RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фәҡирлектең сиге ҡайҙа?

18.10.2013 Фәҡирлектең сиге ҡайҙа?

Кисә Халыҡ-ара фәҡирлеккә ҡаршы көрәш көнө уҙҙы. Ваҡиға Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан 1993 йылдан билдәләнә һәм был көндө барлыҡ социаль ҡатлам кешеләре Париждағы Трокадеро майҙанына йыйыла. Улар донъялағы аҙ тәьмин ителгән барса халыҡҡа теләктәшлеген белдерә. Донъя халҡы ошо рәүешле фәҡирлектең сигенә сығыусыларға, уларҙың ҡайғы-хәсрәттәренә иғтибарҙы йәлеп иттерергә тырыша. Акцияға күренекле мәҙәниәт, спорт, сәйәсәт “йондоҙҙары” ла ҡушыла, мәрхәмәтлек саралары уҙғара. Интернетта ярлылыҡты юҡҡа сығарыу буйынса глобаль социаль сайттар ҡушылған – улар һәр кемгә фәҡирлеккә ҡаршы хеҙмәтенең фотоһүрәттәрен урынлаштырырға, аҙ тәьмин ителеүселәр иҫәбенә электрон аҡса күсерергә тәҡдим итә.
Рәсәйҙә күптән инде йәмғиәтте, байҙар, урта хәллеләр, ярлылар тип, социаль ҡатламдарға бүлеп ҡарайбыҙ. Эксперттар, илебеҙҙә һәр ун кешенең икеһе фәҡирлектә көн күрә, тип билдәләй. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, фәҡирлек кимәлен һеҙ нисек билдәләйһегеҙ?

Лүзә ФӘЙЗУЛЛИНА, уҡытыусы:
– Төптән уйлап ҡараһаң, ауылдарҙа фәҡиргә әйләнеү ҡурҡынысы өсләтә күберәк. Сөнки ҡала менән сағыштырып ҡарағанда, эш урындары юҡҡа сығарылды, барлыҡ ышанысың – мал-тыуарҙа, баҡсаңда. Һуңғы ваҡытта күрше өлкәләрҙән килеп, мал урлаусылар күбәйә, шуға күрә һуғымлыҡ эре малыңдан да ҡолаҡ ҡағыуың бар. Ауыл халҡын фәҡирлектән тик эшһөйәрлек, тырышлыҡ ҡына ҡотҡара инде. Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың. Көн буйы һәлберәшеп эсеп йөрөгән кешеләр ҙә юҡ түгел, улар йыш ҡына бер телем икмәк һоранып йөрөй, бына улар – ысын фәҡир. Тик алкаштарҙың ярлылығы үҙҙәренең эскелеккә бирешеүе арҡаһында, әлбиттә. Араҡы әллә ниндәй олигархты ла бөгөп һала.

Илүзә ҒӘБИТОВА, студент:
– Мин университеттың волонтерлыҡ хәрәкәте ағзаһымын. Беҙ йыш ҡына балалар һәм ҡарттар йорттарына барып йөрөйбөҙ. Бер ниндәй ҡараусыһыҙ ҡалған оло йәштәгеләр бигерәк йәл. Пенсиялары аҙ ғына, тамаҡтары ла йүнле түгел, сөнки пенсияның яртыһы тиерлек йортта йәшәгән өсөн тотоп алып ҡалына. Бер кәнфит өсөн генә нисек шатланғандарын күрһәгеҙ ине! Күптәре беҙ килеп инеү менән ҡосаҡлап ала һәм илай башлай. Күҙ йәштәрен түккән ҡарттар икеләтә ҡыҙғаныс тойола. Беҙ уларға, тәм-томдан тыш, кейем-һалым, китаптар һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйып тапшырабыҙ.

Ғүмәр ӘМИРОВ, төҙөүсе:
– Мин үҙемде урта хәллеләрҙән тип иҫәпләйем. Тик йорттағы барлыҡ йыһазым, машинам кредитҡа һатып алынған. Хеҙмәт хаҡын алыу менән кредиттарҙы ҡаплап бөтәм һәм һанаулы ғына аҡсам ҡала. Исемлек төҙөп, бензинға, аҙыҡ-түлеккә һәм башҡа ваҡ-төйәккә бүлеп кенә тотонам. Ә был айҙа ЮХХДИ инспекторҙарына эләктем һәм 1500 һум штраф түләргә тура килде. Түләнем һәм икмәккә лә аҡса ҡалманы. Кеҫәмдә ни бары 4 һум тинлектәр генә ята. Ошонан һуң әйтегеҙ инде, мин урта хәллеме, әллә фәҡирме?

Рәмилә СӘХИПГӘРӘЕВА, һатыусы:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл байҙар һаман байый, ә ярлылар һаны кәмемәй тип әйтерлек. Етмәһә, беҙҙә урлашып, ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереп кеҫә ҡалынайтыусылар һаны артҡандан-арта бара. Хәйер, һуңғы ваҡытта ундайҙарға халыҡ нәфрәтләнеп арыны кеүек. Нервыларыңды бөтөрөп ни файҙа, миллион һумлап урлаусылар барыбер иректә ҡала! Халыҡ ришүәтселектә ғәйепләнгән чиновниктарға хәҙер аптырамай ҙа, был күренешкә өйрәнеп бөттө тиерлек. Ә бына Көнбайышта күптәр, эшләп, хеҙмәт хаҡынан һалым түләүгә ҡарағанда, социаль пособие иҫәбенә йәшәй. Сит илдәрҙә ябай халыҡтың дәүләттең елкәһенә ултырыу мөмкинлеге бар, ә беҙ дәүләтте үҙебеҙҙең елкәлә йөрөтәбеҙ. Фәҡирҙәргә дәүләт айырым арзан магазиндар булдыра башланы хатта. Тик бына сифатһыҙ әйбер һатып алып бер нисә ай үткәс, ул боҙола, туҙа, кешегә тағы магазинға йүнәлергә тура килә. Һөҙөмтәлә фәҡирлек көсәйә.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”