RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иҫке Сибай юртаҡтарының ҡаҙаныштары ҙур

16.08.2013 Иҫке Сибай юртаҡтарының ҡаҙаныштары ҙур

Иҫке Сибай юртаҡтарының ҡаҙаныштары ҙурБаймаҡ районы – йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡлап ҡалған төбәктәрҙең береһе. Бын­да бөгөн йылҡысылыҡ спортын яңы кимәлгә күтәреү, башҡорт тоҡомло ат­тар­ҙы үрсетеү, ҡымыҙ етеш­тереүҙе арттырыу бу­йынса маҡсатлы эш алып барыла.
Төбәктең йылҡысылыҡ спорты тураһында һөйләгәндә, Иҫке Сибай ауылынан «А.Шө­ғө­­ров» крәҫтиән-фермер хужалығын телгә алмау мөмкин түгел. Алмас Шөғөров етәкләгән хужалыҡ бына бер нисә йыл инде ат спорты менән уңышлы шөғөлләнә һәм ҙур ҡаҙаныш­тар­ға өлгәшә. Унда аҫралған арғымаҡтарҙы әле төбәктә генә түгел, республикала, хатта күр­ше Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә яҡшы беләләр һәм юғары баһалайҙар.
Крәҫтиән-фермер хужалы­ғының менге аттарының һуңғы йылдарҙа район, Көньяҡ Урал, Рәсәй кимәлендә ойошторолған ат спорты ярыштарында берәүгә лә алдынғылыҡты биргәне юҡ. «Ренуар Ремикс», «Тисей», «Кромка» ҡушаматлы арғымаҡтар бөгөн Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа Башҡор­тостан намыҫын яҡлап сығыш яһай һәм иң етеҙҙәре булып танылды. Бында, әлбиттә, хужалыҡ етәксеһе һәм тренер Алмас Шәфҡәт улы Шөғө­ровтың һәм аттарҙы ярыштарға әҙерләүсе жокей Иҙел Бикбулатовтың хеҙмәте ҙур.
Быйыл «А.Шөғөров» крәҫтиән-фермер хужалығы йылҡысылыҡ спорты йүнәлешендә тағы бер ҙур аҙым яһаны – тармаҡты Сибай ҡалаһының «Строймехани­зация» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы «Си­ҙәм» агрофирмаһы (директоры А. Мәхмүтов) менән берлектә үҫтерергә һүҙ ҡуйышты. Һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ. Ур­таҡ хужалыҡтың «Ренуар Ремикс», «Тисей», «Сайгон», «Сәскә» ҡушаматлы менге аттары, «Галияв» ҡушаматлы юртағы Силәбе өлкәһендә үткән бәйгеләрҙә иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Бөрйән районында ойошторолған республика бәйгеһендә «Тисей» – финишҡа 1-се, «Сайгон» 3-сө булып килде. Баймаҡ районы һабантуйында иһә «Сәскә» ҡушаматлы арғымаҡҡа етеүсе табылманы.
Күптән түгел хужалыҡтың йылҡысылыҡ спорты йәнә ҙур уңышҡа өлгәште: Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ ҡалаһында ойошторолған өлкә ат спорты ярыштарында «Ренуар Ремикс» 2-се урынды яуланы. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстандан килгән иң көслө егерме арғымаҡ араһында бындай уңышҡа ирешеү, әлбиттә, ҙур ҡаҙаныш. Әйткәндәй, былтыр Ырымбур ҡалаһы ипподромында үткән ярыштарҙа крәҫтиән-фермер хужалығының «Кромка» ҡушаматлы менге аты үҙенсәлекле рекорд ҡуйып, «Элита» призына лайыҡ булған.
Хужалыҡтың йылҡысылыҡ спортын үҫтереүгә «Стройме­ха­низация» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Н. Тажетдинов һәр яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә. «Нур Азамат улы тармаҡ тураһында даими хәстәрлек күрә, – ти Алмас Шөғөров. – Хужалыҡҡа айырым ат аҙбары төҙөүгә төҙөлөш материалдары менән дә ярҙам итте. Минеңсә, ошондай терәк булғанда, ат спортын артабан үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуасаҡ».
Башҡортостан намыҫын уңышлы яҡлаған арҙаҡлы егеттәргә афарин!

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”