RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИҪКЕ СИБАЙ ҺӘМ МОСТАЙ АУЫЛЫ ТАҠМАҠТАРЫ

30.08.2013 ИҪКЕ СИБАЙ ҺӘМ МОСТАЙ АУЫЛЫ ТАҠМАҠТАРЫ

Мәғлифә инәйҙең таҡмаҡтары

Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл ыштан,
Беҙгә ҡараһы ла юҡ.
Хәҙер ҡыҙҙар үҙе килә,
Барып алаһы ла юҡ.

Һайыҫҡан ала була,
Ҡойроғо ҡара була.
Кәләш алмаған егеттең
Яғаһы ҡара була.

Аръяҡта ла ҡомалаҡ,
Биръяҡта ла ҡомалаҡ.
Ошо өлкән бисәләр
Ҡап-ҡара ла тумалаҡ.

Төштө, ярылды,
Одеколон шешәһе.
Ҡасан ғына булам инде
Бер түрәнең бисәһе.

Ҡарама дуғаҡайымды
Ҡараға буятайым.
Тәҙрәңдән йырлап үтеп,
Йоҡоңдан уятайым.

Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиҙәр,
Шатлыҡҡа туймай әҙәм.
Шатлыҡҡа туйған әҙәмгә,
Ҡыҫҡа ғүмер ҙә әрәм.

Мәҡсүтова Зөлхәбирә инәйҙең таҡмаҡтары

Бейе әйҙә, бейе әйҙә,
Бейегән кеше бай була.
Бейегән кеше бай булһа ла,
Кеҫә яғы һай була.

Ҡайын ағас, ҡайын ағас,
Ҡайын ағас ҡарағас.
Какой советский власть,
Һөйгәнеңә бармағас.

Бейетәбеҙ, бейетәбеҙ,
Бейетәбеҙ беҙ уны.
Үҙебеҙҙең арабыҙға
Килен итәбеҙ уны.

Эй, ҡоҙалар, ҡоҙалар,
Ҡоҙалар, ҡоҙасалар!
Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай,
Бейеп күңел асалар.

Ҡоҙағыйҙың йыуасаһы
Уртаһынан бөрөшкән.
Ҡоҙа менән ҡоҙағый
Туй алдынан көрәшкән.
Туй алдынан ирешкән,
Туй алдынан үбешкән.

Ҡара һыйыр көтөүҙә,
Алаһы ла көтөүҙә.
Ҡоҙасалар мунса яҡҡан –
Сыҙап булмай төтөнгә.

Аҡ май, һары май
Беҙҙекеләр арымай.
Беҙҙекеләр арыр ине,
Ашағаны − һары май.

Һеҙҙең каса касамы ни,
Үәт, беҙҙең каса каса −
Һеҙҙекеләр баҫамы ни
Үәт, беҙҙекеләр баҫа!

Аръяҡта ла ҡомалаҡ,
Бирьяҡта ла ҡомалаҡ.
Һеҙҙең яҡтың ҡоҙалары −
Ҡап-ҡара ла тумалаҡ.

Арғы яҡта уттар яна,
Бирге яҡта − шәүләһе.
Алпан-толпан бейеһә лә,
Килешә бит кәүҙәһе.

Бер аяғың оҙонораҡ,
Бер аяғың ҡыҫҡараҡ.
Икеһе лә тигеҙ булһа,
Бейер инең оҫтараҡ.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Сәғәҙәт.
Йәр һөйәләр-һарғаялар,
Сығарғандар бер ғәҙәт.


Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Әүхәҙи.
Һөйәр булһаң, кил яныма,
Һөймәҫ булһаң уходи.

Өйөм башы тыранса,
Тырансаны ел аса.
Алыҫ түгел, бер өй аша,
Күңелемде шул аса.

Аҡ бирсәткәләр кейергә,
Ҡайҙа һинең аҡ ҡулың?
Кеше йәрҙәрен һөйөргә,
Ҡайҙа һинең аҡылың?

Аҡ ҡына бейәләй,
Күк кенә бейәләй.
Әле көтәм – әле юҡ,
Әллә кемгә эйәләй.

Айға осам, айға осам
Айға осам иртәгә.
Аҡ һыйырҙы бәйләп ҡуйҙым
Мөгөҙөнән кәртәгә.

Айға оса, айға оса,
Айға оса көтөүсе.
Беҙ ҙә айға осор инек,
Арттан булһа этеүсе.

Айға оса, айға оса,
Айға оса Гагарин.
Беҙ ҙә айға осор инек,
Ашамаһаҡ маргарин.

Сейә, сейә, сейә,сейә,
Сейә түгелдер әле.
Өйҙә булһа килер ине,
Өйҙә түгелдер әле.

Һыу буйына төшкән инем,
Япраҡ ярған тал тирәк.
Яна тиһәм, ялҡыны юҡ,
Ялҡынһыҙ яна йөрәк.

Одеял ябынаһыңмы,
Юрған ябынаһыңмы?
Төштәреңдә мине күреп,
Илап уянаһыңмы?

Одеял да юҡ бында,
Юрғандар ҙа юҡ бында.
Баш осонда туптар шартлай,
Һинең ҡайғың юҡ бында.

Алмағастың алмаһын,
Ал булмай, ашамай.
Башлағас, ташламайҙар,
Ташлағас, башламайҙар.

Ағиҙел ағамы ни,
Тулҡынын ҡағамы ни?
Үҙең теләп ятҡа ҡалғас,
Йөрәгең янамы ни?

Төндә, төндә, төндә,
Төндә йөрөгәнем дә юҡ,
Ышанмаһаң барып ҡара –
Өйҙә торғаным да юҡ.

Егет егетлеген итеп,
Мейес башында йоҡлаған.
Төштәрендә мине күреп,
Мендәрен ҡосаҡлаған.

Бер егеткә күҙем төштө
Һалған саҡта сүмәлә.
Егетме ни? Асыҡ ауыҙ,
Әйтерһең, бер сүмәлә.

Магазинға барып инһәм,
Егет һатылып ята.
Мыйыҡлыһы тәңкә ярым,


(Дауамы. Башы 8-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”