RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҙыҡ таш булып бармаймы?

16.08.2013 Аҙыҡ таш булып бармаймы?

Аҙыҡ таш булып бармаймы?Бөгөнгө кешене нимә борсой? Бер бәләкәй генә ғаиләнең бер көнөнөң бер мәленә ҡолаҡ һалайыҡ.
Ғаилә башлығы:
– Ашарға бармы ул?
Хужабикә:
– Бөгөн киске ашҡа нимә бешерергә?
Өлкән бала:
– Һыуытҡыста ашарға бер нәмә лә юҡ!
Уртансы бала:
– Әсәй, минең билмән ашағым килә!
Кинйә бала:
– Миңә тиҙ генә берәй тәмлекәс бешереп бирегеҙ. Асыҡтым!
Күптәрегеҙ ошондайыраҡ күренеште иҫегеҙгә төшөрөп, йылмайып ултыраһығыҙҙыр әле. Нимәнелер ваҡытында эшләргә онотһаҡ та, ашау тураһында бер нисек тә онотоп булмай. Асыҡһаң, хәлең дә бөтә, кәйефең дә төшә, тигәндәй. Ә ашау яғы нисек һуң? Нимә ашайһығыҙ? Сифатлымы, юҡмы, етәме, туяһығыҙмы? Ҡапылғара шыпа аслыҡтан интеккән кешене лә табып булмай. Шулай ҙа өҫтәле ризыҡтан һығылып тормағандарҙы осратырға була. Өҫтәлдәге аҙыҡ-түлектең сифаты хаҡында ла рәхәтләнеп һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Сөнки күп ризыҡты “тәнҡитләү” ҙә урынлы бөгөн.
Нимә һатып алып ашағанды белһәк, үҙебеҙ генә етештерер инек, тигән супермаркетта сит илдән килтерелгән аҙыҡ­тар­ҙың күплегенә иҫе китеп ҡарап торғас, бер апай. Аңлағанһығыҙҙыр, артабан да һүҙ аҙыҡ-түлек хаҡында.

Нимә ашайбыҙ?

Беҙҙең сәләмәтлектең насарайыуы йыш ҡына дөрөҫ туҡланмауҙан килә. Әлбиттә, тиҙ һимертәбеҙ, тип антибиотиктар менән туҡландырылған мал ите беҙгә файҙа булып бармай. Химикаттар ярҙамында ғәләмәт ҙур итеп үҫтерелгән йәшелсә-емеш тә ҡарап тороуға ғына матур. Һәр ризыҡҡа тиерлек эшкәртеү стадияһында консервант, буяуҙар, хуш еҫ биргестәр, беҙ белеп үк етмәгән әллә ниндәй ҡушылмалар ҡушыла. Шуныһы ла бар – һәр илдә үҙ илендә һатылмай торған продукция сығарыла. Ҡайһы берәүҙәрендә иң арзан, иң түбән сифатлы аҙыҡ-түлек экспортҡа ебәрелә.
Мәҫәлән, Канадала алмағасҡа йылына 70 тапҡыр самаһы төрлө ҡоротҡостарға ҡаршы ағыу һиптерәләр. Ҡорт юҡ. Ундай химикат­тар­ҙы нишләп ҡорт ашаһын? Ә кеше ашай. Алмаларҙы беҙ бик теләп һатып алабыҙ.
Төрлө аҙыҡ ҡушылмаларының яңыларын сығарған һайын, ентекле тест үтте, тип хәбәр итәләр. Тестарҙа иһә кеше бик һирәк ҡатнаша, йә сысҡан йә кешенең күҙәнәктәре генә ҡулланыла.
Ялтор-йолтор ҡаптарҙағы ризыҡ асыҡһаң да, асыҡмаһаң да үҙенә тартып торғандай. Бер “ғәйепһеҙ” булып күренеп ятҡан эре помидор йә алманың да үҙендә шул тиклем күп зарарлы матдә һаҡлауы мөмкин. Ситтән килтерелгән эре борос, ҡарбуз-ҡауын, йөҙөм йә персиктарҙың да нисек үҫтерелгәнен белмәйбеҙ. Улай тиһәң, үҙебеҙҙең картуф баҡсаһында ла колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ағыу һиптереп сыҡтыҡ түгелме? Картуфты тәмләп ашайбыҙ. Ағыуы ҡайҙа булғаны тураһында уйлайбыҙмы? Уйлаһаң да, нишләйһең, күҙ терәп торғаныбыҙ шул баҡса инде. Ризыҡтың сифатына ҡул һелтәп ҡарау ғәҙәте бар.
Беҙҙе хатта ГМО (ГМО – генетик модификацияланған организм. Үҫемлек, мал-хайуан, микроорганизмдар генотибын ген инженерияһы алымдары ярҙамында яһалма үҙгәртеүҙә ҡулланыла) тигән һүҙ ҙә ҡурҡытмай кеүек. Генетик яҡтан модификацияланған ингредиентлы, йәғни ябай тел менән әйткәндә, яһалма ризыҡ хәҙер магазиндарҙа туп-тулы. Һатып алыусыға ғына ул турала белеү кәрәкмәй. ГМО-ның ҡурҡынысмы-юҡмы икәнен аныҡлап та бөтә алмайҙар. Айырыуса ярым фабрикаттарҙың, картуф чипсыларының, соя соусы менән майы, газлы эсемлектәрҙең составын ныҡ тикшерергә кәрәк.
Бөгөн донъяла пестицидтарҙың 5000 төрө ҡулланыла. Бының менән уны уйлап сығарыу­сылар маҡтаналыр ҙа бәлки, сөнки ауыл хужалығында пестицидтар киң таралған. Тик шуныһы – белгестәр һөҙөмтәлелекте инҡар итергә уйлай, буғай, сөнки баҫыуҙарҙағы уңышты бөжәктәр ҡырыу күренештәре лә арта. Пестицид ҡулланыу 650 төр бөжәктең үҫешенә килтергән, имеш.
Ә шулай ҙа нимә ашайбыҙ һуң? Табип-нутрициолог Ольга Бутакова ашҡаҙанға максималь рәүештә зарар килтергән аҙыҡ-түлектең исемлеген төҙөгән. Рәхмәт әйтәйек уға.
1. Натрий глутаматы. Е326 ҡушылмаһы организмда бәйлелек барлыҡҡа килтерә.
2. Шәкәрҙе алмаштырыусылар (сахарозаменители).
3. Транс-майҙар. Бындай төр май ГМО-сығанаҡтан алына. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡуйылығы 72 процент булған майҙы ҡулланырға ярамай.
4. Пластик ҡапта еңелсә тоҙланған балыҡ. Бындайҙар бик тиҙ боҙола.
5. Арахис. Ул ГМО-лы ризыҡ – бөжәктәр килмәһен өсөн петунияның гены индерелә.
6. Краб таяҡсалары. Ул – ни бары краб эссенцияһы ҡушылған ғәҙәти соя.
7. Хуш еҫ бирелгән, тәбиғигә оҡшаш буяуҙар ҡушылған бутҡалар, ярмалар.
8. Бешерелгән колбаса. Соянан тора. Уның составында тәмләткестәр ҡушылған май һәм тире.
9. Ветчина. Уға бәләкәй ит киҫәген теләһә ҡайһы ҙурлыҡҡаса “һуҙа” алған махсус гель ҡушыла.
10. Оҙаҡ һаҡланыусы һөт продукттары. Ысынында, “таҙа һөт” тиҙ боҙола.
11. Пластик һауыттағы майонез.
12. Тауыҡ. Ысын тауыҡтың ниндәйерәк ҙурлыҡта, ниндәйерәк ит булыуын ауыл халҡы яҡшы белә. Артыҡ ҙурҙарына гормон ҡушалар. Был бигерәк тә ир-атҡа зарарлы.
13. Иретелгән сыр. Ул организмда үҙләштерелмәй оҙаҡ ята.
14. Хуш еҫ бирелгән сәй. Бында буяуҙар һәм кислота күләме бик күп.
15. Майонез, кетчуп, соустар.
16. Чипсы, тоҙло сохарыйҙар (сухарики).
17. Ҡағыҙ ҡаптарҙағы һуттар. Бында тәбиғи һут тураһында һүҙ ҙә юҡ.

ГМО – геноцид ҡоралы?

Рәсәйҙә генетик модификацияланған культуралар үҫтереү тыйылған, ә һатып алыу – юҡ. "Экокластер" экология йәһәттән таҙа ризыҡ етештереүселәр берекмәһен ойоштороусы Александр Коноваловтың һүҙҙәренсә, ГМО-ны киң ҡулланыу етди эҙемтәләргә килтерәсәк. Айырым сирҙәрҙең артыҡ күп осрауы быға асыҡ дәлил. Бөгөн ГМО ҡушылған ризыҡтың зарарһыҙ булыуын тулыһынса раҫлаусы бер генә тикшереү ҙә юҡ. Киреһенсә, зыянын эҙләйҙәр. Герцен исемендәге Мәскәү онкология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса 2000 – 2010 йылдарҙа Рәсәйҙә яман шеш ауырыу­ҙары осрағы 15,2 процентҡа артҡан. Был юҡҡа түгел. Илебеҙҙә генетик модификацияланған культураларҙың һатыу өсөн 14 төрөн (кукуруздың – 8, картуфтың – 4, дөгө һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң берәр сорты) ҡулланыу рөхсәт ителгән.
Ғөмүмән алғанда, продуктта ГМО 0,9 проценттан әҙерәк икән, уның ҡабында «Не содержит ГМО» тигән яҙыу була. Был – ирекле рәүештә ҡуйыла.
Магазин кәштәләрендә бөгөн ниндәй генә ризыҡ юҡ. Тамағы туҡтар һайлап алырға мөмкин. Ә үҙ хәленең самалы икәнен белгәндәргә, кем әйтмешләй, икмәк менән сәй булһа, еткән. Кемгәлер уларының хаҡы ла ныҡ юғары булыуы мөмкин. Астың хәлен туҡ белмәй, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер.

Аслыҡ аҙыҡ булмағанданмы, әллә аҡса етмәүҙәнме?

Аслыҡ проблемаһы ярлы илдәрҙә генә бар, тип уйламайһығыҙҙыр. “Беренсе иҡтисад иле” АҠШ-та ла асығыусылар бихисап. Улар араһында үтә фәҡир, йортһоҙҙар ҙа түгел, ә ҡарауһыҙ ҡалған ололар, яңғыҙ әсәләр етерлек. Ә был илдә кешегә ризыҡ запасы етмәүен күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Тимәк, кемдең аҡсаһы юҡ, шул асыға. Башҡаса уйлап торорға ла кәрәкмәй.
Шулай ҙа һәр илдең үҙенә хас аслыҡ сәбәптәре бар. Мәҫәлән, Төньяҡ Кореяла, һөҙөмтәһеҙ эшләгән ауыл хужалығы ғәйепле, тип баралар. Бында яңы үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында бер нисә йөҙ мең кеше аслыҡтан үлгән. Әлеге сәбәпте бөтөрөү өсөн берәй нәмә эшләнелерме – уныһы ҡараңғы. Суданда өҙлөкһөҙ барған граждандар һуғышы аслыҡ тыуҙыра. Элекке колония илдәрендә аслыҡ йышыраҡ күҙәтелә. Шундай хәл дә теркәлгән – Африка илдәренең бер нисәүһендә иген сәсеү күләме артҡан икән, халыҡ та ике тапҡырға ишәйгән. Тағы кешеләргә ризыҡ еткереү проблемаһы килеп баҫҡан. Ҡағиҙә булараҡ, етешһеҙ йәшәүселәр баланы күберәк табыусан.
Донъяла аҙыҡ-түлек етерлек кимәлдә етештерелмәй, тигән һүҙ йөрөй йөрөүен. Әммә был ысынбарлыҡҡа тап килмәй икән. Ер шарында һәр кешегә көнөнә яҡынса 1,7 кг аҙыҡлыҡ запас бар. Төп проблема шунда – фәҡир кешенең үҙенә аҙыҡ һатып алырға мөмкинлеге юҡ. Эш бында кешенең матди хәленә ҡайтып ҡала. Аҡсаһы булһа, туйғансы ашай, үҙенәме, дәүләткәме эшләй. Эшкә хәле ҡала. Ә ас кеше үҙ ихатаһында ла йүнләп ҡыбырлай алмай, һөҙөмтәлә донъяһы ҡыйрай, баҡсаһын сүп баҫа, малы юғала һ.б.
Шул тиклем күп ас кешене ил туйҙыра алмай, тип тә фаразлайҙар. Ярлылар күп йәшәгән илдәрҙә ауыл хужалығы продукцияһы етерлек, уны хатта ситкә лә һаталар.
Әммә кеше һанының артыуы бер ҡасан да аслыҡҡа килтермәгәнен раҫлайҙар.
Аслыҡ проблемаһын “йәшел революция” хәл итәсәк. Был баҫыуҙарҙа яңы төр, шул иҫәптән генетик яҡтан яһалма ла, үҫемлектәр барлыҡҡа килеүгә бәйле. Әлбиттә, гибридтар сығарып, баҫыуҙарҙы яҡшы ашламалап, ерҙе тәрән эшкәртеп аслыҡтан ҡотолоп булалыр. Тик ер ресурстары етерлек буласаҡмы һуң, тигән һорау ҙа тыуа.
БМО белгестәре раҫлауынса, донъяның һәр иле үҙ халҡын туйҙыра алырлыҡ аҙыҡ-түлек етештереүгә һәләтле. Әммә социаль ҡатлам тигән һүҙ юҡҡа килеп сыҡмағандыр. Барыбер бай һәм ярлылар була. Ярлыларҙың барлыҡҡа килеү сәбәбен эҙләйҙәр-эҙләйҙәр, ә ул көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа етешһеҙ йәшәүселәрҙең хәленә берәү ҙә инергә ынтылмай. Күп осраҡта, эшләмәгән, ялҡау кеше етешһеҙ йәшәй, тигән ҡараш тарала. Хөкүмәт, етәкселек түбән ҡатламдарға йыш ҡына “барып етә алмай”.

Әйткәндәй

Ҡайһы бер илдәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән аслыҡҡа ҡаршы көрәшергә маташалар. Һиндостан ас халҡын туйҙырырға йыйына. Яңы социаль программаһына был илдең хөкүмәте йылына 24 миллиард доллар һала һәм 800 миллион кешеһен аслыҡтан ҡотҡара. Тап 800 миллион кеше бушлай айына биш килограмм иген аласаҡ.
Илдә 2012 йылда 250 миллион кеше рәсми рәүештә ярлы тип һаналған. Был дөйөм халыҡтың 21,9 процентын тәшкил итә. Күбеһе ауылда йәшәй. Һинд стандарттары буйынса айлыҡ килем ауылда 816 рупий, йәғни 13,4 доллар, ҡалала 1000 рупий (16,4 доллар) булһа, был – ярлылыҡ билдәһе. Ә әле бында айына 60 доллар­ҙан да (2000 һумға етмәй) әҙерәк тотоноп йәшәүселәр халыҡтың 70 процентын тәшкил итә.
Әлеге программа ярлыларҙы күтәреүҙән бигерәк сәйәси ихтыяждан сығып бойомға ашырыла. Сөнки ярлылар ҙа һайлауға әүҙем йөрөй. Бушлай иген һәм, рәхим итегеҙ, хөкүмәттең теләгән кандидаты тауыш йыйырға мөмкин. Әйткәндәй, социаль программа иген етештереүсе илдәр менән дә тығыҙыраҡ эшләргә булышлыҡ итер, моғайын. Ҡытай, Латин Америкаһы илдәре, Көньяҡ Африканың хеҙмәттәшлек итеү ихтималлығы бар. Әммә шуныһы – ярлыларҙы ашатып ҡына Һиндостан иҡтисади проблемаларынан ҡотола алырмы икән? Белгестәр әйтеүенсә, яңылары ғына өҫтәлер.

Айсын АҠБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”