RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыумай ҡалған легендаға оҡшаш

18.10.2013 Тыумай ҡалған легендаға оҡшаш

Тыумай ҡалған легендаға оҡшашАуылыбыҙҙа тәрән зиһенле, боронғолоҡто үҙ аңы аша үткәреп, быуындар аша бөгөнгөлөккә күсерә белгән әүлиәләй рухлы инәйҙәр күп ине. 1908 йылғы Ғәлиә инәй Көмөшбаева уларҙың береһе булды. Ауылдан 5 – 6 саҡрым үрҙә, Һарағы йылғаһы буйындағы өс ер-һыу атамаһының бер-береһенән айырылғыһыҙ булыуын иҫбатлап, шундай тарихтарҙы һөйләп ултырыр ине ул.

Иһәнбирҙе

Башҡорттар борон-борондан ты­ныслыҡ һөйгән, күңеле саф халыҡ булған. Бүтән халыҡта эше булмаған уның, көнләшмәгән, күҙе ҡыҙмаған. Үҙ донъяһын үҙе бөтәйтеп, үҙе көткән. Аҫаба ерле булған, күп итеп мал баҡҡан, өйөр-өйөр йылҡы тотҡан. Ыҙмаһында ҡышлаһа, яҙғыһын ҡуҙғалып, яҙлауына, унан йәйләүенә, артабан көҙләүенә сыҡҡан ваҡытын, ер-һыуының бәрәкәтле ҡотон белеп, күсенеп ултырған. Быны раҫлаған Көҙгө йорт, Яҙғы йорт тигән ерҙәр бар беҙҙә.
Йәйләү ере булған Иһәнбирҙе. Кәртәләр тотолған, ҡыуыштар ҡо­рол­ған. Ҡаҙандар аҫылған, усаҡтар яғылған. Балаларҙың сағыу тауыштары, ололарҙың донъя мәшәҡәттәре менән мәж килеүҙәре – йәйләүҙә ғәҙәти көндәлек тормош ҡайнай. Тик иң ситтәге ҡыуыш тирәһендә генә шомлолоҡ – балаһы тыуыр көнө еткән ҡатын ҡаты ауырый. Кендек инәй йүгереп йөрөй, уға бүтән ҡатындар ул-был йомоштарында ярҙамлашырға өтәләнеп тора. Йәйләүҙәге ағинәй барыһын да тыйып йөрөй: шымығыҙ, кеше ауырып ятҡанда ул ниндәй уйын-көлкө лә, ул ниндәй эш! Халыҡ хәрәкәттән тыйылып, ҡыуыштан арыраҡ ергә сүгәләп ултырыша ла сабыйҙың һөрән һалып донъяға килеүен түҙем­һеҙләнеп көтә. Йәш ҡатындың баланан имен ҡотолоуын теләй­ҙәр, иренең илбаҫарҙарға ҡаршы яуға китеп юғалыуына үкенешеп, көрһөнөп алалар.
Бына йәйләү өҫтөн яңы тыуған сабыйҙың сағыу тәүораны – һөрәне яңғырата. Ул һөрәнгә аҡланда ул­тыр­ған халыҡтың ҡыуаныслы шау-шыуы ҡушыла. Тик бер аҙҙан ҡыуыштан сабыйҙы күтәргән кендек инәй… ҡараңғы, ҡайғылы сырай менән сыға һәм ҡулын ишаралап халыҡты тынысландыра. Унан:
– Баланы иҫән бирҙе, тик әсәнең үҙен генә ҡотҡарып булманы, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо, бахырҡай, – ти.
Был ҙур ҡайғыһы була йәйләүҙәгеләрҙең. Ярай, шуныһы ғына күңелдәрен йыуата – сабый иҫән, берҙәм фекергә килеп, ир балаға Иһәнбирҙе тип исем бирәләр.
Иһәнбирҙе йәйләүҙә уртаҡ бала, ҡағылмай-һуғылмай тиерлек үҫә. Йәйләүҙәге­ләрҙең, айырыуса ҡарттарҙың иң ярҙамсыл, йомош-юлға сос малайҙарына әйләнә. Үҫмер малайға ышаныс күрһәтеп, уны бүтән йәйләүҙәргә лә йомош менән йөрөтә башлайҙар. Шул саҡта күрше йәйләүҙәге Гөл­заһира исемле ҡыҙға күҙе төшә, йәйләүгә барған һайын уның менән күрешеп, һөйләшеп йөрөй.

Ҡыҙҙаргиткән

Ул йәйләү үрҙәрәк, ҙур ғына асыҡ яланда ята. Иһәнбирҙелә хәҙер ҙә бесән эшләйҙәр, айырым кешенең сабыны булһа, Ҡыҙҙаргиткәндә “Урал” колхозының Килдеғол фермаһы йәйләй. Был яҡ Әбйәлил райо­ны сигенә яҡын ята. Арыраҡ Кәбәнтүбә, унан Әүлиә зыяраты, Үлмәһәк тигән ерҙәрҙе үтеп, Әбйәлилдең Әхмәт ауылына барып сығаһың. Уң яҡҡа тартһаң, Баймаҡ районы ауылдарына юл китә. Ҡыҙҙаргиткән буйынан Темәскә алып сыҡҡан оло юл да булды. Уны беҙҙең яҡта БАМ тип йөрөттөләр. Ул юл буйлап Сибай леспромхозыныҡылар ағас ташыны. Хәҙер эш туҡтаны, тик ҙур машиналарҙың кәлейәләп һалған тәрән соҡорло юлдары ғына ерҙе ҡырҡып ятып ҡалды.
Ҡыҙҙаргиткән борон-борондан бик уңайлы йәйләү урыны булған. Тап ошондағы йәйләүгә килеп йөрөгән дә инде Иһәнбирҙе егет. Тап ошо йәйләүҙә сәскәләй һылыу ҡыҙ үҫкән. Гөлзаһира төҫкә-башҡа бик сибәр, эшкә талымһыҙ, алсаҡ, йыр-моңға бик әүәҫ була. Ялан яҡтарынан килгән юлсылар ҡыҙҙы күрә-китә йөрөй. Өҫтәүенә, хәҙерге Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарындағы ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙың йыл һайын йәйге матур көндәрҙә яҡындағы төбәк мәккәһендә – Һәүәнәкташта йыйындары үтә. Был ваҡытта ла йомош тапҡан булып Ҡыҙҙаргиткән йәйләүенә һуғылып ҡайтырға, Гөлзаһираға бер генә булһа ла күҙ һалырға тырыша ир-егеттәр.
Ә Гөлзаһира шаяра-көлә эш эшләй, йырлап ебәрә, йөрәге түрендә Иһәнбирҙегә булған мөхәббәте ҡайнарлана, осрашыу көндәрен, сәғәттәрен, минуттарын һанай.
Бына бер ваҡыт йәйләүгә яусыларын алдан саптырған ҡоҙалар килеп төшә. Гөлзаһираны ҡоҙалайҙар. Баҡтиһәң, ҡыҙҙың ата-әсәһе күптән уның яҙмышын хәл итеп ҡуйған икән. Гөлзаһира “аһ” тип тә әйтеп өлгөрә алмай, аяҡ-ҡулын бәйләп тиерлек арбаға ултыртып, йылғыр пар аттар­ҙа ҡыҙҙы ялан яғына алып сығып та китәләр.
Гөлзаһира Иһәнбирҙегә тәғәйенләп таҡыя сиккән була, шул таҡыяны ҡулына эләктереп өлгөрә лә, бер аҡланды сығып барғанда юл ситенә ырғытып китә. Иһәнбирҙем таҡыямды табыр ҙа мине килеп ҡотҡарыр, тип уйлай ул.
Шулай итеп, был йәйләүҙән нисәнсе ҡыҙҙы инде үҙ иректәренән тыш ололарҙың теләге буйынса ялан яҡтарына биреп ебәргәндәр. Ана шуға ла төбәккә аһ-зарға, күҙ йәштәренә мансылған шундай атама йоғоп ҡалған.

Таҡыятапҡан

Иһәнбирҙе был ваҡытта урман төпкөлөндә мал көтөп йөрөй. Ҡулында ҡурай, көй сығарып, моңланып донъяһын онота, малдарына эйәреп, тау аша ятҡан Ҡараташ буйҙарына барып сыға хатта. Йәйләүгә бик һуң ғына әйләнеп ҡайта. Иптәш егеттәре күрше йәйләүҙә булған хәлде һөйләп бирә. Иһәнбирҙе атына атлана ла йән-фарман саба. Әммә һуңлаған, һөйгән ҡыҙы ялан киңлектәрендә ҡай тарафтарҙа юҡҡа сыҡҡандыр – уныһын хоҙай үҙе генә белә. Иһәнбирҙе ҡайғыға батып, арыған атын етәкләп ҡайтып килһә, ай яҡтыһында ниндәйҙер әйберҙең ялтылдап ятҡанын шәйләп ҡала. Эйелеп таҡыяны ҡулына ала, Гөлзаһираның үҙенә тәғәйенләп әҙерләгән бүләге икәнлеген шундуҡ аңғара егет. Таҡыяны күкрәгенә ҡыҫып һыҡтай.
Был төбәк шул замандарҙан бирле Таҡыятапҡан тип аталып йөрөй.
Ғәлиә инәй, Гөлзаһира бахыр йырлаған йыр, тип көйләп ултырыр ине:
Иһәнбирҙем йыраҡтарҙа ҡалды,
Унан миңә сәләм еткерегеҙ.
Юл ситендә генә ятып ҡалды,
Таҡыямды килтереп бирегеҙ.
Бахыр, Иһәнбирҙемде килтереп бирегеҙ, тип әйтергә баҙнат итмәй бит инде ҡыҙ, таҡыямды килтереп бирегеҙ, тиеүе Иһәнбирҙене саҡырыуы булғандыр. Ана шундай тарихтар ҙа булған беҙҙең яҡта, тип һүҙен йомғаҡлағайны Ғәлиә инәй.

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.
Бөрйән районы,
Килдеғол ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”