RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

26.07.2013 Саҙалы аманаты

Саҙалы аманатыЕйәнсура районының Саҙалы ауылында үткән өр-яңы байрамда оло быуын йәштәргә киләсәккә аманатын тапшырҙы
− Кәнфит ямғыры! Ур-ра! Кәнфит яуа!
Шат ауаздар менән тулы майҙанда, ниһайәт, йыйылған халыҡтың күптәнге бала саҡ хыялы бойомға ашты: кәнфит ямғыры яуҙы. Сыр-сыу килеп кәнфит йыйған балалар, уларҙы ҡеүәтләп торған өлкәндәр, гүйә, мөғжизә иленә юлыҡты.
− Бына, балалар, һеҙгә аманат: тормошҡа ашҡан хыял. Хыял, маҡсат, изге ниәттәр менән йәшәгеҙ! – тип Аманат байрамының тағы бер теләге әйтелә. Һауаға төрлө төҫтәге шарҙар осорола, тирә-яҡ − аллы-гөллө аҡлан, серле урман, мөһабәт тау, саф һыулы йылға, эргәлә яҡын туғандар, дуҫтар һәм ... кәнфит яуа. Был мәл бала күңелендә уйылып ҡалыр, киләсәк тормошонда бөгөн ҡабул иткән аманаттарына асҡыс булыр, тигән өмөттә байрам программаһына алынды.
Ейәнсура районының Саҙалы ауылында быйылғы ауылдаштар осрашыуы Аманат байрамы тип иғлан ителде. Саҙалы ауылына 320 йыл тулды тип һанала, сөнки 1993 йылда билдәле уҡытыусы һәм публицист Яхъя Шаһисәлим улы Юлдашбаев башланғысы менән, тарихи сығанаҡтарға һәм халыҡ хәтеренә таянып, ауылыбыҙға 300 йыл тип, оло йыйын үткәрелде. Унан һуң, 1999 йылда, «Саҙалы таланттары» майҙаны, 2007 йылда Шәжәрә байрамы ауыл тарихында сағыу ваҡиғалар булып ҡалды.
Ә быйылғыһы – Аманат байрамы. Ни өсөн Аманат һуң? Билдәле булыуынса, аманат – килер быуындарға тапшырыла торған ниндәйҙер ҡәҙерле әйбер йә аҡыллы кәңәш. Был байрамдың асылын һәм маҡсатын йыйындың алып барыусыһы Салауат Юлдашбаев ошолай аңлатты: «Аманат һаҡлау, уны үтәү, килер быуынға тапшырыу – һәр кешенең изге бурысы. Беҙ һәр беребеҙ – аманат йөрөтөүсе. Үҙ еребеҙгә тоғробоҙ, үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, моңобоҙҙо һуҙабыҙ, атай-олатай кәңәшен тотабыҙ, «ауылым» тип өҙөлөп торабыҙ, шәжәрәбеҙҙе үҫтерәбеҙ, туғанлыҡты нығытабыҙ икән – аманат һаҡсылары беҙ. Шул аманатсыллыҡты, беҙҙең һәр беребеҙҙең киләсәк алдында яуаплылыҡты рәсми рәүештә нығытып ҡуйыр өсөн йыйылдыҡ бөгөн. Оло быуын тормошонан иң яҡшыһын барларға, урта быуынды яңы үрҙәргә әйҙәргә, ә йәш быуынға – һин үҙең өсөн генә йәшәмәйһең, ауылыбыҙ тормошо сылбырында иң кәрәкле быуын – һин, аманат йөрөтөргә лайыҡ бул, тип әйтер өсөн йыйылдыҡ. Аманат байрамы – киләсәк өсөн, йәш быуын өсөн. Саҙалы ауылының төп халҡына ла, ситтә йөрөгән балалары, ейәндәре, бүләләре өсөн дә иҫтәлекле был көндә беҙ йәштәргә оло бурыс йөкмәтәбеҙ − Аманат тапшырабыҙ. Кемдең аңына, йөрәгенә, күңеленә күпме һыя – алығыҙ, һаҡлағыҙ, үтәгеҙ – бөгөн Саҙалы ауылының иң-иң күркәм сифаттарын еткерәбеҙ һеҙгә. Һәм, ҡәҙерле йәштәр, балалар, һеҙҙе тантаналы рәүештә Саҙалы аманатын йөрөтөүселәр тип иғлан итәбеҙ».
Байрам тантанаһын «Ҡарасәй» халыҡ фольклор төркөмө асты. Уҡытыусыларҙан торған төркөм ағзаларының тамырҙары – Саҙалыла. Шуға ла көнө буйы «Ҡарасәй» байрамды биҙәүсе лә, аманат тапшырыусы ла булды. Улар башҡарыуында ауылдың йырҙары, уйын-бейеүҙәре, бөгөнгө көн таҡмаҡтары байрамды моңло һәм дәртле тулҡындарға көйләне.
Рәсми ҡотлауҙар һәм теләктәр менән Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Ә. Байсурин, Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Ш. Ҡол­мөхәмәтов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. Иҙрисов, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире А. Юлдашбаев сығыш яһаны. Саҙалының электән килгән даны, сағыу шәхестәре, аң-белемгә ынтылышы, ҙур хеҙмәттәре хөрмәтләп телгә алынды. Ауылдың киләсәге тураһында борсолоу яңғыраны рәсми сығыштарҙа. Азамат Рәмил улының һүҙҙәре оран булып яңғыраны: «Саҙалы бар ул, йәшәйәсәк ул! Һәр беребеҙҙең йөрәктә, аңда, ҡанда ул Саҙалы! Рух тере икән – Саҙалы ла тере! Беҙ ауылды йәшәтәбеҙ, ә ауыл беҙгә йәшәү көсө бирә! Рухыбыҙҙа бөтмәһен ауыл, ауыл рухын аманат итәйек!».
Район башлығының ауыл урамына быйыл уҡ асфальт түшәләсәге тураһында белдереүе дәррәү хупланды. Шунда уҡ таҡмағы ла әйтелде.
Саҙалының урамы төҙ,
Асфальт ҡына һалаһы,
Асфальт буйлап, тыҡылдатып,
Магазинға бараһы, − тип ауылда магазин юҡлығына ла ишараланы ул.
Саҙалы аманатыБайрамға тәҡдим ителгән «Килен һөйөү» йолаһын үтәне «Ҡарасәй» фольклор төркөмө. Тапшырылыр аманат та – килендәргә. Ни өсөн иң тәүҙә килендәр һуң? Саҙалыла һәр сарала, һәр йыйында әйтә киләбеҙ: ауылдың шәжәрәһен үҫтереүсе, шәхестәрен тәрбиәләүсе – килендәр. Ауылды йәмләп, йортон биҙәп, балаһын бәпләп, ирен тәрбиәләп тота икән – ошо ауылдың иң күркәм заты шул килен булыр. Бына сәхнәлә нурлы йөҙлө, яҡты ҡарашлы апай­ҙар. Уларҙың Саҙалыға килен булып төшөүенә быйыл 50 йыл. Мәрфуға Баймырҙа ҡыҙы Юлдашбаева Ибрайҙан, дүрт бала үҫтергән, улдары − республикала билдәле шәхестәр. Йәшләй тол ҡалып, яңғыҙлыҡтың бөтә әсеһен татыған, ғүмерен эш менән үткәргән. Хәҙер ауылдың хөрмәтле ағинәйе, дин йөрөтөүсеһе, кәңәшсеһе. Сания Фәйез ҡыҙы Ишмөхәмәтова Ибрайҙан төшкән, дүрт бала үҫтергән, балаларына рәхмәт һүҙенән башланы ул сығышын. Тол ҡалғас та Сания апай балаларының ҡайтыр ояһы йылыһын һаҡлап тота. Рәүилә Ғәлим ҡыҙы Юлдашбаева Кү­гәрсендән, Саҙалыға килен булып төшһә лә, иптәше Яхъя Шаһисәлим улы менән төрлө ауылдарҙа йәшәй һәм эшләйҙәр. Өс бала үҫтергән, өсөһө лә уҡытыусы. «Уҡытыусылар династияһы» тигән оло исем йөрөтәләр. Яхъя Шаһисәлим улының рухи мираҫын таратыусы, еткереүсе булараҡ та ҡәҙерле шәхес.
Улар эргәһенә сәхнәгә Са­ҙалының урындағы һәм ҡырҙағы йәш килендәре сыҡты. Ысын күңелдән, яратып еткерҙе өлкәндәр үҙҙәренең теләктәрен. Саҙалы ауылында һигеҙ нәҫел йәшәй. 320 йыл элек бында килеп төпләнгән Көпәш олатабыҙ нәҫелдәре һәм һуңғараҡ бында килеп төйәкләнгән нәҫелдәр. Был көндә һәр береһе үҙенең иң яҡшы яҡтарын күрһәтергә, үҙ нәҫеленең иң булдыҡлы, һәләтле, егәрле шәхестәрен танытыуға өлгәште.
Аллабирҙиндар, Хөсәйеновтар, Татлыбаевтар, Ишмөхәмәтовтар, Фәхретдиновтар, Юлдашбаевтар нәҫелдәре үҙҙәренең аманатын тапшырҙы.
Килендәрҙе ҙурланыҡ, хәҙер бейемдәргә сират, тип Зөлхизә Һиҙиәт ҡыҙы Юлдаш­баева исемендәге «Иң һәйбәт бейем» бүләген Саҙалының иң шәп бейеме Мәрйәм Әхмәтғариф ҡыҙы Фәх­ретдиноваға тапшырҙы килендәр.
Ғәлим Мостафа улы бөтә Юлдашбаевтарҙың моңон тапшырыусы халыҡ йырсыһы ине. Йырсы исемендәге аманат йәш егет Вил Мырҙабулатовҡа ҙур өмөттәр бағлап бирелде.
Нәҫелдәр сығышында ихласлыҡ, мөхәббәт, туғанлыҡ бөркөп торған телмәрҙәр, моңло йырҙар (Саҙа­лыла йырламаған бер кеше лә юҡ!) тыңлап рухландыҡ. Бейеү­селәр күбәйеүе (йәштәр иҫәбенә, әлбиттә) һөйөндөрҙө. Тағы ла йөрәктән сыҡҡан шиғыр юлдары... Шағирҙар ҙа күп шул!
Артабан сәхнәгә йәштәр саҡырыла. Тәү сиратта, быйыл уҡыу йорттары тамамлаған дипломлы йәш белгестәр иң изге теләктәр менән иҫтәлекле бүләктәр ҡабул итә. Уларға ҡарап (ә улар ун ике кеше) йөрәк­һемәгән кеше булмағандыр: ғүмер­ҙең иң бәхетле мәлдәре бит. Һиңә аманат тапшыралар, ә һин уны лайыҡлы йөрөтөүсе, сөнки Саҙа­лыла электән үк, үткән быуаттың 50-се йылдарынан уҡ белем культы – күп йорттарҙан бөтә балалар ҙа, ҡайһыларында ике-өсәүһе юғары белемле. Ауылдың төп проблемаһы ла ошо – балалар уҡырға тырыша һәм ситкә китә. Ҡайҙалыр алыҫта кәрәге тейеп, белемен файҙаланып йәшәп китә. Саҙалының рухын йөрөтә ул күңелендә.
Байрамға ҡайтҡан һәр кем – олоһо ла, кесеһе лә бер тойғо, бер маҡсат менән янды: ауылды йәшәтергә, һаҡларға! Шуға күрә лә сәхнә алдына саҡырылған күмәк балалар­ға ла аманат әйтелде. «Телебеҙҙе һаҡлағыҙ, йырыбыҙҙы йырлағыҙ, Саҙалы рухын һеҙ йөрөтәһегеҙ, тыуған ерҙең йөҙө һеҙ», − тип «Ҡарасәй» ҡобайыр менән әйтте. Ә иң аҙаҡтан, балаларға ла, ололарға ла шатлыҡ өҫтәп, мәҡәлә башында һүрәтләнгән кәнфит ямғыры яуҙы.
Сәхнәләге тамашаны өҙмәй генә һәр нәҫел ярыштар һәм уйындар үткәрҙе. Еңеүселәр өсөн был еңеүҙәре айырым мәртәбә ине. Нәҫел ойоштороусыларын да айырым рәхмәтле итеп ауыл хакимиәте башлығы бүләкләп үтте: Фәйрүзә Фәрхетдин ҡыҙы, Баныу Има­метдин ҡыҙы, Хәмит Ғәбделәхәт улы, Рәфис Сафиулла улы, Хәлил Ғилметдин улы, Фируза Ғәлимйән ҡыҙы, ауыл депутаты Әхмәт Ғәбделәхәт улы, ауыл старостаһы Фәнил Ғилметдин улы бик ҙур әҙерлек эштәре башҡарҙы, тип билдәләнде. Ойоштороу – юғары кимәлдә, тип билдәләне башлыҡ.
Аманат байрамына әҙерлек барышында ауылдың йөҙө лә үҙгәр­ҙе. Һәр төрлө конкурстар иғлан ителде. Еңеүселәрҙе атап китеүҙе бурысым тип һанайым: «Иң матур йорт» − Миңлегөл Юлдашбаева, Земфира Аллабирҙина, Хәмит Татлыбаев, «Иң йыйнаҡ ихата» − Фәнил Фәхретдинов, Мөхәммәт Ғүмәров, Рәфҡәт Рафиҡов, «Иң күркәм баҡса» − Нурислам Юл­дашбаев, Баязит Фәхретдинов, Рәхим Юлдашбаев, «Йорт алды эскәмйәһе» − Фәйрүзә Алла­бирҙина, Миңлегөл Юлдашбаева, Ғәзиз Фәхретдинов.
Байрамдың бағыусылары ла хөрмәтләп телгә алынды: ауылдаштарыбыҙ Әлиә Мәхийәнова, Нәжип һәм Рәжәп Юлдашбаевтар, Наил, Фируза, Фаил Юлдашбаевтар, Әмир Иманғолов, Рәхим Юл­дашбаев, депутатыбыҙ Рәхим Кирәев. Йомартлығығыҙ үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтһын!
Рәсми өлөштән һуң ҙур табын ҡоролдо. Тағы ла йыр-моң, һөйләшеп бөтмәҫ һүҙҙәр, йылы һәм яҡты иҫтәлектәр... Ике көн, ике төн Саҙалы буйында һандуғастар ҙа тынып торҙо. Моғайын, улар Аманат байрамынан яңы йырҙар отҡан­дыр...
Байрам үтте. Саҙалының бөтә рухын, ҡеүәтен, аҡылын, моңон, егәрен йыйып күктәргә сөйҙөк. Ә күктәрҙән уны йәш быуын тотоп алды. Ныҡлы ҡулдар, изге ниәттәр, яҡты уйҙар менән алып, шул Аманат менән йәшәһендәр ине балалар!

Гөлзирә Юлдашбаева.

Ейәнсура районы,
Саҙалы ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”