RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Астрология – күрәҙәлек итеү түгел

04.10.2013 Астрология – күрәҙәлек итеү түгел

Астрология – күрәҙәлек итеү түгел«Астрология – ул сафсата һатыу!» – ти күптәр. «Нисек инде йондоҙнамәгә ышанырға, әгәр ҙә минеке кеүек билдә аҫтында ер йөҙөндә тағы миллиардлап кеше тыуған икән?! Күрәҙәлек итеүҙәренсә, ошо миллиардлаған кешенең хеҙмәт урынындағы үҫеш, өйҙәге иреш-талаш, мөхәббәт мажаралары һәм башҡа юрауҙар-ваҡиғалар ағымы тик билдәле бер ваҡытта башҡарыла булып сығамы?..» Ләкин бөгөн үҙенең йондоҙнамәһен белмәгән кешене көндөҙ сыра яндырып та табып булмай – үҙенең тормошон астрологтар юрауы менән сағыштырып йәшәүселәр аҙым һайын. Астрологияны хөрәфәти ырымдар­ға тиңләһәләр ҙә, йондоҙнамәгә ҡағылған рубрикалар бөгөн хатта абруйлы гәзит-журналдарҙа ла үҙенең ныҡлы урынын тапты.
Тәтешле районынан даими авторыбыҙ Рауил Исламшин да үҙенең был фән менән ҡыҙыҡһыныуын былай тип аңлата: “Кеше үҙенең организмын астрология ярҙамында дауалай ала. Кешегә быны аңлата белергә кәрәк”.
– Рауил ағай, планеталар, етмәһә, йондоҙҙар Ерҙән бик алыҫ урынлашҡан. Улар кешегә нисек тәьҫир итә ала?
– Астрология – ғәйәт ҙур фән. Уны гәзиттәге йондоҙнамә менән генә сикләү ҙур хата. Мин тарихты өйрәнгән ваҡытта был фән менән ҡыҙыҡһына башланым. Тарихты йондоҙҙар ярҙамында өйрәнеү эште икеләтә еңелләштерә. Мәҫәлән, Салауат Юлаевтың тормош юлын тикшереүҙә астрологияны файҙаландым һәм күп ҡыҙыҡлы фактты асыҡланым. Ғөмүмән, мин һөнәрҙәрем буйынса тәүҙә агроном, унан һуң журналист, артабан тарихсы, ә хәҙер астролог. Агроном менән астролог һөнәрҙәренең дә оло бәйләнеше бар – яҡшы уңыш алыу өсөн баҫыуға ҡасан, ниндәй һауа шарттарында сәсеүгә төшөүҙе агроном белергә тейеш. Йәғни ике һөнәр ҙә космосҡа бәйле.
Айҙың һәр көнөнөң үҙ тәғәйенләнеше бар, күптәр быны белмәй, белһә лә, иғтибарға лайыҡ тип һанамай. Мәҫәлән, ай тулған һәм бата башлаған ваҡытта ҡунаҡҡа йөрөргә ярамай. 15 көн буйына мәжлес, һый хаҡында онотоп торорға кәңәш итәм. Тағы ла түрәләрҙән ыңғай яуап алыу өсөн яңы ай тыуған мәл уңай – 1-се һәм 2-се фазалар. Ай тулһа (3-сө һәм 4-се фазалар), кешенең холҡо тиҫкәреләнә. Ғөмүмән, ғәҙәттә, һуңғы фазалар төрлө енәйәттәргә, аварияларға, агрессияға, насар күренештәргә бай була. Ай тулыуының бер генә файҙаһы бар – аҙ энергиялы кешенең көсө нормалләшә, йәғни ул тулы ай ярҙамында энергияға байый. Табиптарға астрология буйынса дәрестәр уҡытырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Алтынсы курста бер нисә ай астрология белемен биреү, исмаһам, факультатив рәүешендә, сәләмәтлекте һаҡлау буйынса алға китеш буласаҡ. Пациент килеп инеү менән тиҙ генә, уның тыуған көнөнә ҡарап, таблица һыҙып ебәрә һәм кешенең тыумыштан ниндәй сирҙәргә тиҙ бирешеүен аңлай, көсһөҙ органдарын шунда уҡ асыҡлай. Ҡан баҫымы ла айҙың хәленә ҡарап үҙгәрә, табиптар быны ла иҫәпкә алырға бурыслы. Мәҫәлән, түбән ҡан баҫымынан яфаланған кеше ай тулғас үҙен яҡшы тоя. Ғөмүмән, астрология медицина өлкәһе бурыстарын һәм эштәрен икеләтә еңеләйтер ине.
– Астрология кешеләргә ауыр хәлдәрҙә ярҙам итә, тиһегеҙ, ә бит бөгөн беҙ йәшәгән календарь уйлап табылған ваҡыттан алып үҙгәртелгән…
– Рәсәйҙә Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң календарь үҙгәртелә. Ул 13 көнгә алға “шыуа”. Мин кешегә таблица төҙөгәндә быны иҫәпкә алам. Тағы ла элек йондоҙнамәлә 13 билдә булған.
Һуңғы йылдарҙа астрологик таблицалар ярҙамында йәш парҙарҙың киләсәген билдәләйем. Уларҙың ынтылышы, аураһы, энергияһы, тормошҡа ҡарашы тап килеү-килмәүен, бергә йәшәй алыу-алмауҙарын белеү өсөн ҡыҙҙар һәм егеттәр мөрәжәғәт итә, телефондан шылтыратып һорайҙар. Минең юрауҙы тыңлап, өйләнешеүҙән баш тартҡан парҙар ҙа юҡ түгел. Был таблицаларҙы төҙөү өсөн миңә күп йылдар шөғөлләнергә, том-том китаптар уҡырға тура килде. Һәр кемдең исеме, тыуған көнө, айы, йылы һандары менән индивидуаль таблица төҙөлә. Бында һәр графа, һан айырым мәғәнәгә эйә. Шулай уҡ хиромантия ла кешенең яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә. Ҡулға ҡарап, бик күп мәғлүмәтте уҡырға була.
– Астрологтың яуабы, тимәк, 100 процент шулай буласаҡ, тигәнде аңлатамы?
– Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре ниндәйҙер ҡарарға килеү урынына был яуаплылыҡты башҡаларҙың иңенә һалып ҡотолорға теләй. Астролог – ул башҡалар кеүек кеше, яҙмышты уҡып булмай, мин һәр айырым кеше нимәгә һәләтле, ниндәй холоҡло, ҡайһы ауырыуҙарға бирешеүсән, нимәнән һаҡланырға, нисек туҡланырға һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе генә әйтәм. Әгәр ҙә ул яҡшы, лайыҡлы йәшәү өсөн ошо мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ файҙалана белһә, тормошо алға китәсәк. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла кешенең үҙенән тора. Уйлауымса, кешенең һәр фекере Айға барып етә. Ул Ерҙең юлдашы ғына түгел, кешенең киләсәген хәл иткән ҙур система, шуға күрә Айҙан көс, энергия ала белергә, яҡшы уйҙар менән йәшәргә кәрәк. Ер йөҙөнөң ниндәй энергия менән туҡланыуы тик Айға бәйле. Ай нурҙары ваннаһында ҡойоноу сәләмәтлеккә оло файҙа килтерә. Яҡты айлы төндәрҙә ҡорғандарҙы асыҡ ҡуйырға кәңәш бирәм. Йортта барлыҡҡа килгән насар энергия диспропорцияһы ла бөтәсәк, кеше яҡшыраҡ, тынысыраҡ йәшәй башлаясаҡ.
– Һеҙ дауалау һәләтен дә үҫтерәм тиһегеҙ. Халыҡты ҡабул итәһегеҙме?
– Әлегә юҡ. Юлда ярҙам кәрәк булған айырым ашығыс осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда. Халыҡтың бөгөнгө сирҙәренә килгәндә, кешене техниканың күбәйеүе ауырыуға һабыштыра, шул ғына. Мәҫәлән, ҡатындарға физик күнекмәләр етмәй. Һәр береһе тиерлек тимер атҡа атланғансы, уларға күберәк йәйәү йөрөргә ине. Ҡатындарҙың тора-бара бала табыу һәләтен юғалтыу ҡурҡынысы бар. Яралғы, йөклөлөк бар, тик организм, мускулдар көсһөҙлөгөнән, физик яҡтан әҙер булмау­ҙан, туғыҙ ай буйына баланы йөрөтә алмай һәм ул төшә. Дауаханаларҙа һаҡланыуҙа ятҡан ауырлы ҡатындар бик күп хәҙер.
Балаларҙы иртән йәйәү мәктәпкә йөрөтөү урынына, машина менән килтереп ҡуялар. Уҡыусыны һыуыҡ көндәрҙә генә техникала илтергә кәрәк. Һөҙөмтәлә бала организмына талап ителгән иртәнге гимнастиканан мәхрүм ҡала.
– Һуңғы йылдарҙа көн торошоноң ҡапыл үҙгәреп китеүе хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Климат та астрологияға бәйле. Ер йөҙөндә энергия электән 3 – 4 йыл һайын тигеҙләшеп килгән, был Айҙың тиҙлегенә бәйле. Ә бына һуңғы 7 – 8 йыл ни өсөндөр тигеҙлек юҡ, Ай йылдан-йыл тиҙлеген арттыра ғына бара. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ, ныҡ һалҡын ҡыштар, һыу баҫыуҙар быға аныҡ дәлил. Сөнки йылдан-йыл планетала насар энергия күбәйә, яҡшыһы бик аҙ ҡалды. Бер ҡасан да ҡар яумаған ерҙәрҙе ҡар баҫа, ямғырлы яҡтар­ҙа ҡоролоҡ башлана. Мин көн дә Айҙың тиҙлегенең кәмеүен көтәм. Тағы бер нисә йыл яҡшыға үҙгәрештәр булмаһа, экологик һәләкәтте көт тә тор. 2010 йылда Башҡортостанда ҡоролоҡ буласағын, алдағы йылдарҙың ныҡ эҫе киләсәген алдан белдем. Был хаҡта радио аша сығыш та яһаным. Тик Башҡортостан ҡоролоҡҡа әҙерләнмәне.
Әйткәндәй, киләһе йыл Сатурн планетаһы хаким итеүҙән туҡтаясаҡ, яҡшы үҫеш вәғәҙә иткән Венера планетаһы үҙ көсөнә инә. Тимәк, 100 йыл самаһы беҙ оло донъяуи һуғыш-ҡаңғырышһыҙ йәшәйәсәкбеҙ.

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”