RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Таштимерҙәр – дәртле һәм сәмле халыҡ

19.07.2013 Таштимерҙәр – дәртле һәм сәмле халыҡ

Таштимерҙәр – дәртле һәм сәмле халыҡӘбйәлил районының иң төҙөк ауылдарының береһе тағы ла матурайып ҡалды
Шундай матур, мәртәбәле, кәрәкле байрамға башланғыс һалған Ғәли Ишбу­ла­товҡа һәйкәл ҡуйырлыҡ, тип уйлап ҡуям унда булған һайын. Әгәр ошо байрам булмаһа, ауылдар төҫһөҙләнер, осра­шыу­ҙар ҙа булмаҫ ине. Ауылдаштар осрашыуы арҡаһында ауылдар төҙөкләндерелә, йорттар яңыра, халыҡ сәмләнеп, дәртләнеп, йәшәүгә яңы ынтылыш ала.

Әбйәлил районының Таштимер ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Унда 148 хужалыҡта 501 кеше йәшәй. Һәр йорт хужаһы тураһында мәғлүмәт еткереп, Таштимер ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, уҡытыусы Гөлшат Йәркәева ауыл менән таныштырҙы. Ҡунаҡсыл, ихлас таштимерҙәр ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы йорт алдарына әҙерләнгән бай табын, йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Өҫтәлдәр ҡымыҙ, буҙа, бишбармаҡ, ҡаҙы, талҡан кеүек милли аҙыҡтарыбыҙҙан һығылып торҙо. Ә хуш еҫле самауыр сәйе әллә ҡайҙағы бала саҡ хәтирәләренә әйҙәне. Ауылдың танығыһыҙ булып матурайыуы халыҡтың дәртле, эшһөйәр булыуын, бында ауыл исеменә тап килгән көслө, ғәйрәтле халыҡ йәшәгәнлеген аңлата.
Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Р. Хафизов, байрамдың рәсми өлөшөн асып, йыйылыусыларға изге теләктәрен еткерҙе һәм мәктәпкә бүләк тапшырҙы, шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтен әйтте. Район хакимиәте исеменән район советы секретары Б. Исламбаев ҡотланы һәм ауыл биләмәһенең төҙөлөш эштәренә 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Район хакимиәтенең ойоштороу бүлеге мөдире Б. Ғиниәтов та байрамда ҡатнашыу­сыларҙы сәләмләне. Ә «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәжит Солтан улы Шәғәлиевтар ғаиләһе исеменән ауылдаштарына йәш ярымлыҡ тай бүләк итте. Уны Әхтәм Юлдашев ҡарар тип, йүгәнен дә бирҙе.
Сәхнә түренә ауылдың иң оло ағинәйе, элек тирмәндә эшләгән Лидия Алсынбаева саҡырылды.
– Ситтән килеп йәшәнек, атайым тимерсе булды. Ауыл халҡының һәр саҡ ихтирамын тойҙоҡ, барыһына ла рәхмәтлемен, – тине ул. Л. Алсынбаева һәм уның ғаиләһе тураһында Таштимер ауыл биләмәһе ветерандар ойошмаһы рәйесе К. Абдуллина ла һөйләп үтте.
Сәхнәгә оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән, ишле балалар үҫтергән Рәсимә һәм Шәмсетдин Вәлиәхмәтовтар, Хазина һәм Бәҙретдин Латиповтар, Әҡлимә һәм Ғәлибай Хызыровтар, Хөснә һәм Арыҫлан Ғәли­мырҙиндар, Зиниә һәм Мөждәбә Ҡужа­баевтар саҡырылып, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа ауылдың уңғандары тәбрикләнде. «Өлгөлө әсәләр» – Гөлшат Кәримова, Мәфтуха Ишмырҙина, Сара Вәлишина, Мәфрүзә Мәғәсүмова; «Иң әүҙем ветерандар» – Гөлшат Дәүләт­баева, Зифа Юл­дашева, Рәйсә Яҡупова, Мәүлиҙә Миһ­манова, Зифа Сабитова, Флүрә Хангәрәева, Таңһылыу Мозафарова, Рәйсә Ғәбитова, Хәйҙәр Хызыров (улар районда ғына түгел, Өфө ҡалаһында ла сығыш яһап дан яулаған), «Татыу ҡәйнә һәм килен» – Менәүәрә һәм Рәсилә Ғайсиналар, Сәлимә һәм Айгөл Миһмановалар, «Иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар» – Рәсимә Дауытова, Лениза Ғилманова, Фәйрүзә Мәғәсүмова, Алһыу Садиҡова, Нәсимә Шәмсетдинова, Әҡлимә Мәғәсүмова, Розалия Шәғәлина, Венера Ғәбитова, Гөлнара Насирова, «Әүҙем эшҡыуарҙар» – Әхтәм Юлдашев, Сәғит Сафин, Лениза Алсынбаева, Хәлил Ишбулатов, Хәйбулла Хәйруллин, Мөхәмәтғәле Сабитов, Рида Мөхөтдинова, Рита Мөхәмәтшина, Фәрдүс Фәхрисламов, Наил Рәхмәтуллин, Александр Махинько, «Ауылдың иң оло кешеһе» – Ҡужабай Хызыров, иң кесеһе – Земфира һәм Хөрмәт Хәсәновтарҙың улдары Инсаф, шулай уҡ «Уңған, эшһөйәр ғаиләләр», «Татыу ғаиләләр» һәм башҡа бик күптәр.
Ауылдың тотҡаһы һәм терәге булған шәхси эшҡыуар, ауыл биләмәһе депутаты Әхтәм Юлдашев ҡатыны Флүрә Рәүеф ҡыҙы менән байрамды ойоштороуға күп көс һалған. Биләмә етәкселеге һәм ауылдаштары уларға айырыуса рәхмәтле.
Салауат мәктәбе уҡытыусыһы, «Салауат» бейеү ансамбле етәксеһе, сығышы менән ошо ауылдан булған Рәйлә Хафизованың тәрбиәләнеүселәре матур костюмдарҙа бай йөкмәткеле концерт менән ҡыуандырҙы. Балаларҙың һәр сығышын, бигерәк тә «Байыҡ» конкурсында гран-при яулаусы Рәйлә Сөләймән ҡыҙының алты йәшлек Руфинаһының бик тырышып, һәр хәрәкәтте урын-еренә еткереп бейеүен тамашасылар ихлас алҡышланы.
Төрлө тармаҡтарҙа фиҙакәрлек күрһәтеп дан яулаған, күптәре Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыуға өлгәшкән алдынғы колхозсыларҙың 1932 йылдан алып һаҡланған фотоһүрәттәренән Гөлшат һәм Айҙар Йәркәевтар йөкмәткеле стенд эшләгән. Уның эргәһенән көнө буйы халыҡ өҙөлмәне. Балалары, яҡындары стендта ата-әсәләрен, туғандарын йөрәкһеп, тулҡынланып ҡараны, хис-тойғолары, ҡыуаныстары менән бүлеште, был фотоларҙы ҡайҙан табып бөттөгөҙ, тип аптырашты.
Әлбиттә, был матур байрамға сит тарафтарҙа йәшәгән һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ҡан ҡәрҙәштәр йыйылды. Улар – БДУ профессоры, физика һәм математика фәндәре докторы Рәмил Шәйхетдинов, Шайморатов исемендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәйнуллина, Нуриман районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Линиза Хәлилова, уның тормош иптәше, Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башлығы Хәлим Хәлилов, Бөрйән районы баҙары етәксеһе Айытбай Дауытов, Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Рәйсә Нурғәлина, уның тормош иптәше, Милли йәштәр театры актеры Нәғим Нурғәлин, «Асы» шифаханаһы администраторы Лилиә Низа­метдинова, уның тормош иптәше, билдәле бейеү ҡуйыусы, «Байыҡ» телевизион конкурсы баһалаусыһы Рәйес Низаметдинов һәм байрамға ҡунаҡ булып килгән халыҡ артисы, билдәле бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, Ырымбур дәүләт филармонияһы солисы Кәрим Нартайлаҡов һәм бик күптәр – күңелдәре, туғанлыҡтары менән был ауылға бәйле булыусылар килде.
Рәшиҙә Туйсина, Линиза Хәлилова, Кәрим Нартайлаҡов, Рәйес һәм Айназ Низаметдиновтар, Кәримовтар ғаиләһе, Заһир Хызыров, Илнур Миһманов һәм дәрт-моңға маһирҙар матур сығыштары менән һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
Сәлим Дәминдәров ойошторған спорт ярыштарында – гер күтәреүҙә Таһир Дауытов, армрестлингта – Илмир Рыҫҡолов, көрәштә Шәфҡәт Ғәлиәкбәров беренсе урын яуланы. Яр буйы йәштәре эстафетала, волейболда әүҙемлек күрһәтте. Спорт ярыштарына Илүзә һәм Фәрит Ғәйнуллиндар бағыусы булды. Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы Таштимер ауылының шәжәрәһен дә эшләп алып килгән.
Сағыу байрамдан сит тарафтарҙа йәшәгәндәр күңел болоҡһоуҙарын баҫып, бәхетле бала саҡ хәтирәләрен барлап, йәнтөйәген һағынып әрнегән йөрәктәренә сихри дауа алып, онотолмаҫ иҫтәлектәр менән таралышты, ә ауылда йәшәгәндәр туғандарын атай нигеҙенә саҡырып, оло сауап алды. Ысынлап та, бик кәрәкле һәм көтөп алған берҙән-бер матур байрам ул ауылдаштар осрашыуы.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”