RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман

18.10.2013 Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман

Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яманРеспублика көнөнә әҙер­лек барышында те­ле­видение һәм радио буйынса Башҡортос­тан­да “Әсәлек даны“ миҙалы булдырыуға 15 йыл тулыу айҡанлы иғтибарҙы йәлеп итерлек тапшырыуҙар ойошторолдо. Тележурналист Рәм­зиә Кәримова үҙенең ошо юбилейға арналған тапшырыуына әҙерләнгәндә миҙал менән бүләкләнгән тәүге әсәләр араһында лайыҡлы кешеләр – шул эске касафаты арҡаһында – таба алмау һөҙөмтәһендә килеп тыуған уйланыуҙары менән халыҡты таныштырырға кәрәк тип тапты. “Башҡортостан“ гәзите биттәрендә Венер Исхаҡов та “Миҙалдың икенсе яғы“ тигән мәҡәлә менән сығыш яһағайны (2013 йыл, 25 ғинуар). “Асыҡ студия“ тип аталған тура эфир­ҙа барған тапшырыуҙа, Рәмзиәнән тыш, билдәле шәхестәребеҙ – шағирә Гүзәл Ситдиҡова һәм сәйәсмән Рәшиҙә Солтанова ҡатнашты. Тапшырыуҙы алып барыусы Зөлфиә Рәхмәтуллина ҡорған фекер алышыу­ҙа ҡуйылған проблема ентекле тикшерелде. Ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың дөйөм фекере булып “Теге йәки был әсәне миҙал­ға тәҡдим итер алдынан уның тәртибен иҫәпкә алырға кәрәк“ тигән һығымта яңғыраны. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, был миҙалды алыу өсөн әсәнең тапҡан балаларының һаны ғына түгел, ә балаларҙың ата-әсәһенең көнкүрештәге тәртибе, балаларының йәшәү шарттары ла ҡаралырға тейеш. Студияға саҡырыл­ған “бынан алда тос фекерҙәре менән таныл­ған“ күп балалы әсәнең баҙап ҡалыуы ла Зөлфиәнән башҡа бер кемде лә һиҫкәндермәне (был әсә күпселеккә ҡаршы сығырға ҡыйманы шикелле). “Миҙалдың икенсе яғын“ булдырмау өсөн уны тик лайыҡлы әсәләргә генә (атай­ҙар­ға ла, тип өҫтәне Рәшиҙә Ис­кәндәр ҡыҙы) генә бирергә кәрәк, тип таралышты беҙҙең эксперттар.
Кемдә нисек, ә миндә был тапшырыу бик ауыр тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ирекһеҙҙән дәһшәтле һуғыш йылдарында яңғыҙҙары ғына 7 – 8-әр баланы күтәргән өләсәйемдәр иҫкә төштө. Нисек кенә ауыр булмаһын, улар үҙ балаларын бөгөнгөнән дә ауырыраҡ шарттарҙа лайыҡлы итеп үҫтергән – улар араһында йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек бер генә кеше лә булманы. Атаһын ғына түгел, уның фотоһын да ғүмерендә лә күрмәгән әсәйем Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы Ғәбитова СССР-ҙың халыҡ депутаты дәрәжәһенә тиклем үрләй алды.
“Лайыҡһыҙ“ әсәләрҙе тәнҡитләүселәр үҙҙәре лә һиҙм­әй улар­ҙың үҫеп килгән балаларын йәберләй түгелме ни? Уларҙың ошо тапшырыуҙарҙы тыңлап (ҡарап), мәҡәләләрҙе уҡып, нимә кисергәндәрен күҙ алдына яҡшы килтерәм. Аталары һуғыштан имен ҡайтҡан бала­лар­ҙың әсәйемдәрҙең кейергә йүнле кейемдәре, ашарға бер нәмәләре лә булмағаны өсөн уларҙы “йолҡош, аламағолош“ тип мыҫҡыллағаны күҙ алдынан китмәй. Хәҙерге заман балаларының кеҫә телефоны, велосипеды, ноутбугы булмаған ошо ғаиләләрҙә үҫкән тиҫтерҙәренән көлгәндәре етмәгән… Нишләптер бер кемдең дә башына күп балалы ғаиләләр­ҙең бөлгөнлөккә төшөү сәбәбен асыҡлау тигән уй инеп тә сыҡманы. Ә был бит үҙебеҙҙең тыуған дәүләтебеҙҙең ауыл­ға ҡаршы асҡан “һуғышы“ның тура эҙемтәһе.
Колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп, төптән уйламай ВТО-ға инеп, ауылды бөтөрөүгә алып барылған сәйәсәт арҡаһында һуңғы сирек быуатта лайыҡлы эш таба алмаған кешеләргә “ГАЗель“ микроавтобусы алыу­ҙың башҡа әмәле юҡ бит инде. Күп ғаиләләр икенсе, өсөнсө баланы табырға ҡурҡып торған саҡта был әсәләрҙе ошо бәләкәй генә миҙалдан мәхрүм итергә тырышыу (был мәсьәлә, йәнәһе, республика хөкүмәтендә ҡаралып ята икән) килешеп етмәгән эштер. Ул ғына ла түгел, бөгөн ире лә, ҡатыны ла эшләгән ғаиләләр бөлгөнлөк хәлендә йәшәй. Республика көнө байрамы алдынан Башҡортостанда булдырылған “Әсәлек даны“ миҙалына тап ташларға маташыу сәйәси яҡтан да килешеп етмәй – тимәк, “был хата аҙым булған“ тигән һығымта яһарға ла була.
Нисек итеп күп балалы ғаиләләр­ҙе ошо бөлгөнлөккә төшөрмәү саралары тураһында уйлау урынына, Рәсәйҙә “әсәлек капиталы”н бөтөрөү тураһында һүҙ ҡуйыртҡанда, фекер­ҙе был юҫыҡҡа йүнәлтеү уңышлы түгелдер. Юҡҡа ғына яңыраҡ “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе бала тәрбиәләгән йылдарҙы хеҙмәт стажына индереү мәсьәләһен күтәреп сыҡманы бит, ә Владимир Путин, 2012 йылдың декабрендә өс балалы ғаилә Рәсәй өсөн нормаль күренешкә әйләнергә тейеш, тигән бурысты ҡуйманы. Һуңғы ваҡытта таныштарым, шул иҫәптән Өфөлә йәшәүселәр араһында өс балалы ғаиләләр артыуын күреп, ҡыуанып бөтә алмайым. Роза һәм Илдар Аҡъюловтар, Гөлназ һәм Шамил Кучуковтар, Людмила һәм Азамат Зәйниевтар, Гүзәл һәм Азамат Хәлиловтар, Лениза һәм Мансур Мөхәмәҙиевтар, Гөлшат һәм Илдар Сабировтар, Альбина һәм Рәсих Кайбышевтар, Мәхмүзә һәм Вәлит Вәлиевтар, Луиза һәм Альберт Рамазановтар халҡыбыҙҙың иҫәбен арттырыуға үҙҙәренең тос өлөшөн индерә…
Рәсәйҙәге демографик хәл ҡыуанырға нигеҙ бирмәй. Беренсе ярты йыллыҡта илебеҙҙә 1 085 081 бала тыуһа, 1 114 747 кеше үлгән. Ярты йылда ғына Рәсәй халҡы 26 666 кешегә кәмегән. Тимәк, беҙҙең республиканың Көйөргәҙе, Ҡа­риҙел райондары, Дәүләкән һымаҡ ҡаланың халҡы юҡҡа сыҡҡан, тигән һүҙ. Бөгөн Рәсәйҙә тыуым кимәле бер ҡатынға уртаса 1,5 – 1,6 бала тәшкил итә. Халыҡ кәмемәһен өсөн был күрһәткес 2,2-гә етергә тейеш. Бының өсөн илдәге ғаиләләрҙең кәмендә яртыһы өс һәм унан да күберәк балалы булырға тейеш. Ә бындай ғаиләләр тик 7 генә процент тәшкил итә. Был тенденция артабан да дауам итһә, 2045 – 2050 йылдарға Рәсәй халҡы ике тапҡыр­ға кәмейәсәк. Алыҫ Көнсығыш, Себер кеүек ҙур территориялар менән хушлашырға тура киләсәк икәне көн кеүек асыҡ.
Матбуғат саралары алып барған пропаганда арҡаһында күп балалы ғаиләләргә ҡараш, урыҫтар әйтмешләй, “нищету плодить“ кимәленән артмай. Ғаилә тормошон юғарыға күтәргән тапшырыуҙар юҡ тиһәң дә, хата булмаҫ. Күрһәтелһә лә, улар бары тик ғаилә имитацияһы ғына. Хатта “граждандар никахы“ тигән төшөнсә, сығышы буйынса ЗАГС-та теркәлгән рәсми никах булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө йәмғиәттә икенсе мәғәнәлә ҡулланыла. Бер енесле никахты көсләп тағыу, ғаилә төҙөп, уны еңел генә тарҡатып, икенсе ғаилә төҙөү һ.б. ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Юҡҡа ғына “Асыҡ студия“ла “сифатлы тыуым“ тигән һүҙҙәр яңғыраманы. Йәнәһе, күп балалы ғаиләләрҙә инвалидтар тыуыуы йышыраҡ осрай. Быны нисек аңларға һуң? 64 йәшлек Алла Пугачева бынан 11 йыл элек (53 йәшендә – ?!) туңдырып ҡалдырған күҙәнәгенән йәш Максим Галкиндан бала табыуын аңларғамы, әллә уның ҡыҙы Кристина Орбакайте һымаҡ өс ирҙән (Пресняков, Байсаров, Земцов) өс бала табыуҙы хуп күрергәме?
Миҙалдың “икенсе яғын“ ғына күргәндәр нишләптер дәүләтебеҙ алдында торған күп көнүҙәк проблеманың ошо мәсьәлә менән туранан-тура бәйле икәненә иғтибар итмәй. Бөтәбеҙ ҙә тиерлек илебеҙҙе баҫып барған килмешәктәр – гастарбайтерҙар – менән риза түгелбеҙ, ә үҙебеҙҙең күп балалы әсәләр­ҙе яратып бөтмәйбеҙ (бер нисә йылдан бер ниндәй һуғышһыҙ ғына илебеҙҙе Ҡытай, Урта Азия дәүләттәре яулап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ). Өсөнсө донъя һуғышы дәһшәте янаған саҡта илебеҙҙе кем ҡорал тотоп яҡлар­ға тейеш икәнен уйлап еткермәйбеҙ. Тик ошо ғаиләләрҙә үҫкән балалар һалдаттар­ҙың күпселеген тәшкил итәсәк. Юҡҡа ғына Герой-әсә орденын һуғыш ваҡытында – 1944 йылда – булдырмағандар: тыуған илебеҙ үҙен кем һаҡлағанын аныҡ белгән: ордендың исеме лә “һуғыш геройы“на аһәңдәш яңғырай. Пенсия реформаһы ла ошо һорауға барып төртөлә. Әле хәҙер 140 миллион кешенең 40 миллионы пенсионер булып тора. Ошо күп балалы ғаиләләр булмаһа, бер нисә йылдан дәүләттең пенсия түләрлек аҡсаһы бөтәсәген күҙ алдына килтереүе ауыр түгелдер. Тамаҡтары туймаған балаларҙы йәлләү яҡшы ла ул, тик бер нисә йылдан донъя аслыҡтан түгел, ҡарттар­ҙың күбәйеүенән бөтәсәк икәнен аңларға ваҡыт.
Тағы ла бер фекер. Бер генә эксперт та нишләптер мине – иҡтисадсыны – ҡыҙыҡһындырған һорауҙы ҡуй­маны: ауырлыҡтар байтаҡ бу­лыу­ға ҡарамаҫтан, ошо әсәләрҙең ҡурҡмай, күп итеп бала табыуын нисек аңлатырға һуң? Моғайын, “ГАЗель“ автомобиле, миҙал ғына быға сәбәп булып тормайҙыр. Нишләп башҡа ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, үҙҙәренә Хоҙай тарафынан бирелгән мөмкинлекте тулыһынса файҙаланмай? Был йәһәттән, төрлө ауырлыҡтарҙан ҡурҡып аборт яһатҡан ҡатындарға ҡарағанда ошо әсәләр күпкә өҫтөнөрәк түгелме һуң? Буй-һынымды һаҡлайым, тип суррогат әсәләрҙән бала таптырыу яҡшыраҡмы ни?
Ошо борсоған һорауҙарға яуап эҙләп, швейцар психологы Отто Вайнингерҙың “Енес һәм характер“ тигән китабына юлыҡтым. Был ғалим барлыҡ ҡатындарҙы ике төркөмгә: әсәләргә һәм фәхишәләргә бүлә. Әсәләр барлыҡ булмышын бала табыуҙа күрә. Фәхишәләр иһә үҙҙәрен беренсе планға ҡуя. Ғаилә төҙөү, бала табыу ҙа улар өсөн тик ошо маҡсатҡа йүнәлтелә, баяғы әйткәндәй, имитация ғына. Улар фәхишәлекте урамда түгел, ғаиләлә, үҙенең ире менән атҡара: никахта улар ирҙәренән шәшке тун, алтын-көмөш, яҡшы аҡса һ.б. таптыра. Әсәйҙәр иһә, булғанына шө­көр итеп, бөтә маҡсатын Хоҙай биргән ире менән яҡшы балалар тәрбиәләүҙә күрә. Әгәр ире эскегә би­релеп китһә, уның менән берәй хәл килеп тыуһа, әсәйҙәр уны ҡот­ҡарыу өсөн бөтә көсөн һала, ә фәхишәләр, айырылып, икенсе ир эҙләй. Вайнингер билдәләүе буйынса, урам фәхишәләре ғаилә фәхишәләренә ҡарағанда өҫтөнөрәк тора, сөнки улар йәшеренмәй, асыҡтан-асыҡ эш итә. Әгәр ҙә уның ошо фекерҙәре дөрөҫ булһа, ысынлап та, Советтар Союзында урамдағы фәхишәлек тыйылып килеүе арҡа­һында фәхишәлек ғаиләгә күскәндер. Өйләнергә теләмәгән егеттәр­ҙең күбәйеүен дә ошоноң менән аңлатып булалыр: бындай ҡатын-ҡыҙҙарҙан ситтәрәк булыуың хәйерле түгелме ни? Ошо буй­ҙаҡтар­ҙың күбәйеүенең күптән түгел генә гөрләп сәскә атҡан шәжәрә ағастарының ҡороуына килтереүен әйтеп тә тормайым.
Тағы ла бер сағыштырыу үткәреп китмәй булдыра алмайым. Әҙәм балаһы был донъяға төрлө һәләттәр менән тыуа. Бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер кимәлдә футбол, хоккей, шахмат уйнайбыҙ, йырлай, шиғыр яҙа, рәсем төшөрә алабыҙ һ.б. Тик ҡайһы берҙәребеҙ генә ошо шөғөлдәрҙе үҙҙәренең профессиональ һөнәре итеп ала – был кәсеп уларҙы ғүмер буйы туйҙырырлыҡ килем бирә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә тиерлек бала таба ала. Тик күпселеге бер-ике бала менән генә сикләнә – “һәүәҫкәрҙәр“ кимәлендә генә. Нишләптер күпләп бала тапҡан әсәләрҙе дәүләт кимәлендә лайыҡлы эш менән шөғөлләнә тип танымаҫҡа? Уларға тейешле эш хаҡы түләмәҫкә? Улар теге профессионалдарҙан бер ни менән дә айырылмай түгелме ни? Улар бары тик үҙҙәренең “продуктын“ һата алмай. Баҙар шарттарында уныһы ла беҙҙә тиҙҙән буласаҡ. Шул уҡ Һиндос­танда бала табыу инкубаторҙары эшләй. Унда конвейер принцибы буйынса йәш ҡатындар кешегә бала табып бирә. Был шөғөл йылына бер миллиард (!) доллар аҡса килтерә. Беҙҙең әсәләр ҙә үҙ балаларын һата башламаҫ элек, был мөһим мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреп, кешегә кешелек сифатын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итергә кәрәктер. Бала табыусы әсәләрҙе бала бағыусы әсәләргә әйләндереү өсөн дәүләттең бөтә мөмкинлеге бар әле. Әсәләр үҙҙәре генә был мәсьәләне хәл итә алмаясаҡ.
Әйҙәгеҙ, “Миҙал таҡһаң, миҫал бул“ тигәнде күп балалы әсәләргә ҡарата ғына түгел, ә бөтәбеҙгә лә ҡулланайыҡ. Күп комиссиялар­ҙы урап үтеп, туранан-тура “йөнтәҫ ҡуллы“ таныштары аша түштәренә төрлө “миҙал“ таҡҡан, тейешле һәләте булмаған лайыҡһыҙ милләттәштәребеҙ аҙмы ни? “Һылыуҡай”, йыр, бейеү конкурстарында “еңеү”ҙән башлап, “атҡаҙанған”, “халыҡ“ һ.б. дәрәжәгә өлгәшеп, дәүләт иҫәбенә “ГАЗель“ түгел, ҙур премиялар, бушлай торлаҡ, медицина хеҙмәтләндереүе, льготалар алғандарҙы шул күҙлектән тикшереп сығайыҡ. Уларҙы әхлаҡи яҡтан баһаларға ниндәй шәхестәрҙән комиссия төҙөргә һуң?
Илдар ҒӘБИТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”