп китеп, бик оҙаҡ дауаханала ятырға тура килде. Унда яртышар көн капельница аҫтында ята торғайным. Аң ҡапланған, томанда шикеллемен. Тирә-яғымда – дүрт стена, һары тәнле, күҙҙәре һүнә барған ауырыуҙар. Тормош ҡапыл туҡтап ҡалған кеүек. Системалар алып бөткәс кенә күҙ асылғандай була. Ошо арала тормошомдо байытыр­ға була китап уҡыйым. Ярты көндә 300 бит. Тап ошонда «профили» һүҙен хәтергә һалып ҡуйҙым. Дауахана – сир менән көрәшеү урыны. Әммә, ҡыл өҙөрлөк тә хәлем булмаһа ла, ул көрәште үҙемдә түгел, ә минең менән бергә ятҡан кешеләр араһында күрә инем. Аяуһыҙ сиргә дусар булһалар ҙа, уларҙың нисек тә йәшәргә ынтылыуы, тормошҡа мөхәббәте һоҡлан­дыр­ҙы ла, тетрәтте лә. Дауахананан сыҡҡас, әҙәм балаһының ынтылышын, аяуһыҙ һынауҙарға бирешмәүен, ихтыяр көсөн күрһәткем, халыҡҡа тиҙерәк еткергем килде. Ысынлап та, теләгәнем тормошҡа ашты. «Профили» авторлыҡ циклын төшөрөү форсаты тейҙе. Геройҙар үҙҙәре табыла торҙо, әйтерһең, тормош үҙе сығарып баҫтыра ине уларҙы юлыма. Герой ғына түгел, кем менән аралашһам да, образдар, кадр­ҙар күҙ алдына килә. Реконструкция эшләү үҙенә күрә кино төшөрөүгә бәрәбәр. Ысын­лап та, ғорурланып әйтә алам, фильм­дарҙың һәр береһе төрлө конкурстарҙа еңеү яуланы. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә танылған гимнастка, яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева тураһында төшөргән фильмым «ТЭФИ»ға лайыҡ булды.

– Кадр артында нимәләр әйтелмәй ҡала?
– Һәр бер геройымды яратып төшөрҙөм, шуға ла улар миңә күңелдәрендә нимә бар, барыһын да асып һалды. Әгәр ҙә улар нимәнелер йәшерһә, миндә лә кире тойғолар уятыр ине. геройыңды яратмаһаң, әҙ генә негатив булһа, тапшырыу килеп сыҡмай. Шуға барыһын да һәр саҡ хәтеремдә тотам. Ошо йәһәттән биш тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов иң тетрәндергән герой булды, тип әйтә алам. Тәүге тапҡыр уны Туриндағы Олимпиадала еңеп ҡайтҡас төшөргәйнем. Инвалид булһа ла, үҙенә ҙур маҡсаттар ҡуйған, тағы ла еңеү хаҡында пландар ҡорған ябай бер егет ине ул саҡта. Йылдар үтһә лә, ул хыялдарына хыянат итмәгән, тормош үҙен тағы ла сыныҡтырған, уңыштарынан башы әйләнмәгән. Ниндәй генә хәлдә лә кешенең кеше булып ҡалыуы һоҡландыра.
«Рәхмәт, Гөлназ, минең
ғүмеремде оҙайттың»

– Республика клиник дауаханаһының гематология бүлеге тураһындағы тапшырыуың ныҡ иҫемдә ҡалған. Унда һин лейкоз менән сирле, һәр бер көнөн Хоҙайҙың бүләге итеп ҡабул иткән Гөлназ Иҫәндәү­ләтованың монологын бирәһең. Ҡыҙҙың нисек сиргә ҡаршы көрәшеүен күрһәләр, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ниәтләгәндәр, моғайын, уйҙарынан кире ҡайтыр ине…
– Табиптарға рәхмәтлемен. Күпме кешене үлемдән алып ҡалалар, йәшәүҙән өмөтөн өҙгәндәрҙе лә аяҡҡа баҫтыралар. Миңә лә, уларҙың даими пациенты булған кешегә, журналист булараҡ рәхмәтемде әйтергә кәрәк ине. Быны хатта үҙемдең бурысым тип ҡабул иттем. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының гематология бүлеге хаҡында «Тормошҡа ваҡыт» фильмы шул уйҙарҙан тыуҙы ла инде. Аңлайым, башҡалар ҙа әйтер, был минең тарафтан эгоизм, үҙемдең вазифамды файҙаланыу кеүек ҡабул ителһә лә, ғүмер бүләк итеүселәр бер мине генә түгел, башҡа күптәрҙе үлемдән йолоп алып ҡала, йәшәүгә өмөт уята бит. Уларҙың көндәлек ауыр эшен, ауырыуҙарҙың табип менән бергә сиргә ҡаршы көрәшен күрһәтеп кенә ҡалмай, рәхмәт һүҙҙәрен пациенттарҙың кисерештәрендә сағылдыра алғанмындыр, тип уйлайым. Баймаҡ ҡыҙы Гөлназ Иҫәндәүләтова менән ошонда танышып, дуҫлашып киттек, бер палатала яттыҡ. Лейкоз менән сирле ҡыҙ, сире тағы ла киҫкенләшкәс, химия терапияһы алырға килгәйне. Буш ваҡытында ул гел сигеү сигә ине. Мине лә матур итеп сигергә өйрәтте. Мине яҡындан белгәнгә күрә лә тапшырыуға төшөргә ризалашҡандыр, моғайын. Әммә химиянан һуң организмы көсһөҙләнгән аҙашыма камераға һөйләү, уның атлап йөрөгән кадрҙарын төшөрөү ныҡ ауыр булды. «Профили» авторлыҡ циклында уның хаҡында фильм сыҡҡас: «Рәхмәт, Гөлназ, һин минең ғүмеремде оҙайттың», – тине. Телевизорҙан күргәндән һуң таныш булмаған кешеләр ҙә уның янына хәлен белергә килгән. Тәүҙә фильмды «Һуңғы тамсы» тип атарға булғайным, ләкин тормошоноң һәр минуты өсөн көрәшкән ҡыҙға үлемде хәтерләтермен кеүек тойолдо. Һуңынан, Гөлназға «ғүмер өҫтәп», «Ғүмер тамсыһы» тип исемде йәнләндерҙем. Ҡыҙҙың тормошҡа булған һөйөүе һоҡландыра, мин барыбер көслө булып ҡаласаҡмын, ти ул. Гөлназдың вафатынан һуң «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң «Родина» кинотеатрында уның ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо, уның хаҡында фильм да күрһәтелде. Был сараға әсәһен, туғандарын да саҡырҙыҡ. «Ғүмер тамсыһы»н тетрәнмәйенсә күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел, тиҙәр. Йәшермәйем, тәүҙә, әлбиттә, тапшырыу кеше ғүмеренә бәйле булғас, халыҡҡа барып етерме, кеше бәхетһеҙлегендә сенсация яһайһың, тип битәрләмәҫтәрме, тигән ҡурҡыу булғайны.
«Панацея» Бөтә Рәсәй конкурсында «Ғүмер тамсыһы» – «Бәләләге кешеләр» номинацияһында, ә «Тормошҡа ваҡыт» фильмы «Аҡ халат» номинацияһында 1-се урынға лайыҡ булды, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш, РФ Дәүләт Думаһының Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Һуңынан мин был мәртәбәле конкурстың баһалама ағзаһы булып сығыш яһаным.

– Әйткәндәй, һинең эштәрең Рәсәй сиктәренән уҙып, донъя кимәлендә лә уңыш яуланы. «Күл янындағы йорт» телефильмы Америкала үткән мәртәбәле халыҡ-ара фестивалдә лә номинант булды…
– Был фильмды беҙ Германияның Боден күле өҫтөндә Башҡортостан авиакомпанияһы самолеты менән булған авиаһәләкәттең 10 йыллығына ҡарата төшөргәйнек. Идеябыҙҙы бойомға ашырыу өсөн меңәрләгән саҡрым юл үттек. Ул фажиғәле төндөң шаһиты булған кешеләр, һәләк булған балаларҙың ата-әсәләре менән күп аралашырға тура килде. Хатта табут ҡапҡастарын ябып ултырған кешене лә таптыҡ. Бала юғалтыу ҡайғыһын кисергән ата-әсәләрҙең хәтирәләрен яңыртыу, уларҙың яраларын яңынан ҡуҙғатыу иң ауыры булғандыр. Уларҙың кисерештәрен, йөрәк әрнеүҙәрен үҙемдең йөрәгем аша үткәрҙем, яҡындарың менән үткәргән һәр көнөгөҙҙөң ҡәҙерен белегеҙ, уны бер ниндәй ҙә матди ҡиммәттәргә алмаштырмағыҙ, ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ, тип өндәшкем килде. Германияла ла был фажиғәне онотмайҙар, үҙҙәренеке кеүек ҡабул итәләр. Баҡтиһәң, донъяла һинең ҡайғыңды үҙенеке кеүек ҡабул иткән, һинең менән бергә ҡайғырған кешеләр ҙә була икән.
50 илдән тәҡдим ителгән ике мең эш араһынан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының эше юғары баһаланыуы минең өсөн оло мәртәбә булды.

«Мин уҫал кеше түгел»

– Һөнәреңдең һиңә берәй ҡасан ҡамасаулағаны бармы?
– Ҡамасаулай. Мине эш ваҡытында күргәндәр ҡаса, минән ҡурҡа, уҫал, тип уйлай­ҙар. Ә ысынбарлыҡта үтә күренмәле, ябай, ихлас бер ҡыҙмын. Эштән тыш аралашҡан кешеләр белә. Үтә етдилегем һәм эшемә бирелгәнлегем, талапсанлығым шәхси тормошомдо ҡорорға ҡамасаулауын да инҡар итмәйем. Тормошта ла үҙемдең журналист ҡалыбымдан сыға алмайым, шулай йәшәйем. Кеше менән танышҡас, ирекһеҙҙән уға һорауҙар яуҙыра башлайым, ә кеше мине, һорау ала, тип ҡабул итә.

– Ҡулыңа тылсымлы таяҡ тотторһалар, нимә эшләр инең?
– Әле яңыраҡ ҡына уйланып ултырғайным – үҙеңдең үткәнеңдән һәм үҙеңдән ҡасып булмайҙыр ул. Тормошта әйләнә-тирәләге мөхит алмашына, ә уйҙарың барыбер эйәреп йөрөй. Ҡулымда тылсым таяғы булһа, барыһының да уйҙарын ыңғай яҡҡа үҙгәртер инем. Барыбыҙ ҙа матур тормош хаҡында хыялланабыҙ. Тормоштағы һынауҙарыбыҙ – беҙҙең һәр аҙымыбыҙ, гонаһтарыбыҙ өсөн яуап биреү ул. Ейәндәре, бүләләре бөтә булған быуындары өсөн яуап тота. Насар уйҙар уйлау ҙа бит – сир-ауырыу сығанағы.

– Журналисҡа тетрәндергес яҙмышлы, тормошта төрлө ҡыйын хәлдә ҡалған кешеләр менән йыш аралашырға тура килә. Үҙең өсөн уларҙан нимә алаһың? Нимәләр күңелеңде тетрәндерә?
– Һәр геройым – минең йөрәгем тартмаһында. Ниндәйҙер аҙым яһар алдынан уларҙы иҫкә төшөрәм. Улар тормошта бер һабаҡ, тәжрибә бирә, күңелемде үҫтерә.

Сит телдәрҙе белеү
сиктәрҙе юя

– Мәктәптә уҡыған сағыңда уҡ инглиз телен һыу кеүек эсә инең. Тағы ниндәй телдәрҙе беләһең? Сит телде яҡшы белеүең эшеңдә ярҙам итәме?
– Германия күгендә «Бал» авиакомпанияһы самолеты һәләкәте тураһындағы «Күл янындағы йорт» (инглизсә «Ожмахҡа юл» тип атала) фильмын төшөргәндә тәржемәсеһеҙ аралаштым. Немец телен генә аңламайым, шунда ғына тәржемәсе кәрәкте. Сит телде белеүем, әлбиттә, эшемде тулыландыра. Ҡасандыр «Юлдаш» радиоһында ла инглизсә проекттарым барҙы. Америкаға конкурсҡа барғанда ла сит илдәге коллегаларым менән аралашыу еңел булды.

– Һаман да бойомға ашмай йөрөгән хыялдарың бармы? Үҙеңә ниндәй теләк теләр инең?
– Артыҡ уйҙарым килеп сыҡһа, Фейсбукка сығарып яҙам. Бер шулай тәьҫирләнеп китеп, бер яҙма яҙып ҡуйғайным, минән: «Ә һин теләгеңә ирештеңме һуң?» – тип һорай­ҙар. Уйға ҡалдым. Тормоштағы барлыҡ хыялдарым да бойомға ашып бөттө, теләгәндәрем ҡабул булды шикелле. Әҙәм балаһының хыялы бөтһә, уның тормошо селпәрәмә килә бит. Хәҙер нимә теләгәнемде белмәйем дә. Ҙур мегаполистың йоғонтоһо уйҙарымды ҡаплай. Бында тотороҡлоҡ юҡҡа сыға. Минең иң теләгәнем – күңел тыныслығы. Бер көн иртән тороп, бөгөнгө көнөмдө байытыр өсөн нимә эшләйем икән, тип уянғым килә. Нимә кәрәк әле, тигән һорау ялҡытты. Һәр саҡ, кәрәк, кәрәк, тип йүгереп йөрөп, йәшәү тәмен тоймайбыҙ. Туҡтап, тын алғы килә ҡайһы саҡ. Әсәйемә сәләмәтлек теләйем. Хатта үҙемә лә түгел, ә тап әсәйемә. Ауырыған саҡта уға кәрәк булыу тойғоһо һөйрәп сығарҙы мине. Һаулыҡ булмаһа, һин бер кемгә лә кәрәк түгел, хатта үҙеңә лә. Кемгәлер кәрәк булыу – тормошомдоң бар асылы. Мин тап ошоға ынтылам.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”