RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күҙәмбәттә күңелле

19.07.2013 Күҙәмбәттә күңелле

Күҙәмбәттә күңеллеМәктәп уҡыусыларының йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулының иң ҡыҙған мәле. Ҡайһы бер балалар мәктәп лагерында көҙгөлөккә көс туплай, кемдер ҡалала туған-тыумасаһында ял итә, бәғзеләре ауылда олатай-өләсәйҙәрендә рәхәтләнеп һаулыҡ нығыта. Күҙәмбәт буйындағы «Ағиҙел» ял һәм һауыҡтырыу лагерында ла ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡояшта ҡыҙынып, уйнап-көлөп йәйҙең рәхәтен күрә. Бында ял итеүсе бала­лар­ҙың һәр сәғәте файҙалы ла, күңелле лә үтеүенә тағы бер шаһит булыр өсөн Кү­ҙәмбәткә юлландыҡ. Винни-пух йырлағанса, аҡыллы кеше иртән ҡунаҡҡа йөрөгәс, лагерҙың йоҡонан уянып, иртәнге линейкала отряд командирҙарының өлкән вожатый Гөлнара Шәмиғоловаға рапорт биргән мәленә тура килдек.

Лагерь тормошо йәй башынан алып ҡайнай бында. Етенсе июлдә старт алған икенсе сменала 113 бала ял итә, улар дүрт отрядҡа бүленгән.
– Бойоғорға форсат юҡ, тәүге сәғәттәрҙән үк ҡыҙыҡлы лагерь тормошона ылыҡтыра башлайбыҙ, – ти өлкән вожатый. – Мәҫәлән, сменаны асыу тантанаһында һәр төркөм үҙенә исем, девиз, йыр һайлағас, барабан һуғып, линейкаға теҙелдек. Артабан балалар, үҙ һәләттәрен күрһәтеп, йырлап-бейеп концерт ҡуйып, күңел асты. Уларҙы тәбрикләп, вожатый апай-ағайҙары ла йырлап ишеттерҙе. Кискә «Әф­лисун дискотекаһы»н үткәр­ҙек. Бейеүҙә икенсе отряд – «Бөрйәндәр»гә етеүсе булманы, улар еңеү хөрмәтенә таратылған әфлисунды ашап ҡыуанды. Йәйге ял романтикаһыҙ булмай инде ул: усаҡ яғылды, уның янында төрлө-төрлө уйындар уйнап, йырҙар башҡарҙыҡ...
Күҙәмбәттә күңеллеБына шулай әүҙем башланып киткән йәйге ял һаман дәртле дауам итә. Линейкала дүртенсе отряд – «Бөркөттәр» командаһы девиз һәм йырҙарын инглиз телен­дә башҡарғас, аптырай төштөк. Гөлнара апайға һораулы ҡараш ташлағас, ул аңлатып бирҙе:
– Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. Беҙгә йыл һайын AIESEC ойошмаһы аша төрлө сит илдәр­ҙән волонтерҙар ебәрәләр. Быйыл Египеттан Бассан Мөхәммәт Әхмәт-Каир, Һиндос­тандан Шәһит һәм Шану исемле йәш егеттәр килде. Улар балаларға инглиз телен генә өйрәтеп ҡалмай, үҙ илдәре, мәҙәниәте, йәшәйеше менән яҡындан таныштыра. Уларға тәржемәселәр ҙә беркетеп ҡуйылған.
Беҙ ишетелгәнде эшкәртеп, мейегә һеңдергән арала Гөлнара Шәмиғолова балаларҙы көндәлек план менән таныштырҙы. Бик уңай килгәнбеҙ икән, бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ, сөнки «Әкиәттә ҡунаҡта» көнө иғлан ителде.
Был көн «Әкиәттәр донъяһында» эстафетаһынан башланып китте. Эстафета барышында ун дүрт вожатый төрлө әкиәт геройҙары сүрәтендә кейенеп, һәр ҡайһыһы бер туҡталҡала балаларҙың тапҡырлығын, сослоғон, һәләтен һынаны. Мәҫәлән, «Тиҙәйткестәр» туҡталышында төркөм менән тиҙәйткесте ҡабатларға, «Йыр-моң» туҡталышында көйҙө танып, йыр исемен әйтергә, «Бейеү» туҡталышында төрлө көйҙәргә бергә генә оҫта итеп бейергә тейеш инеләр. Һәр отряд­ҡа баһа ҡуйылды. Эстафетала отрядтар таһыллығын, йылғырлығын да күрһәтте. Хатта иң кескәй­ҙәр ҙә апай-ағайҙары ыңғайына сәмләнеп ярышҡан булды. Энергиялары ташып торған балалар­ҙың ошондай сараларҙа бик теләп ҡатнашыуы күптән мәғлүм – улар үҙ-ара ғына түгел, үҙ-үҙҙәре менән дә ярыша бит ул.
Эстафета тамамланғас, ҡыҙған малайҙар, ҡыҙҙар саҡ ҡына һыуынып алдылар ҙа, һыуға саптылар. Вожатыйҙар, тәрбиәселәр һәм медицина хеҙмәткәре балалар һыу инеп бөткәнсе уларҙан күҙ яҙлыҡтырманы. Ә балаларға нимә – рәхәтләнеп шаптырлап, сәсрәтә-сәсрәтә йөҙөүҙәрен белде!
Ҡояш нурында мең төҫкә инеп ялтыраған һыу тамсыларынан ҡасып, саҡ ҡына балаларҙан көнләшеп, өлкән вожатыйҙың киләсәккә пландарын тыңланыҡ:
Күҙәмбәттә күңелле– Йыл һайын балаларҙың ялын яҡшы, сифатлы, күңелле итеп ойошторорға тырышабыҙ. Ҡурай, гитара, бейеү түңәрәктәренә улар ҙур теләк менән йөрөй. Үҙебеҙҙең психолог та бар. Ул тренингтар, уйындар үткәрә, ауырыраҡ холоҡло балалар менән айырым эшләй. Уйындар үткәреү өсөн төрлө спорт кәрәк-яраҡтары ла килеп тора. Әле өҫтәл теннисы, башҡа спорт ҡорамалдары көтәбеҙ. Һәр сменаға килгән балаларҙы Шүлгән мәмерйәһенә, йыш ҡына музейҙар­ға алып барабыҙ. Киләсәктә Талҡаҫ күленә лә барырға уй бар. Лагерҙа ял итеүселәр Гүзәл Дәүләтшина менән Айгөл Ҡарағолова бешергән тәмле аш-һыуҙы яратып ашай. Асығып йөрөү юҡ, көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Балалар алдынан йәшелсә, емеш-еләк, һут өҙөлмәй, шулай уҡ шифалы кәзә ҡымыҙы ла эсәләр. Ямғырлы көндәрҙә кино, йәнһүрәттәр күрһәтәбеҙ, лекциялар үткәрәбеҙ. Иң мөһиме – балаларҙы имен-һау, бәлә-ҡазаһыҙ ял иттереү.
Иҫке Монасип ауылынан килгән ун йәшлек Айгүзәл Аллабирҙина лагерҙа беренсе тапҡыр ял итһә лә, уға бында бик оҡшай икән: «Вожатый апайҙар һәйбәт, өҫтәүенә, тәмле ашаталар!». Иҫке Собханғол ауылы малайы Айнур Маликов та уны йөпләй: «Лагерь тормошо күңелле, ҡыҙыҡлы! Лагерҙы асҡанда мин баянда уйнаным. Ә «Әфлисун дискотекаһы»нда беҙҙең отряд 1-се урын алды!». Сер итеп кенә әйтәм, улар­ҙы алда тағы бик күп ҡыҙыҡлы саралар көтә: Нептун, Тиҫкәре, Үҙаллылыҡ көндәре һәм башҡа бик күп төрлө конкурс­тар, бәйгеләр, ярыштар... Тик ҡатнаш, ярыш, уйна, көл – һәм барыһы ла шәп булыр!

Дамир БАЙНАЗАРОВ.

Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”